Һарымһаҡ ултыртабыҙ20.09.2016
Һарымһаҡ ултыртабыҙ Түтәл әҙерләү
Һарымһаҡ нейтраль балсыҡ­лы тупраҡты үҙ итә, әлегә тиклем кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡуҙаҡлы культуралар һәм тәмләткес үләндәр үҫкән түтәлдәрҙә уңа. Әйткәндәй, һуған һәм һарым­һаҡта шул уҡ участкаға өс-дүрт йылдан ғына ултыртырға мөм­кин.
Түтәлде ҡоро, ҡояшлы урын­ға яһау шарт. Уны августа, йәғни ужым һарымһағын сәскәнгә тиклем 1-1,5 ай алдан әҙерләй башлайҙар. Балсыҡһыл тупраҡ­лы 1 квадрат метр ергә се­рет­мә йәки тиреҫ, 1-әр аш ҡалағы нитрофоска һәм суперфосфат, 1 стакан тарттырылған эзбиз йәки доломит оно һалалар. Балсыҡлы туп­раҡты өҫтәүенә торф менән дә ашлайҙар. Торфҡа бай түтәлдәргә иһә, киреһенсә, бал­сыҡлы тупраҡ өҫтәйҙәр. Ҡомло тупраҡҡа 1-әр биҙрә балсыҡ һәм торф һалырға кәңәш ителә.
Ерҙе 20 сантиметр самаһы тәрәнлектә ҡа­ҙып, түтәл яһай­ҙар, тупраҡты еңелсә ҡат­ҡыл­лайҙар һәм 10 литр һыуға 40 грамм иҫәбенән баҡыр купоросы иретмәһе менән эшкәр­тәләр. Әлеге иретмә 100 квадрат метрлыҡ түтәлгә етә, йәғни 1 квадрат метр ергә 1 литр ирет­мә тура килә. Башта түтәл­де пленка менән ҡаплайҙар.

Сәсеү ваҡыты
Ужым һарымһағын сәсеү ваҡытын дөрөҫ күҙаллау шарт. Ғәҙәттә уны һалҡындар баш­ланғанса 35-45 көн алдан ултырталар. Ошо ваҡыт эсендә бүлкәттәр тамыр ебәрергә, әммә шытып сыҡмаҫҡа тейеш. Төньяҡ райондарҙа һарымһаҡты ғәҙәттә 20 сентябрҙән 10 октябргә тиклем, ә көньяҡта 10 октябрҙән сәсәләр. Иртә ултыртылған һарымһаҡтың шытыуы, һуңға ҡалғанының туңыуы бар.
Сәсеүгә әҙерләү
Мул уңыш алыу өсөн сифатлы орлоҡ әҙер­ләү фарыз. Көҙ яңы йыйылған һарымһаҡ бүлкәттәрен ултырталар. Кип­терелгән сирһеҙ һарымһаҡ бүл­кәттәрен айырып, 1-2 минут самаһы тоҙло һыуҙа (5 литр һыуға – 3 аш ҡалағы тоҙ) йыуалар, артабан баҡыр купоросында (10 литр һыуға – 1 аш ҡалағы купорос) 1 минут тоталар. Эшкәртелгән бүлкәттәрҙе шунда уҡ түтәлгә ултырталар.

Сәсеү схемаһы
Түтәлдә иң элек 20-25 сантиметр арауыҡта 6-8 сантиметр тәрәнлегендә бураҙналар һы­ҙып сығалар. Бүлкәттәрҙе бер-береһенән 7-8 сантиметр ара­уығында, түтәл өҫтөнә тиклем 4-5 сантиметр ҡалырлыҡ итеп вертикаль ултырталар. Ике-өс аҙна үтеүгә түтәл өҫтөнә тиреҫ йәки торф һалалар.


Вернуться назад