Балҡып, янып йәшәүҙәр20.09.2016
Балҡып, янып йәшәүҙәр ...1983 йылдың 1 марты. Һигеҙ йыл Матбуғат йортонда, “Ленинец – Ленинсы” йәштәр гәзитендә, тәржемәсе булып эшләгән шаян-шуҡ йылдарҙы ҡапыл ғына ҡалдырып, “Китап” нәшриәтенә эшкә сыҡтым. Шаулап-гөрләп торған коллективтан китеүемә һәм инде нәшриәттә ултырыуыма үҙем һис кенә лә ышанмайым. Директор Нурислам Нуртдин улы Нуртдинов менән ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт редакцияһы мөдире Рәүеф Зәкәриә улы Хажиәхмәтовҡа бер ай элек “эшкә киләм” тип вәғәҙә биреп киткәйнем. Икеһе алдында ла бурыслымын кеүек: вәғәҙә — иман. Тәржемә әҙәбиәтенә мөхәррир кәрәк икән. Тәүҙә, әлбиттә, тикшереп-һынап ҡаранылар: тәржемә итергә лә, мөхәррирләргә лә текстар биреп ҡайтарҙылар. Эшләп килтерҙем һәм оҫта, маһир нәшерселәр Сәүиә Мөхтәруллина, Сәүиә Сәйетбатталоваларҙан ыңғай баһаландым.

...Нәшриәттәмен. “ЦРУ против СССР” тигән 16 табаҡтан торған бик ҡатмарлы тәржемә өҫтөндә эшләйем. “Теш тә, тел дә” үтерлек түгел. Әммә мине хайран иткәне: иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем берәү ҙә ҡуҙғалмай, бөтәһе лә өҫтәлдәге ҡулъяҙма-корректураларға текәлгән. “Тимер-бетон” тәртип! Сәбәпһеҙгә коридорға сығырға, ялпылдап, күренеп йөрөргә ярамай. Баҡһаң, нәшер пландары ҙур, етди һәм яуаплы. Ваҡытына-мәленә тура килтереп үтәргә кәрәк. Коллектив елкәһендә торған ҡәтғи талап шундай. Нәшриәт шарттарына күнергә тура килде. Яңы дуҫтар, яңы таныштар. Беҙҙең редакцияла һигеҙ-туғыҙ мөхәррир ултыра, ҡаршыбыҙҙа – мөдиребеҙ Р.З. Хажиәхмәтов. Иғтибар итәм: кабинетыбыҙға төрлө һорауҙар менән (күләм, формат, ҡағыҙ һәм башҡа мәсьәләләр) бер мөләйем ҡатын инә-сыға йөрөй. “Рәйлә” йә “Рәйлә Мөхәмәтовна” тип өндәшәләр үҙенә. План-иҡтисад бүле­гендә эшләй булып сыҡты. Мине иң апты­ратҡаны: Матбуғат йортондағы һылыу Динис Бүләковтың йәмәғәте икән. Ә Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙы үҙе лә “нисауа”: ҡуйы бөҙрә сәсле, яғымлы, ихлас ярҙамсыл, төҫ-буйға ла сибәр. Ул йышыраҡ Сәүиә Мөхтәрул­лина тирәһендә күренә, мин дә шулай уҡ Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы эргәһендә, сөнки мөхәррир эшенең сер-нескәлектәрен унан өйрәнергә кәрәк. Күп тә үтмәне, өсәүләп ныҡлап дуҫлашып киттек...
Рәйлә Эт йылында, Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында тыуған. Мәсетле районының Туҡбай ауылында донъяға килә. Салауат педагогия училищеһын тамамлай. Ике йыл уҡытҡандан һуң, Өфөгә килеп, “Китап” нәшриәтенә корректор булып эшкә урынлаша. Артабан бер юлы эшләп тә БДУ-ның география һәм иҡтисад факультеты­ның киске бүлегендә уҡып та йөрөй. Ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай ҡыҙ: уҡыуын тамамлап диплом ала, нәшриәттә хеҙмәтен уңышлы дауам итә. Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән һылыу егет Динис Бүләков менән осрашыуы ла тап ошо китаптар донъяһына бәйле. “Совет Баш­ҡортос­таны” гәзитендә хәбәрсе булып эш­ләп йөрөгән сағы була Динис Бүләковтың...
