Йәйҙең йәме нимәлә? Еләктә!17.05.2016
Гүзәл баҡса – үҙенең ер участкаһы булған һәр кемдең тиерлек хыялы. Бөгөнгө көндә төрлө емеш-еләк үҫентеләре бихисап. Улар араһынан теләһә ҡайһыһын һайлап алып, үҙеңдең күңелеңә ятҡан ожмах мөйөшө булдырырға мөмкин. Ана шул матурлыҡты баҡса еләгенән тыш күҙ алдына килтереп булмай! Сөнки бигерәк тә балаларҙың күңелен тартып торған татлы һәм һутлы еләк — тәмле ризыҡ ҡына түгел, ә кеше организмына ифрат файҙалы аҙыҡ та.
Тәмле ле, файҙалы ла
Баҡса еләге (садовая клубника) кеше һаулығы өсөн файҙалы микроэлементтарға һәм витаминдарға бай. Уның составындағы С витамины һәм органик кислоталар, флавоноидтар һәм башҡа ҡиммәтле матдәләр күҙ ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы. Ә күҙ алмаһындағы баҫымды был алыштырғыһыҙ баҡса емешендә етерлек кимәлдә булған калий нормалләштерә. Составындағы һәйбәт үҙләштерелә торған матдәләр онкологик ауырыуҙарҙы профилактикалау көсөнә эйә. Ризыҡтағы аскорбин кислотаһы организмда коллаген барлыҡҡа килтерә, ә уныһы инде тән тиреһенең ҡартайыуына ҡаршы тора, ҡандың составындағы холестеринды кәметә, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта һәм баш мейеһенең ҡан тамырҙарына ыңғай йоғонто яһай. Ғөмүмән ҡан әйләнеше өсөн иң файҙалы тимергә һәм В9 — фолий кислотаһына бай, анемияға ҡаршы тәбиғи препарат, ауырлы ҡатындарға буласаҡ баланың дөрөҫ үҫеше өсөн ныҡ ҡиммәтле продукт. Тәмле емештәге микроэлементтар һәм витаминдар шулай уҡ организмдың иммунитетын нығыта (А витамины), нервы күҙәнәктәрен һаҡлай (В витамины), сәстең, тырнаҡтарҙың һәм тиренең сәләмәт үҫеше өсөн яуаплы (К һәм Е витаминдары).
Үрсетеү
Баҡса еләге — үрсетеүгә еңел, ләкин мул уңыш алыу өсөн тәрбиәләп үҫтереүгә ярайһы уҡ мәшәҡәтле культура. Ул вегетатив ысул – үҫенте аша үрсей. Йәғни төптән сыҡҡан мыйыҡтар ергә ерегеп, кескәй үҫентеләргә әйләнә. Улар еләк сәскә атҡас һәм уңышты йыйып алғас күпләп үҫә.
Тәжрибәле баҡсасылар нисек үрсетә? Булмаһа, уларға эйәрәйек. Күсереп ултыртыу өсөн иң һәйбәте – бер-ике йыллыҡ төптәрҙән үҫеп сыҡҡан мыйыҡтар. Һәр төптән бер-икене ҡалдырһағыҙ, ҡыҫҡа ғына ваҡытта һәйбәт тамырлы әҙер үҫентегә әйләнер. Уларҙы күсереп ултыртһағыҙ, нығынып, тәүге йылда уҡ уңыш бирерҙәр. Уңған баҡсасы ерендә үҫенте-орлоҡ әйләнеше (севооборот) туҡтауһыҙ бара. Һәм ул сифатлы еләк үҫентеләрен үҙе етештерә. Бының өсөн айырым йәш плантация-түтәл яһала. Күпләп көслө үҫентеләр алыу өсөн уға һәйбәт йомшартылған һәм тиреҫ, минераль ашламалар индерелгән ер билдәләнә. Артабан унда барлыҡҡа килгән барса сәскәләрҙе ҡырҡып барырға кәрәк. Был осраҡта төп энергия еләктәргә түгел, ә мыйыҡтарға һәм уларҙан сыҡҡан йәш үҫентеләргә ныҡлап тамырланыуға китә. Ә еләк йыйған түтәлдәрҙә, киреһенсә, мыйыҡтарҙы ҡырҡып ташларға кәрәк. Ошо түтәлде гелән йомшартып, һыу һибеп һәм сүптәрҙән таҙартып, бер йыл эсендә күп яңы үҫенте алырға була. Һүҙ, әлбиттә, һәйбәт уңыш биргән еләк сорты тураһында бара.
Еләкте яҙғыһын һәм көҙгөһөн күсереп ултырталар. Быйыл бының өсөн уңышлы көндәр ай календары буйынса 2-3, 8-9, 22-23, 27-31 июль, 4-6, 9-11, 19, 25-26 авгусҡа тура килә. Иң яҡшыһы – август айында ултыртыу, ти тәжрибәле баҡсасылар.
