Мөғәллимовтарҙан кәңәштәр17.05.2016
lМайҙа ағастарҙы тағы бер ҡат ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Емеш төймәләнгәс, йәнә берҙе химия препараттары менән һиптереп сығыу мөһим. Экологик яҡтан таҙа ризыҡ тураһында һөйләһәк тә, беҙҙең тәбиғәт шарттарында химик матдәләрһеҙ бер нисек тә булмай. Беҙ уны өс тапҡыр үткәрергә кәңәш итәбеҙ. Тәүгеһен ағас һәм ҡыуаҡтар бөрөләнгәс эшләргә кәрәк. Тик һауа температураһының 12 – 15 градусҡаса күтәрелеүен көтөгөҙ, сөнки һыуыҡ булһа, химик препараттар үҙ көсөн юғалта. Икенсеһен емештәр борсаҡ саҡлы булғанда, әлбиттә, алмағастың емеше саҡ ҡына ҙурыраҡ була, уҙғарығыҙ. Был эште бер үк сәскә атҡан мәлдә атҡармағыҙ, сөнки ағыу емештең эсендә тороп ҡаласаҡ. Өсөнсөһөн октябрҙә эшләгеҙ. Быныһында эргә-тирәләге уңыштың йыйып алыныуы шарт. Тағы ла шуныһы: һауа температураһы 12 – 15 градусҡаса йылы булырға тейеш. Көҙгөһөн алмағастарҙы ошондай шыйыҡса менән эшкәртеү һәйбәт: 400 грамм мочевинаны бер биҙрә һыуҙа иретергә һәм ошо күләмде йәллә­мәйенсә бер алмағасҡа сарыф итергә. Эшкәртелгән япраҡтар ҡойолғас, мочевина ерҙә ҡышларға тип күмелгән бөжәктәрҙе лә үлтерәсәк.
lҮҫеүҙән туҡтаған ағастарға бер аҙ мочевина һипһәң, улар тиҙ күтәрелеп китә.
lАғас төптәренә серетмә өйөмөнән торф һибеп сығыу ҙа файҙаға ғына.
lБал ҡорто тотҡан хужаларҙы химик препараттар ҡулланыуҙан баш тартырға кәңәш итәбеҙ. Улар ағастарын бары тик хуш еҫле тәмәке япраҡтарын ваҡлап һәм йәшел һабынлы шыйыҡса менән генә эшкәртә ала.
lЯҙғыһын, ҡырау төшөү ихтимал­лығы үткәс, төшлө емеш ағастарын һәм ҡыуаҡтарын ултыртырға була: сейә, ҡурай еләге, виноград, абрикос, слива.
lҺөйәкле емеш ағастары һәм ҡыуаҡтарын көҙөн ултыртыу яҡ­шыраҡ.
lМул уңышҡа өмөт иткәндәргә кәңәшебеҙ шул: баҙарҙан үҫенте һатып алмағыҙ, сөнки уларҙың күбеһе сит илдән килтерелгән һәм беҙҙең һауа шарттарына яраҡ­лаштырылмаған. Алданып, өс-дүрт йыл ваҡытығыҙҙы юҡҡа үткәргәнсе, үҙебеҙҙең питомниктарға мөрә­жәғәт итегеҙ.



Вернуться назад