Өлкән коллегаларымдың эскерһеҙ, ябай мөнәсәбәте арҡаһында нәшриәт талаптарына тиҙерәк өйрәндем. “Тимер” тәртиптәр ҙә оҡшап китте, киске 6-нан һуң тура мәктәпкә йә балалар баҡсаһына йүгерергә ваҡыт ҡала, сөнки был мәлдә мин инде ике бала әсәһемен. “Ленинсы”ла гәзиттәрҙең бик һуңлап сығыуҙары теңкәгә тейгән булған икән. Минең “нәшриәт эпопеяһы” Сәүиә – Рәйләләрҙән башланып, нигеҙ-түл йыйып, тора-бара оҙайлы йылдарға һуҙылды. Тәҡдирем “мәңгелеккә” нәшриәткә беректерҙе. Бер ҡасан да үкенергә тура килмәне: әҙәбиәт, нәшриәт мине киң ҡоласына алды ла ҡабат сығар­маны. Китап нәшерләүгә мөкиббән киткән фиҙакәр хеҙмәткәрҙәр янында үҙемде һынатмаҫҡа тырыштым. Яңынан-яңы ижади проекттар, төрлө тематикалы башҡорт календарҙары, арҙаҡлы шәхестәр тура­һын­да тос мәғлүмәтле төҫлө альбомдар сериялары бергә ҡайнап эшләп, донъяға сығарылды, уҡыусыларға еткерелде, тотош республика китапханалары тәьмин ителде. Ул замандарҙағы “Башпотребсоюз” берекмәһенең егәрле хеҙмәткәрҙәре төпкөл ауылдарға ла барып, китаптары­быҙҙы таратты. Ә тираждар ниндәй: һәр китап – 20-30 мең, хатта унан да күберәк данала нәшерләнде.
“Китаптар йәш быуынға әхлаҡ, тормош тәрбиәһе биреүҙә, ни яҡшы ла ни яман икәнен төшөндөрөүҙә, башҡорт халҡының милли үҙаңын үҫмерҙәр йөрәгенә һеңде­реүҙә ярҙамсы булырға тейеш”. Иҡтисадсы ханым Рәйлә Бүләкова тап ошо күҙлектән сығып йыллыҡ планға финанс һала тор­ғайны. “Кеше уҡымаҫлыҡ китапҡа ниңә аҡса бүлергә һуң?” тип редакция мөдир­ҙәренә һорау биреп йөҙәтер ине.
План-иҡтисадсы тигәндә, ғәҙәттә, ҡырыҫ холоҡло, аҙ һүҙле, ҡоро һандарҙан, дебет-кредиттан башҡаны белмәгән етди кеше күҙ алдына баҫа. Әммә Рәйләбеҙ нәшриәт планындағы һандарға үҙенең күңел йылыһынан йән өрә кеүек ине. Уның зирәк зиһене, иҫәп-хисаптарға әүәҫлеге, нимәнән нимә килеп сығасағын бөтәһенән алда күҙаллауы арҡаһында әлеге “ҡоро” һандар йәнле китаптарға әүерелә. Сығым­дарҙы ла, табыштарҙы ла теүәл иҫәпләй белеү маһирлығы, исрафлауҙарға, тәләфләүҙәргә юл ҡуйҙыртмауы нәшриәт эшмәкәрлегенә байтаҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итте. Һаҡсыллыҡ менән табылған аҡсаларға яңы сериялар, яңы өҫтәмә китаптар сығарырға мөмкинлек тыуҙы. Ә хеҙмәт коллективының яулаған уңыштары, ярыштарҙа еңеүҙәре, айлыҡ, квартал пландарын тултырғандары өсөн билдәләнгән тос премиялар Рәйлә Бүләкованың зәһәр ныҡышмаллығы, тырышлығы, нәшриәт директорын кол­лективтың шул матди баһаламаларға лайыҡ булыуына ышандыра һәм күндерә алыуы нигеҙендә мөмкин булды. Кешегә хеҙмәт итеү, уның хәлен еңеләйтеү, юҡлыҡ мәлдәрендә (колбаса, рагуға сират тороп бер булдыҡ бит) аҙ ғына булһа ла күңелен көрәйтеп ебәреү өсөн һалған тырышлығы бушҡа