Сорт һайлау
Иң дөрөҫ юл – еләк үҫентеләрен, шулай уҡ башҡа баҡса емештәрен дә Башҡортостан питомниктарынан алыу. Ундағы сорттар беҙҙең климат шарттарына яраҡлаштырылған була, ә белгестәр нисек ултыртырға, артабан ҡарап үҫтерергә лә өйрәтер. Осраҡлы кешеләрҙән ҡулдан һатып алыу йәки төрлө ваҡ сауҙа нөктәләрендәге матур реклама фотолары менән биҙәлгән пакеттарға ҡыҙығыу дөрөҫ түгел. Ошо юлдарҙың авторы, 20 йылдан ашыу яратып еләк үҫтереүсе, бер нисә тапҡыр (алдан белә тороп!) отолдо инде был йәһәттән...
Тағы ла яҡшы юл бар. Ул да булһа, һәйбәт сортлы үҫентеләрҙе тәжрибәле баҡсасыларҙан алыу. Ғөмүмән, күршеләрҙең аралашып, төрлө емеш культуралары менән алмашып тороуы файҙалы ла, күңелле лә...
Ғөмүмән, гөрләтеп үрсетеп ебәрер өсөн һәйбәт сорттан биш төп үҫенте етә. Ә баҡсала еләкте ике-өс сорттан да кәм үҫтермәйҙәр. Республикала “фестиваль”, “комсомол”, “эстафета”, “талисман”, “зенга-Зенгана” кеүек электән баҡсасылар күнеккән сорттарҙан тыш, яңылары ла бихисап. Төрлө ғилми-тәжрибә үҙәктәрендә беҙҙең тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылып яңы төрҙәр сығарыла. Шунлыҡтан иң дөрөҫө – йылына берәр сортты алып, уны үҫтереп ҡарау, ә ерегеп киткәнен артабан үрсетеү.
Күсереп ултыртыу һәм тәрбиәләү
Ултыртҡандың нәҡ икенсе йылына һәйбәт уңыш бирәсәген иҫәпкә алғанда, төп иғтибарҙы дөрөҫ күсереп ултыртыуға һәм тәрбиәләп үҫтереүгә бүлергә кәрәк. Үрҙә әйтеп үткән плантация-түтәлдәге төптән киткән тәүге мыйыҡ-үҫенте иң көслөһө була. Һатып алғанда ла иғтибар итегеҙ: иң мөһиме матур мул япраҡтар түгел, ә яҡшы үҫешкән тамыр!
Ғөмүмән, еләкте яҙғыһын һәм көҙгөһөн генә ултыртмайҙар. Был эште йәй буйы ла атҡарырға була. Бер йылдан ашыу үҫкәнен күсергәндә шуға иғтибар итегеҙ: яңы урында ул ҡайһы яғы менән ҡояшҡа ҡарап ултырған – нәҡ шулай ҡалһын! Юҡһа көньяҡ-төньяҡ буталғандан ул йонсоп ауырый...
Ашлама өсөн иң уңышлыһы — янған иҫке тиреҫ. Уны 10 квадрат метрға биш килограмм самаһы һалып, ерҙе ҡаҙып, һәйбәтләп аралаштырырға кәрәк. Хәҙер баҡсасылар өсөн махсуслашҡан магазиндарҙа төрлө ашламалар күп, шунлыҡтан ҡайһыһы һәйбәт икәнен атап китеү мөмкин дә түгел. Иң дөрөҫө — калий, фосфор һәм азот ҡатнаштырылған комплекслы ашлама. Ләкин ниндәйен генә алһағыҙ ҙа, һәр ҡаптың йәки төргәктең тышындағы яҙманы уҡып, шундағы тәҡдимдәр буйынса эш итегеҙ.
Түтәлгә рәт араларына 70 сантиметр, ә үҫентеләр араһына 25 сантиметр ара ҡалдырып ултырталар. Еләктең тамырҙары өҫтә генә ята, шунлыҡтан үҫенте төптәрен дымдан һаҡлау өсөн мульча менән ҡапларға кәрәк. Бының өсөн әҙ генә ҡом менән аралаштырылған бысҡы юнысҡыһы, йәки таҙа һалам һәйбәт, ә йәйге эҫелә йолҡоп алынған сүп үләндәре лә бара. Ҡойолған былтырғы ылыҫ энәләре (беҙ уларҙы ҡышҡыһын ҡала подъезына сығарып ҡуйылған Яңы йыл шыршыларынан йыйҙыҡ) тағы ла яҡшыраҡ. Улар зарарлы бөжәктәрҙе ҡурҡыта, ә ямғыр яуғанда инде бешеп килгән еләктәрҙе тупраҡтан сәсрәгән бысраҡтан һаҡлай.
Иғтибар итегеҙ: еләк ҡалҡыуыраҡ, тигеҙ һәм ҡояш яҡшы төшкән урынды ярата. Соҡорораҡ, еүеш урында ул серей, күгәрә башлай, төрлө ауырыуҙарға бирешә. Билдәле, бөтә баҡсаларҙа ла ер бер иш түгел – ҡайҙалыр балсыҡлы, ҡайҙалыр — тығыҙ ҡара ер. Түтәлдәрҙе тейешенсә әҙерләргә кәрәк. Кем шуға иғтибар итмәй, һәйбәт сорттарҙы ултыртып та мул уңыш алмауы мөмкин. Еләк, ҡатын-ҡыҙ кеүек, иғтибарҙы ярата.