Үҙебеҙҙекеләргә өҫтөнлөк бирәйек17.05.2016
Үҙебеҙҙекеләргә  өҫтөнлөк бирәйек Алмағас, груша, абрикос, слива, виноград, ҡарағат, сейә... Йәнең теләгән үҫентенең тиҫтәләрсә төрҙәрен тәҡдим итә “Алмағас” крәҫтиән (фермер) хужалығы.

Краснокама районының Можары ауылында урын­лашҡан питомниктың хужаһы Рәмил Радик улы Хәбибуллин ун йыл инде яратҡан эше менән шөғөлләнә. 2011 йылда иһә район хакимиәте ярҙамы менән тыуған ауылы эргәһендә 10 гектар ер алып, эшен киң йәйелдерә.
Был эштә уға атаһы Радик Сәмнун улы, әсәһе Әнүзә Әхкәм ҡыҙы һәм ҡатыны Ләйсән ярҙам итә. “Силәбе, Екатеринбург ҡалаларындағы селекционерҙар менән бәй­ләнеш тотабыҙ, шуға беҙҙең үҫентеләр районлаш­тырыл­ған”, — ти ул ғорурланып. “Көньяҡтан килтерелгән еләк-емеш үҫентеләре беҙҙең һыуыҡтарға сыҙамһыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ”, — тип кәңәш тә бирә.




Вернуться назад