Матурлыҡты – үҙ ҡулыбыҙ менән14.06.2016
Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менән Иҫкергән йә ниндәйҙер өлөшө кителгән мискәнән сәскәләр һәм башҡа үҫемлектәр өсөн матур “кәштә” яһарға була.


Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менәнҘур булмаған сәскә һауытының ҡиәфәтен ағастан яһалған кер элгестәр ярҙамында биҙәп, үҙгәртеү ысулы бар.


Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менәнСәскә-гөлдәрҙең күбеһе йәйге осорҙа тышҡа сығарыла. Уларҙы күркәм итеп урынлаштырыу өсөн бушыраҡ, әммә яҡтылыҡ етерлек кимәлдә төшкән ергә, ағастан яһалған рамаларға ултыртып ҡуйырға була.


Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менәнЙорт, баҡса тирәһендә төрлө дәүмәлдәге таштар күпме? Бик мәслихәт, сөнки уларҙы ҡулланып матур рокарий яһап ҡуйыу мөмкинлеге бар.


Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менәнЭш ҡоралдарын, ҡара эш кейемдәрен, башҡа ҙур кәрәк-яраҡты бер урында, ипле генә һаҡланыуын теләйһегеҙме? Улайһа, түбәндәге идея һеҙҙең өсөн: шкаф формаһындағы ҡулайлама эшләргә лә кәрәкле элгестәр ҡуйырға.


Матурлыҡты –  үҙ ҡулыбыҙ менәнЙөк ташығанда ҡулланылған палеталарҙан бынамын тигән кәртә яһарға була. Нығытып урынлаштырғас, матур төҫкә буяп, өҫтәренә сәскә-гөлдәр ҡуйһағыҙ, баҡсағыҙ тирә-яҡҡа йәм өҫтәр!


Вернуться назад