Еләк: август мәшәҡәттәре09.08.2016
Еләк: август мәшәҡәттәре Баҡса еләген бик үҙенсәлекле ысул менән үҫтереүсе бер яңы танышым ошо көндәрҙә ҡыҙыҡлы фекер әйтте. “Һуңғы ваҡытта күбәйеп киткән яңы сорттарға мин ышанып бармайым. Улар бер тапҡыр ғына мул уңыш бирә лә артабан ваҡлана йәки бөтөнләй үҫмәй ҙә ҡуя. Элекке “фестивальный” йәки “комсомолка” кеүек беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырып сығарылған сорттарға етмәй береһе лә...”

Баҡсасылар араһында йыш ҡуҙғатылған ошо теманы ҡуйыртмай, бер әйберҙе билдәләп үткем килә. Сорттар күп булһа ла, беҙ яратҡан культураны ултыртыу ысулдары, нигеҙҙә, оҡшаш.


Уңайлы ваҡыты

“Башҡортостан” гәзитенең “Баҡса” битендә бер нисә ай элегерәк яҙып китеүебеҙсә, еләкте яҙғыһын һәм көҙгөһөн күсереп ултырталар. Быйыл бының өсөн уңышлы көндәр ай календары буйынса 2-3, 8-9, 22-23, 27-31 июль, 4-6, 9-11, 19, 25-26 авгусҡа тура килә. Иң яҡшыһы – август айында ултыртыу, ти тәжрибәле баҡсасылар. Бына уңай ваҡыт килде... Йәнә, алда әйтеп үтеүебеҙсә, еләк үҫентеләрен, шулай уҡ башҡа баҡса емештәрен дә Башҡортостан питомниктарынан алыу дөрөҫ булыр. Ундағы сорттар беҙҙең климат шарттарына яраҡлаштырылған була, ә белгестәр нисек ултыртырға, артабан ҡарап үҫтерергә лә өйрәтер. Осраҡлы кешеләрҙән ҡулдан һатып алыу йәки төрлө ваҡ сауҙа нөктәләрендәге матур реклама фотолары менән биҙәлгән пакеттарға ҡыҙығыу дөрөҫ түгел.


Үҫенте һайлау

Төрлө ауырыуҙарға бирешмәй үҫеп, тәмле еләктәренән мул уңыш бирһен өсөн сифатлы үҫентеләрҙе ултыртыу мотлаҡ. Көс һәм ваҡытығыҙ шул саҡ бушҡа сарыф ителмәҫ. Уларҙы һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә? Белгестәр тамыр системаһы ябыҡ булған (пластик стакандарҙа) бер йыллыҡ үҫентеләрҙе алырға кәңәш бирә. Тамырҙары серек төҫкә инмәгән, көслө, 5 см оҙонлоҡта булырға тейеш. Ныҡ үҫешкән япраҡтары өс-дүрт бөртөктән артмаһа, тағы ла яҡшыраҡ. Япраҡтары сәләмәт йәшел төҫтә, ялтыр һәм ваҡ ҡына йөнлө, уртаһындағы йөрәксәһе ныҡ һәм һығылмалы булырға тейеш. Стакандағы йәки кассеталағы үҫентеләрҙең тамырҙары һауыттың эсен тотошлай тултырып торорға тейеш, ә торфлы көршәктәгеһенең тамырҙары уны тишеп тышҡа сығып күренһен... Алыр алдынан яҡшылап ҡарағыҙ – әгәр ағарған, бөрөшкән япраҡтары булһа йәки ниндәйҙер таптар бар икән, бындай материалды алмағыҙ. Һанап киткән билдәләр үҫентенең насар сифаты, уларҙың төрлө ауырыуҙар һәм бөжәктәр менән зарарланғанлығы хаҡында һөйләй. Әгәр ҙә үҫентене үҙегеҙ әҙерләйһегеҙ икән – ергә тамырланып киткән мыйыҡтың төп ҡыуаҡсыҡтан килгән һабағын ҡайсы менән ҡырҡығыҙ. Ул үҙаллы туҡланыуға күсә. Быны күсереп ултыртыр алдынан 2 аҙна алдараҡ эшләргә кәрәк.

Ниндәй культураларҙан һуң?

Алдараҡ яҙып киткәйнек, еләк ҡалҡыуыраҡ, тигеҙ һәм ҡояш яҡшы төшкән урынды ярата. Соҡорораҡ, еүеш урында ул серей, күгәрә башлай, төрлө ауырыуҙарға бирешә. Тупраҡтың еңел булыуы шарт, әселеге 5,5 – 6,5 күрһәткесенән артмаҫҡа тейеш. Ерҙе 1 кв.м. майҙанға 2-3 биҙрә органик ашлама индереп ултыртырҙан 2 аҙна алдан уҡ әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Тағы ла шул саҡта уҡ тупраҡҡа (һәр 1 кв.м.) 40 г икеләтә суперфосфат, 20 г калий ашламаһы (ағас көлө) индерергә кәрәк.
Ултыртыр урынды билдәләр алдынан ошо ерҙә элек ниндәй культура үҫкәнен иҫәпкә алығыҙ. Ошоғаса ҡатмарлы сәскәле культуралар йәки помидор, баклажан, картуф, көнбағыш үҫкән ергә ултыртырға кәңәш итмәй белгестәр. Тәмле еләкте элегерәк ошо культуралар үҫкән ерҙә ултыртырға һәм мул уңыш алырға өмөт итергә була: борсаҡ, фасоль, редис, һарымһаҡ, петрушка, торма, горчица, укроп, салат, һоло, һуған.