китмәне, әлбиттә. Һәр иҡтисадсы ла коллектив өсөн шуны эшләй алыр ине, әммә бының өсөн Рәйләләге маҡсат-теләк, күңел киңлеге, эскерһеҙ йомартлыҡ кәрәк­тер. Ул саҡтағы нәшриәтебеҙҙең “һандар батшабикәһе” Рәйлә Бүләкова Н. Нуртди­новтың, Нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса Дәүләт комитетының (“Госкомиздат” тип кенә йөрөтә инек) ышанысын яулар­ға өлгөргәйне инде. Үткер, зирәк, сая Рәйләбеҙҙең дәүләт тематик планын ете-һигеҙ вариантта ярты эш өҫтәлен алып торған шаҡ-шоҡ төймәле хисап машинкаһында иҫәпләп сығарыуына нәшриәттә аптырамаған кеше ҡалмаған­дыр. Ә планы бит әле ниндәй: 400-450-нән ашыу исемле әҙәбиәт, тираждар ҙур. Хәтеремдә, нәфис әҙәбиәт редакцияһын­дағы “үтемле һәм уҡымлы” авторҙар китаптарының тираждары – 40– 50 мең, хатта 100 мең дана тираж менән нәшер ителде! Рәйлә Бүләкова уларын да төрлө вариантта: йә гәзит, йә офсет, йә “типог­рафик №1” ҡағыҙға, ҡаты тышлыға (ул замандарҙа 5-се переплет иң шәбе иҫәпләнә ине), йә йомшаҡ, йоҡа тышлыға күсереп иҫәпләй...
Иҡтисад бүлмәһенә барып инһәң, Рәйләнең тилбер бармаҡтары теге “төймә­ләрҙән” уттар сығара тиерһең. Эргәһенә килеп һыйынырлыҡ түгел – үҙе бер “ел-да­уыл”. Дәүләт тематик пландары “40” тап­ҡыр тикшерелеп, Госкомиздат аша, Мәскәү аша үтеп, ниһайәт, раҫлана. Ғәҙәт­тә, июль айында киләһе йылдың планын үтәү буйынса ҡыҙыу эш башлана тор­ғайны. Һәр редакцияға (нәшриәттә улар дүртәү: ижтимағи-сәйәси, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте редакциялары) план айға, квар­талға, ярты йыллыҡҡа, бер йыллыҡҡа бөтә теүәллегендә бүлеп бирелә. Пландан ситкә тайпылыу – ғәфү ителмәй! Ул заман­дарҙа коллектив эшләй ҙә, хаҡын да ала, ял да итә белде. Хатта бер мәл байтаҡ ваҡыт (әлеге лә баяғы Рәйлә Бүләкованың үткерлеге менән инде) тотош коллектив “Башнефть” ашханаһында (нәшриәт Совет майҙанындағы бинала ине) бушлай төшкө аш менән тәьмин ителде, бушлай транспортта йөрөү мөмкинлегенә эйә булды. Өҫтәүенә айлыҡ һәм квартал премиялары булып тора. Булды бит шәп саҡтар!
...Әлегеләй хәтерҙә: нәшриәттең директор кабинетында сираттағы кәңәшмә-планерка бара. Мин дә шунда, сөнки махсус баҫмалар редакцияһы мөдиремен, ҡатнашырға тейешмен. Рәйлә, һәр ваҡыт­тағыса, бар кешене хайран итеп, һандар­ҙан “уттар” уйната. Директорҙан башлап, бөтәбеҙ ҙә ышанабыҙ, күнәбеҙ иҡтисадсы­ның әйткәндәренә. Кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил­дәр, факттар. Мин үҙем шәхсән гел хайран ҡала инем уның “башының” шәп эшләүенә, беҙ бит әҙәбиәтсе-филологтар: китап сығарыу буйынса “һауала оса башлаһаҡ”, Рәйлә Бүләкова беҙҙе бик тиҙ “ергә” төшөрә. Әлеге лә шул һандары менән инде. Тыңламай, күнмәй сараң юҡ.
