Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән мөғжизә иһә был маҡсатты тормошҡа ашырырға мотлаҡ ярҙам итәсәк. Өҫтәүенә был ҡоролма органик ашламаны бушлай әҙерләп биреп кенә ҡалмай, баҡсалағы, эргә-тирәләге ҡый үләндәренән дә оҫта ҡотолдора. Уталған сүп ямғырға эләгеп серемәһен, насар еҫ сығарып, себен-фәлән йыймаһын йә, киреһенсә, эҫе ҡояшта янып кипмәһен өсөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән уңайлы компостер яһай алабыҙ.
Компост – микроорганизмдар эшмәкәрлеге йоғонтоһонда төрлө органик матдәләрҙең сереүенән барлыҡҡа килгән тәбиғи һәм бушлай ашлама.
Баҡсасының шәхси ихтыяжынан сығып, ғәҙәттә 200 – 1000 литр һыйҙырышлы уңайлы һауыт итеп яһала компостер. Ашлама өсөн таман йәшниктең үлсәме ике – дүрт квадрат метр, бейеклеге бер метрға етә. Компостерҙы төрлө материалдан яһаһаң да була, иң мөһиме – стеналары йылы тотһон, ә эсендәге артыҡ һыу аҫҡа ағып төшә алһын. Һис шикһеҙ, уны ҡулланыу ҙа артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмаһын. Ошондай төр ҡоролмаларҙың ике, хатта өс камералылары ла осрай.
Баҡса компостерын, ғәҙәттә, ағастан яһайҙар. Бурсанан йыйылған каркасты ағас таҡталар менән көпләйҙәр. Ҡапҡасын иһә бөтөнләй япмайҙар йә ҡаҫмаҡ ҡулланалар.
Эйе, кемдәрҙер компост өсөн соҡор ҡаҙып, шунда ашлама әҙерләү менән мәшғүл. Әммә бындай алымдың һауа үткәрмәүе, һыу йыйыуы кеүек кире йоғонтоһо бар. Өҫтәүенә соҡорҙағы ашламаны болғатып та, әҙерен иң аҫтан алыуы ла ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Компостерҙы баҡсаның ҡорораҡ – дымды яҡшы үткәргән (ҡом, гравий, үлән) урынға ҡуйыу кәрәк. Ашлама яҡшы өлгөрһөн өсөн, уны ваҡыты-ваҡыты менән болғатып тороу зарур. Әҙер компост һаҫыҡ түгел, урман, бәшмәк еҫенә тартым була. Төҫө – ҡуңыр, көрән. Йәшел икән, тимәк, өлөшләтә силос һалынған, ҡара төҫ иһә ашламаның үтә янғанын аңлата. Әгәр компоста ямғыр селәүҙәре күп икән, шатланып, уларҙы түтәлдәрегеҙгә таратып һалығыҙ.
Йәшелсә һәм еләк түтәлдәрен фәҡәт компост өҫтөнә яһарға була. Күтәртелгән урынға компост һибеп, үрсетмәләрҙе сәсәләр. Алмағас йә башҡа эре үҫентеләр ултыртҡанда, компост ҡаҙылған әҙер соҡорға һалына. Яҙын бындай ашламаны ҡыуаҡ һәм ағас төптәренә һибәләр.
Компостерға нимә һалырға:
ЯРАЙ: йәшел япраҡ, сабылған үлән, һабаҡ, аш-һыу, емеш-еләк ҡалдыҡтары, тиреҫ, һалам, ботаҡ, көнбағыш ҡабығы, кукуруз сәкәне, ҡағыҙ, бысҡы онтағы.
ЯРАМАЙ: ит, балыҡ, сало ҡалдыҡтары, һөйәк, һөт ризыҡтары, һауыт-һаба йыуыу өсөн химик шыйыҡса, синтетика.
Алма ҡойолор
мәл еттеАвгуст айында емеш ағастары үҫеүҙән туҡтап, бар көсөн уңышты өлгөртөүгә йүнәлтә. Алма һәм грушалар ҡойолмаһын өсөн тәжрибәле баҡсасылар был мәлдә уларға һыу ҡоймаҫҡа кәңәш итә.
Уңышты күп биргән, ауырайған ботаҡтар аҫтына таяу ҡуйыу зарур. Әммә ошо ҡулайламаға тейгән урынына йомшағыраҡ, ағасты боҙмаған материал ҡуйырға онотмағыҙ.
Халыҡ телендә август айы “алма ҡойолған мәл” тип йөрөтөлә. Ысынлап та, ҡайһы бер баҡсаларҙа ағас төптәренә емештән балаҫ йәйелгәнме ни! Был уңышты шунда уҡ йыйып, унан алма һеркәһе яһарға йә киптерергә була.
Әгәр ҙә йәй ямғырлы булып, ағастың япраҡтары ла, емештәре лә таҙ менән зарарланған икән, алмағасты ла, грушаны ла мотлаҡ дауалар кәрәк. Бының өсөн көҙөн ҡойолған япраҡтарҙы тырматып, компост яһағыҙ йә ергә күмегеҙ. Иртә яҙҙа ағастарға – баҡыр купоросы (10 литр һыуға 50-100 грамм), вегетация башланғансы һәм унан һуң тимер купоросы (10 литр һыуға 500 грамм) һибеү файҙалы булыр.
Уңышын йыйып алып, яҡынса ике аҙна ваҡыт үткәс, иртә өлгөргән алма һәм грушаларҙың тамырҙары әүҙем үҫә башлай, ошо мәлдә уларҙы органик ашлама менән туҡландырығыҙ. Емеш ағастары ҡышты имен-аман үткәрһен өсөн август аҙағында уларға фосфорлы-калийлы ашламаны йәлләмәгеҙ.