Яңы өлгөрөп килгән йәшелсәләр — бигерәк тә редис, сөгөлдөр, кишер, йәшел һуған, төрлө тәмләткестәр баҡсасылар баҙарында, кибет кәштәләрендә күренә лә башланы.Бер ханым һатыусы апайҙан сөгөлдөр япрағын һораны. “Күптәр уның файҙаһын белмәй бит, шуға өҙөп һалып алдым”, — тип сумкаһынан төргәк килтереп сығарҙы. Теге ҡатын һөйөнөп китте лә икенсе юлы тағы ла күберәк алып килеүен һорап, был япраҡтарҙы нисек файҙаланыуын һөйләп бирҙе.
Витамин салаттары әҙерләгәндә сөгөлдөрҙөң йәш япраҡтарын да һалып ебәрә икән. Ул айырыуса бер тәм бирә. Борщ бешергәндә лә ҡуллана. “Әгәр япраҡтар күп булһа, бәлеш тә бешерәм, йәшел һуған менән йомортҡа ҡушам. Голубцы эшләгәндә эслекте сөгөлдөр япраҡтарына ла төрөргә мөмкин”, — тине ханым, тағы ла петрушка, әнис, кинза, сельдерей, базилик кеүек йәшел тәмләткестәрҙе алып.
Татлы һыу ғына түгел...Баҡса еләге өлгөрҙө. Бер ҡараһаң, уның әллә ни файҙаһы ла юҡтыр инде, ҡоро һыу ғына бит, тип әйтеүселәр бар. Ләкин еләк, киреһенсә, В2, В5, В6
һәм К витаминдарына, баҡыр менән магнийға бай.
Сан-Диеголағы Калифорния университеты ғалимдары, мәҫәлән, еләктең алты файҙалы сифатын билдәләгән. Витаминдарға бай икәнлеген әйттек инде. Икенсенән, ябығырға теләгәндәр өсөн ҡулай икән. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының үҫешенән ҡотолорға ла ярҙам итә. Ҡартайыуҙы кисектерә. Өсөнсөнән, ул калийға бик бай, йөрәк өйәнәктәре хәүефен кәметә. Дүртенсенән, баҡса еләгендә С витамины цитрустарға ҡарағанда ла күберәк. Әгәр, быныһы инде бишенсенән, иртәнсәк бешерелгән бутҡаларға ҡушып ебәрһәң, көнө буйына етерлек көс алырға була. Ниһайәт, алтынсынан, еләктәр тештәрҙең ныҡлығын тәьмин итә, унда таштар барлыҡҡа килеүҙе иҫкәртә.
Мәлендә һәр еләк-емеште бешкән генә сағында ашап, организмды тәбиғи витаминдар менән байытып ҡалырға кәрәк.
Кимереүсене нисек ҡыуырға?Күп баҡсасыларҙың бәләһе — һуҡыр сысҡан. Шахтер шикелле ер аҫты донъяһын айҡап-байҡап йөрөй. “Йөрөһөн дә!” — тиер кемдер.
Ҡайһы бер емеш ағастарының тамырҙарын, күп кенә сәскәләрҙең һуғанбаштарына зыян килтергәнен татымаһаҡ, әллә ни иғтибар ҙа итмәҫ, ләлә, нәркәс кеүек сәскәләрҙең ер аҫтындағы өлөштәрен ашағанын күрмәһәк, иҫебеҙ ҙә китмәҫ ине. Әммә һуғанбаштары юҡҡа сыҡҡан сәскәләрҙең бысылған кеүек ерҙә ятҡанын күреп, йән көйә. Шуға һуҡыр сысҡанға ҡаршы һуғыш астыҡ.
Боронғо бер ышаныу бар. Ҡасандыр янғын булған урында төҙөлгән йортта сысҡан да, ҡомаҡ та булмай икән. Кимереүселәр көлдө яратмай, тәпәйҙәрен ялағанда ул ауыҙ ҡыуышлығына эләгеп, ялҡынһыта. Шуға күрә бер биҙрә көлдө биш квадрат метр ергә һипһәң, кимереүселәр бер нисә көн эсендә баҡсағыҙҙы ташлап китәсәк. Мөгәрәпкә картуфты һаҡларға һалғанда ла көлгә бутаһаң, сысҡандар яҡын бармаясаҡ.
Баҡсасылар шулай уҡ пластик һауыттарҙы ла кимереүселәргә ҡаршы оҫта ҡуллана. Унда бер нисә тишек уйып, ҡыйшайтыбыраҡ ергә ҡаҙап ҡуйһаң, ел ваҡытында ғәжәп көслө тауыш сығара. Кимереүселәргә был оҡшамай һәм ул тирәнән тайыу яғын ҡарайҙар.
Бынан тыш, өңдәренә балыҡ башын, һарымһаҡ тырнаҡтарын, сәтләүек япрағын һалһаң да, бик файҙалы буласаҡ.
Бөгөлөп төшмәһен тиһәңПиондар үҫмәгән баҡса бармы икән? Аҡ, ҡыҙыл, алһыу төҫтәге ялбыр сәскәләрҙең хуш еҫтәренән баш әйләнә.
Сәскәләре эре, ҙур булыу сәбәпле, ҡайһы ваҡыт һабаҡтары ауырлығын күтәрә алмай бөгөлөп төшә һәм һына. Ботаҡтары таралып ултырмаһын өсөн уларға терәк ҡуйып сығырға кәрәк. Ошо һүрәттәге кеүегерәк. Бының өсөн металл-пластик һыу торбаһын файҙаланырға мөмкин. Нисек эшләү — һәр баҡсасының үҙ фантазияһында.
Пиондар бер урында — 50, хатта 100 йыл да үҫә ала, шуға күрә баҡсаны йәмләп ултырһын тиһәгеҙ, хәстәрлек тә күрергә кәрәк.
Н. МӘҺӘҘИЕВ әҙерләне.