Ултыртыу тәртибе

Һәр үҫенте өсөн 25х25х25 см соҡор ҡаҙырға, төбөнә соҡорҙоң тәрәнлеген 15 ҡалдырып, ҡатнаш тупраҡ әҙерләмәһе һалырға кәрәк. Ултыртҡас шуның менән күмергә кәрәк. Ҡатнашма 1 биҙрә ошо ерҙең тупрағы, 1 биҙрә компост, 1 биҙрә ат тиҙәге һәм 2 стакан көлдән яһала.
Үҫентеләрҙе бик өҫкә, йәғни һай итеп ултыртырға ярамай (2-се һүрәттә). Был осраҡта үҫеш сығанағы булған уртаһындағы йөрәксәһе кибәсәк, ҡыуаҡсыҡ һулый. Артыҡ тәрәнгә лә ултыртырға ярамай (3-сө һүрәт), юҡһа йөрәксәһе тупраҡ кимәленән аҫтараҡ ҡаласаҡ һәм һәләк буласаҡ. Әгәр ҙә уның үҙәк өлөшө ерҙән әҙ генә ҡалҡып сығып торһа (1-се һүрәт), үҫенте ерегеп үҫеп китәсәк.
Соҡорға ултыртыр алдынан уның уртаһында конус формаһында бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ яһар кәрәк. Шулайтһаң, үҫентенең тамырҙары тигеҙ булып йәйелә. Тамырҙарҙы бөкләргә ярамай, әгәр 7 сантиметрҙан оҙонораҡ булһа, әҙерәк ҡырҡырға мөмкин. Аҙаҡ яҡшылап һыу һибергә кәрәк. Белгестәр һәр үҫенте аҫтына ярты литр НВ 101 – 93 эретмәһе индерергә тәҡдим итә. Ул 1 литр һыуға ошо матдәнең 93 тамсыһын тамыҙып әҙерләнә икән...
Артабан компост йәки һалам, бесән, бысҡы вағы (10 см) менән мульча яһайҙар һәм махсус материал менән парник эффекты яһар өсөн ҡаплап торалар. Был тамыр йәйеп ебәреү өсөн файҙалы. Киләсәктә сүп үләндәренән утап, мыйыҡтарын ҡырҡып торалар. Ултыртҡандан һуң һауа шарттары ныҡ ҡоро булһа, һыу һибеп торорға кәрәк. Сөнки был осорҙа киләһе йылдағы уңыштың нигеҙе булған сәскә бөрөләренә нигеҙ һалына.


Түтәл схемаһы


Түтәлгә еләкте бер нисә схемала ултыртырға була.
Бер юлға, йәғни рәткә теҙеп ултыртыу. Үҫентеләр араһы – 15-20 см, ә рәттәр араһы – 60-70 см.
Ике рәтле итеп ултыртыу. Был осраҡта үҫентеләр таҫмаһы араһы – 60-70 см, рәт араһы – 30 см, ҡыуаҡсыҡтар араһы – 15-20 см.
Тәбиғи агротехник схема. Был осраҡта үҫентеләрҙе һәр 50 см аша бер рәткә 50 см киңлектәге түтәлгә теҙәләр. Рәттәр араһы 50 см тәшкил итә.
Аҫтағы һүрәттә тағы ла бер (уны сатраш тип әйтергә була) ысул тәҡдим итәбеҙ.


Ҡара пленка аҫтына
ултыртыу


Мул уңыш алыр өсөн тәжрибәле баҡсасылар еләкте ҡара пленка йәки агротуҡыма аҫтына ултыртыу ысулын ҡулланалар. Был әйберҙәр менән еләк ултырта торған ерҙе тотошлай ҡаплайҙар. Ҡара материал тупраҡҡа ҡояш нурын үткәрмәй, шунлыҡтан унда сүп үләндәре үҫә алмай. Эште ниҙән башларға? Беренсенән, еләк плантация­һына етерлек итеп ҡара полиэтилен пленка йәки агротуҡыма һатып алығыҙ. Икенсенән, ошо мульча ролен үтәйәсәк материалды, уның мөйөштәрен соҡорға күмеп, ә периметрын тупраҡ менән баҫтырып, тотош ергә ҡаплағыҙ. Артабан үҫентеләрҙе шахмат тәртибендә (ҡыуаҡсыҡтар араһын 25-30 см итеп) ултыртығыҙ. Бының өсөн алдан билдәләнгән урындарҙы перпендикуляр рәүештә ҡырҡып сығығыҙ. Ҙур булмаған ана шул тишектәр аша ҡулығыҙ менән соҡор яһап, үҫентеләрҙе ултыртығыҙ. Иғтибар итегеҙ – тишектәр сүп үләндәре үҫмәһен өсөн ҙур булырға тейеш түгел.
Еләк ентекле итеп, ҡәҙерләп ҡараһаң, мул уңыш бирә. Кемгә нисектер, ләкин, минең уйымса, ул үҙен яратҡанды һиҙә һәм рәхмәтле булып, тәмле еләктәре менән бүләкләй... Уңышығыҙ мул булһын!


Вернуться назад