Кәбеҫтә тоҙлайыҡ20.09.2016
Кәбеҫтә тоҙлайыҡ Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәне рустарҙың
милли аҙығы тип һанарға күнеккәнбеҙ. Ысынында, әскелтем ҡабымлыҡ – Ҡытайҙан, уны беҙгә
монголдар килтергән. Ҡайһылай ғына булһа ла,
бөгөн ул киң ҡулланыла.


Әсетеп тоҙланған кәбеҫтәне тәмле булғаны өсөн генә түгел, файҙалы булғанға юғары баһалайҙар. Унда витаминдар һәм микроэлементтар күп. Элек-электән төрлө ауырыу­ҙарҙан һаҡланыу сараһы булараҡ та ҡулланғандар. С витаминының күплеге менән дан тота. 100 грамм продукцияла С витамины (аскорбин кислотаһы), 0,05 мг В1, 0,1 мг В2, В3, В4, В6 витаминдары, 0,6 мг ретинол (А витамины), яраларҙы тиҙ бөтәштерергә ярҙам итеүсе К витамины бар.
Бынан тыш, 54 мг кальций, 16,3 мг магний, 21,8 мг натрий, 283,4 мг калий, 29,8 мг фосфор, тимер, көкөрт-цинк, кремний, йод, селен һәм башҡа матдәләр ҙә табылған. Етмәһә, калорияһы түбән, 100 грамында ни бары 25 ккал ғына, 1,6 г аҡһым, 0,1 г май, 5,2 г углевод бар.
Әсетеп тоҙлау өсөн кәбеҫтәнең һуң өлгөрә торған сорттарын ҡулланалар. Түбәндә хужабикәләргә ярҙамға бер нисә ысул тәҡдим итәбеҙ.


Иң ябайы

Кәбеҫтәне йыуып киптерергә лә дүрт өлөшкә бүлергә. Күсәнен ҡырҡып алғандан һуң ваҡ ҡына итеп турарға. Кишерҙе йыуып, эре ҡырғыс аша үткәрергә.
Тәүҙә кәбеҫтәгә тоҙ һибеп бутар­ға. Һуңынан тағы ла тоҙ өҫтәп, һуты сыҡҡанға тиклем ҡул менән ыуырға. Кишер ҡушырға. Әнис һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин.
Шулай итеп, кәбеҫтәне бәләкәй генә порциялар менән ыуа-ыуа, тоҙ, кишер ҡушып, бер һауытҡа һала барырға кәрәк. Кәбеҫтә тыңҡыслап тултырыла, уны ағас уҡлау менән төйөргә онотмағыҙ. Ныҡлап ҡарағыҙ: кәбеҫтә һалған һауыттың төбөндә һут йыйылырға тейеш. Һуңынан һуты өҫкә ҡалҡып сыҡҡансыға тиклем йәшелсәне йоҙроҡ менән иҙегеҙ.
Кәбеҫтә өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйыла, ситенән ағас уҡлау тығып ҡуйығыҙ. Был йыйылған газ сыҡһын өсөн эшләнә. Кәбеҫтә яҡынса өс тәүлек буйы әсей. Ошо ваҡытта уны көнөнә бер нисә тапҡыр уҡлау йә булмаһа ҙур бысаҡ менән ҡыбырла­тып алырға кәрәк. Өҫтөнә күбек булып газ сығырға тейеш. Әгәр ул әсегән ваҡытта уҡлау менән газын сығарып тормаһаң, артыҡ әсе була­аҡ. Өсөнсө тәүлеккә кәбеҫтә шиңә, өҫтөндәге күбектәр ҙә юҡҡа сыға.
Әҙер булғас, артыҡ төймәй, банкаларға тултырып, полиэтилен ҡапҡастар менән ҡаплап баҙға төшөрөгөҙ.

Виноград һәм бал менән

Был юл менән әҙерләнгән кәбеҫтәнең тәме бик үҙенсәлекле була. Ул бер көн эсендә табынға ҡуйырлыҡ булып етешә. Тәүҙә кәбеҫтәне бәләкәй порцияларҙа әҙерләп ҡарарға кәрәктер.
2 кг кәбеҫтә, 1 кг виноград, 200 г кишер, 100 г базилик, 100 г бал, 15 г тоҙ кәрәк.
Кәбеҫтә менән кишерҙе ҡырғыс аша үткәрергә лә, тоҙ ҡушып, һауытҡа һалырға. Виноград менән базиликты ҡушырға. Тоҙлоҡ ошолай әҙерләнә: 1 литр һыу, 15 г тоҙ һәм 100 г бал ҡушып бутала. Уны кәбеҫтәгә ҡойғандан һуң, һауыттың өҫтөн ҡаплап, бер тәүлек тоторға.

Алма менән

Алманың өлгөргәнен, әммә йәшел һәм әскелтем сорттарын һайларға.
10 кг кәбеҫтә, 0,5 килограмм алма, әнис орлоғо, 250-300 г тоҙ.
Алмаларҙың тышын әрсергә, таҙартырға, өлөшләп турап, тоҙ менән ыуылған кәбеҫтәгә ҡушырға. Һауытҡа кәбеҫтә менән алманы ҡатлап һалырға, тәмләткестәр һибергә. Дүрт-биш көндә әсергә тейеш. Газы сығып торһон өсөн кәбеҫтәне даими рәүештә төбөнә тиклем тишкеләп тороу ҙа етә.
Миләш менән маринадланған кәбеҫтә

1 килограмм кәбеҫтә, 200 грамм миләш, 2 ботаҡ эстрагон тәмләткесе, 3-4 киҫәк керән тамыры, 3 сейә япра­ғы, маринад өсөн 1 литр һыуға 1,5 стакан шәкәр, 1,5 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан алма һеркәһе кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турай­быҙ. Миләште 2-3 минут ҡайнар һыуҙа тотоп алабыҙ.
Тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушылған һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә эстрагон, керән тамыры, сейә япрағы һалабыҙ, шулар өҫтөнә кәбеҫтәне миләш менән аралаштырып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡай­нар маринад ҡоябыҙ. 1 литрлы банканы 20 минут стерилләгәс, һауа үтмәҫлек итеп ҡаплайбыҙ.

Татлы борос һәм йөҙөм емеше менән тоҙланған кәбеҫтә

6 килограмм кәбеҫтә, 1,5 килограмм кишер, 8 татлы борос, 1,5 килограмм төшһөҙ йөҙөм емеше, 1 килограмм алма, тәменсә тоҙ кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турай­быҙ ҙа, тоҙ һибеп, ҡул менән иҙгес­ләйбеҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, татлы боросто туҡмаслап турайбыҙ. Алманы төштәренән таҙар­тып ваҡ киҫәктәргә бүләбеҙ. Кәбеҫтә, кишер, борос, алма, йөҙөм емешен бергә ҡушып болғатабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, кәбеҫтәнең һыуы өҫкә сығырлыҡ итеп ҡаплайбыҙ һәм ауыр нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ. Бүлмә йылылығында ике-өс көн тотабыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр оҙон ағас таяҡ менән төбөнә тиклем үтәнән-үтә тишеп алабыҙ. Артабан һалҡын урында һаҡлайбыҙ.


Вернуться назад