Тырыштарға шатлыҡ үҙе килә09.08.2016
Тырыштарға  шатлыҡ үҙе килә “Еңел килгән мал ҡәҙерһеҙ, ләззәте лә аҙ була” тигән һүҙҙәр бар билдәле яҙыусы, шағир Ҡадир Даян яҙып ҡалдырған әҙәби мираҫыбыҙҙа.

Был фекерҙе баҡса теленә әйләндереп, биләмәңде үҙ ҡулың менән матурайтһаң, үҙенсәлекле биҙәктәр уйлап сығарһаң, йәнең дә, тәнең дә ял итер, зауығың да үҫер, тип әйтмәксебеҙ. Өй тирәһендә ҡулланылған ябай ғына деталдәрҙән дә бынамын тигән интерьер яһап була. Тишелгән табаҡ-сәйнүк, төрлө формалағы буш һауыттар, тәгәрмәс шиналары, эш ҡорал­дары, таштар, буяу һәм башҡалар – барыһынан да үҙенсәлекле әйберҙәр эшләп, ихатаны күркәмләндерергә мөмкин.
Мәҫәлән:
1. Төҫлө таштарҙан йыйылған “күбәләк”-һуҡмаҡ.
2. Иҫке тырманан эш ҡоралдары өсөн элгес.
3. Табаҡтан – жираф, шешәнән – ҡош, һағыҙаҡ.
4. Тимер ҡапҡастарҙан – сәскә.
5. Иҫке сәйнүктән – гөл һауыты.


Тырыштарға  шатлыҡ үҙе киләСәскә – сиргә ҡаршы
Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты ғалимдары орхидея бүлбеләрендә яман шешкә ҡаршы матдәләр барлығын асыҡлаған.
Уҡыу йортоноң Ботаника баҡсаһы лабораторияһы мөдире Лавр Крюков белдереүенсә, был сәскә бүлбеләренең шифаһы күптән асыҡланған. Әммә ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын иҫкәр­теү сараһы булараҡ ҡына билдә­ле булған.
– Бер йыл элек орхидеяны ныҡлап тикшереп, уның составында яман шешкә ҡаршы биологик матдәләр таптыҡ. Уларға ихтыяж бик ҙур, – ти Лавр Андреевич.
Сәскә бүлбеһендәге ҡиммәтле дарыу эшләүҙә ҡулланылған скваленды акуланың бауырынан да алалар. Асыштың икенсе компоненты булған лупеол иһә бөгөн яман шеште бөтөрөүҙә ҡулла­ныл­ған химик терапия препараттарынан күпкә ҡеүәтлерәк. Әле ғалимдарға биологик әүҙем компоненттарҙы тәфсирләп тик­ше­рергә кәрәк. Аҙаҡ тәжрибә хайуандарҙа дауам итәсәк.
Лавр Крюков һүҙҙәренсә, яман шеште иҫкәртеү өсөн тәбиғи дарыуҙы үҫемлек рәүешендә ҡулланыу отошлораҡ. Химик дауа менән сағыштырғанда, бындай алымдың кире эҙемтәһе булмаясаҡ.







Вернуться назад