Алмағасығыҙ ҡышҡа әҙерме?20.09.2016
Алмағасығыҙ  ҡышҡа әҙерме? Киләһе йылдың уңышы мул булһын өсөн ағастарҙы алдан әҙерләү хәйерле. Мәҫәлән, быйыл алмағастарым уңыш бирмәне. Ял итте. Киләһе йыл да алданмаҫ өсөн кәңәш һорап Борай районындағы “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Ғәлиә Муллаян ҡыҙы Мөғәллимоваға мөрәжәғәт иттем.

– Тәү сиратта шуны билдәләр инем: беҙҙең баҡсасылар бөжәктәрҙән һаҡлай торған дарыуҙарҙы ҡулланыуҙан тартына. Был – яңылыш фекер. Ағастарҙы йылына кәмендә өс тапҡыр төрлө ағыу менән һиптереп алырға кәрәк. Шул саҡта ғына мул уңышҡа өмөт итә алабыҙ.
Тәүгеһен ағас һәм ҡыуаҡтар бөрө­ләнгәс эшләргә кәрәк. Тик һауа темпе­рату­раһының 12 – 15 градусҡаса күтәрелеүен көтөгөҙ, сөнки һыуыҡ булһа, химик препараттар үҙ көсөн юғалта. Икенсеһен емештәр борсаҡ саҡлы булғанда, әлбиттә, алмағастың емеше саҡ ҡына ҙурыраҡ була, уҙғарығыҙ. Был эште бер үк сәскә атҡан мәлдә атҡармағыҙ, сөнки ағыу емештең эсендә тороп ҡаласаҡ. Өсөнсөһө октябргә тура килә. Быныһында эргә-тирәләге уңыштың йыйып алыныуы шарт. Тағы ла шуныһы: һауа температураһы 12 – 15 градусҡаса йылы булырға тейеш. Көҙгөһөн алмағастарҙы ошондай шыйыҡса менән эшкәртеү һәйбәт: 400 грамм мочевинаны бер биҙрә һыуҙа иретергә һәм ошо күләмде йәлләмәйенсә бер алмағасҡа сарыф итергә. Эшкәртелгән япраҡтар ҡойолғас, мочевина ҡышларға тип ерҙә күмелгән бөжәктәрҙе лә үлтерәсәк. Ағас төптәренә серетмә өйөмөнән торф һибеп сығыу ҙа файҙаға ғына.
Алмағастар имен-аман ҡышлаһын өсөн бер төпкә яҡынса бер тонна һыу һибеү ҙә етә.
Әлеге мәлдә ағастың арҡыс-торҡос үҫкән ботаҡтарын, ҡамасаулағандарын бысып алығыҙ. Ботаҡтар аша ел йөрөргә, ҡояш нурҙары иркен үтергә тейеш. Тик бысҡандан һуң яраланған урынды майлы буяу йәки бының өсөн ҡулайлаштырылған махсус шыйыҡса менән һылап ҡуйығыҙ.
Ошо кәңәштәрҙең барыһын да тормошҡа ашырғанда, алмағастар уңышты мул бирәсәк.


Вернуться назад