Aлмағастар гөрләп үҫә17.05.2016
Aлмағастар гөрләп үҫә Борайҙағы “Алмағас” питомнигы тураһында күптән ишетеп беләм. Емеш ағастарының, ҡыуаҡлыҡтарҙың сифатлыһын һәм беҙҙең яҡтың ҡырыҫ тәбиғәтенә яраҡлашҡанын алырға теләүселәр тап шул тарафҡа юллана. Питомникка нигеҙ һалып, уңышлы эшләгән эшҡыуарҙар менән яҡындан танышырға булдыҡ.
Ғәлиә менән Әлфис Мөғәллимовтар 2004 йылдан хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ғәлиә Муллаян ҡыҙы – 40 йыл мәктәптә биология фәненән уҡытҡан, мәктәп баҡсаһын өлгөлө итеп тәрбиәләгән, эшенә фиҙакәр бирелгән шәхес. Әлфис Мөхтәсим улы ла һөнәре буйынса биология уҡытыусыһы булһа ла, ғүмер буйы РОНО-ла эшләй. Әйткәндәй, уның да “Халыҡ мәғарифы отличнигы” тигән маҡтаулы исеме бар.
Әүҙем, эшһөйәр кешеләргә үҙҙәренең өй алдындағы баҡса тар тойола. Хаҡлы ялға сыҡҡас, иркенерәк урын алып, яратҡан шөғөлдәренә ныҡлап тотонорға булалар. Хәйер, икеһенең дә йөрәк түрендә алмағас баҡсаһы үҫтерергә ине тигән хыял була.
Балалары менән кәңәш-төңәш иткәс, крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрәләр ҙә тәүәккәлләйҙәр. Тәүҙә өс гектар ер бирәләр. Ғәлиә Муллаян ҡыҙы был урындың сүплек икәнен күргәс, ҡаушап ҡала, әммә һыр бирмәй. Хәҙер иһә ҡасандыр бында ҡый өйөмдәре ятҡан тип күҙ алдына ла килтереп булмай.
Бөгөн питомникта алмағастың 60, ҡарағаттың, грушаның, ҡурай еләгенең тиҫтәләгән сорттары, крыжовник, ҡыҙыл һәм аҡ ҡарағат, декоратив ҡыуаҡлыҡтар – йәнең теләгән һәр нәмә бар. Әлбиттә, был – хужаларҙың тырышлығы һөҙөмтәһе. “Ҡулдан көрәк төшмәй инде”, – тип йылмая улар. Беҙ һөйләшкән арала ғына Ғәлиә Муллаян ҡыҙының телефонына егермеләгән кеше шылтыратты. Кемдер үҫенте һатып алырға теләк белдерә, бер нисә кеше күргәҙмәлә ҡатнашырға саҡырҙы, тағы берәүҙәр беҙҙең районға үҫентеләр алып килегеҙ тип үтенә. Әлегә уларҙың яуабы бер: “Ваҡыт юҡ! Ҡыҙыу осор!”
Питомникка Башҡортостандың төрлө тарафтарынан халыҡ килә, бынан тыш, Пермь, Татарстан, Силәбе өлкәләренән дә юлланыусылар бихисап.
– Килгән кешене ихлас ҡаршы алабыҙ. Һайлап алынған үҫентеләрҙе ҡайһы ергә, ҡасан ултыртырға, нисек тәрбиәләргә икәнен аңлатабыҙ. Һатып алыусыға оҡшаған үҫентене генә ҡаҙып алып бирәбеҙ. Быларҙың бөтәһе лә ваҡыт талап итә. Әммә аҙаҡтан алынған уңышҡа хужаһы һөйөнә икән, оло ҡәнәғәтлек кисерәбеҙ, – ти Ғәлиә Муллаян ҡыҙы һәм Әлфис Мөхтәсим улы.
Тәжрибәле баҡсасыларҙан май айында атҡарырға кәрәк эштәр тураһында һораштыҡ. Гәзит уҡыусылар, редакцияға хат яҙығыҙ. Киләһе һандарҙа һеҙҙе борсоған һорауҙарға Мөғәллимовтар мотлаҡ яуап бирәсәк.






Вернуться назад