Финанс көрсөктәре ул ваҡыттарҙа ла булғандыр, моғайын. Иҡтисади ҡыйынлыҡ­тар тыуҙырған ҡыҫынҡылыҡ осорҙары нәшриәтте лә урап үтмәне, әммә иҡтисад бүлеге етәксеһе Рәйлә Мөхәмәт ҡыҙы нәшриәт “карабын” шул даръяларҙан ватмай-емермәй алып сыға алды: булдыҡлы ла, белдекле лә ине шул. Мин генә түгел, моғайын, башҡалар ҙа һоҡланып та, яратып та ҡарай инек уға: һәр саҡ бөхтә, за­уыҡ менән кейенгән, сәс-бит ҡиәфәте “тулы тәртиптә”; кәңәшмә-планеркаларҙа уртаға сығып (бөтәбеҙ ҙә ишетерлек итеп) иҫбатлайһын дәлилләп, дебет-кредиттарын алдыңа һалып тигәндәй аңлатыр, төшөндөрөр ине. Миңә ҡалһа, уның эштәге берҙән-бер маҡсаты китаптар, тираждар, авторҙарға гонорарҙар, нәшерселәргә премиялар, лайыҡлы эш хаҡтары булһын тип тырышыу ине.
Бер мәл коллективта (беҙҙә генә түгел, әлбиттә) “премия за выслугу лет” тигән иҡтисади сара планлаштырылды. Рәйлә­беҙ Госкомиздаттан, Министрҙар Кабинетынан – бер һүҙ менән әйткәндә, Хөкү­мәт йортонан ҡайтып инмәй: шул “шәп” сараны юллай. Һүҙен дә таба, дәлилдәрен дә килтерә, барыбер “еңеп” ҡайта: нәшриәтебеҙҙә йәнә байрам!
Ошо хәлдәрҙе, нәшриәт, әҙәбиәт хаҡы­на ул атҡарған бихисап изге ғәмәлдәрҙе хәҙер йыш ҡына һағынып иҫкә алабыҙ. Батыр йөрәкле Динисына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡарата Тәңребеҙҙән бик һирәк ҡатын-ҡыҙҙарға ғына бирелә торған саф, эскерһеҙ, тоғро мөхәббәтле Рәйләбеҙҙе һағынабыҙ. Уның телеңде йоторлоҡ аш-һыуҙары, бөтә ауырыу ғазап­тарын еңеп, тилбер бармаҡтары менән нағышлаған ебәк ҡулъяулыҡтары, башҡа һоҡланғыс бәйләм өлгөләре, селтәр япмалары, салфеткалары, балҡып көлөп ебәреүҙәре, шуҡлыҡтары, нәшриәттең бай­рам сараларында зал уртаһынан талғын ғына “йөҙөп” бейеп китеүҙәре оҙон-оҙаҡ йылдар хәтерҙә торор инде. Фатирымдың стенаһында эленеп торған ул нағышлап сигеп, рамлап бүләк иткән һап-һары көнбағыш сәскәләренә, Ҡол-Шәриф мәсетенең зәңгәрһыу манараларына көн дә ҡарайым, сөнки улар минең күҙ алдымда ғына һәм Рәйлә Бүлә­кованы өҙөлөп күргем килә. Баҡыйлыҡҡа күскәненә лә быйыл декабрҙә ике йыл тула, ә ул бөгөнгөләй иҫтә. “Мобиль”дән һөйләшкән һуңғы оҙайлы әңгәмә лә хәтер­ҙә. Яҡшы затлы, алтын ҡуллы маһир нә­шерсе, тоғро дуҫым, күңелем серҙәше, киң ҡарашлы, киң ҡоласлы замандашым – китапташым Рәйлә, һинең менән бер ултырып, туйғансы һөйләшәһе, серләшәһе ине...
Ғәлиә ҒӘЛИМОВА,
нәшриәт ветераны.


Вернуться назад