Картуф –“икенсе икмәк”19.04.2016
Картуф –“икенсе икмәк” Күптәребеҙ хәтерләй: бынан дүрт-биш йыл элек тотош төбәктә картуф уңмағайны. Ана шунда белдек тә инде “икенсе икмәк” тип йөрөтөлгән ғәҙәти ризығыбыҙҙың ҡәҙерен... Мысыр, Израиль, Беларусь һәм тағы ла әллә ҡайҙарҙан килтерелгән йәшелсәне ул саҡ көҙгө йәрминкәләрҙә сараһыҙҙан тоҡлап һатып алғайныҡ. Фәтүәһе булманы.
Ысынлап та, күнегелгән әйбер юҡҡа сыҡҡас ҡына ҡәҙерле. Үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән ҡәҙимге картуфтың тәмен дә, туҡлыҡлылығын да шунда ныҡлап аңланыҡ.



Картуфты, ғәҙәттә, беҙҙең төбәк халҡы оҙайлы май байрамдарында сәсергә тырыша. Ҡырауҙар үткәс ултыртһаң да һуң түгел. Тик сәсеүгә алдан әҙерләү шарттарын теүәл башҡарырға кәрәк. Бер ай самаһы алданыраҡ мөгәрәптәрҙән алып, боҙолғандарын айырып ташлап, сәсә торғанын йылыраҡ (10 градусҡаса, ә ергә күмер алдынан 17 градусҡаса) урынға һалырға, шыттырырға кәрәк. Шул саҡта ул тиҙ генә үҫеп китәсәк һәм көслө буласаҡ.
Башҡортостан ғалимдары ике тиҫтә йыл дауамында колорадо ҡуңыҙына ҡаршы тороусы сорттар сығарыу буйынса фәнни һәм ғәмәли эштәр алып бара. Тағы ла шуныһы ҡиммәтле: “башкирский” һәм “бурновская” тип аталғандарын өй янындағы участкаларҙа химик эшкәртеү һәм һаҡлау сараларын киң ҡулланмайса ла үҫтерергә була. Уларҙың фитофтороз ауырыуына ҡаршы тороуы һәм колорадо ҡуңыҙына бирешмәүе сит илдәрҙә киң таралған ген модификацияһы ғәләмәттәре арҡаһында түгел. Шуға ла ризыҡты ҡурҡмай ашарға була.
Башҡортостан белгестәре картуф­тың үҙендә була торған файҙалы һаҡлау матдәләрен көсәйтеп, бөжәк һалған йомортҡаларға кире йоғонто тыуҙырыуға өлгәшкән. Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренеү институтынан биология фәндәре кандидаты Илдар Сәлимйән улы Мәрҙәншин аңлатыуынса, йәшелсәлә “некрогенетик барьер” тигән төшөнсә барлыҡҡа килә. Ябай итеп әйткәндә, түбәндәге хәл күҙәтелә: япраҡтың инә ҡуңыҙ йомортҡа һалған өлөшө ҡорой. Бөжәктәр ергә ҡолап төшөп ҡырыла, ә йәбешеп ҡалғандары стресс шарттарында етлекмәй үҫә. Һөҙөмтәлә ҡарышлауыҡ көсһөҙ була, уны ҡул менән йыйып алыу бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай.
Ни тиһәң дә, “икенсе икмәк” тип аталған йәшелсәбеҙ үҙен тәрбиәләүҙе ярата. Уны ултыртыуға еңел-елпе ҡарамағыҙ. Утаған һайын төбөн йышыраҡ күмһәң, бүлбеләре эрерәк һәм күберәк була. Тиреҫте йәлләргә ярамай, һәр төпкә ярты сәй ҡалағы самаһы махсус минераль ашлама ла һалып барһағыҙ, картуфығыҙ уңып, мул уңыш бирер. Илдар Мәрҙәншин “Быстрый старт” тигән ашламаны бик файҙалы тип билдәләне. Баҡсасылар өсөн махсуслашҡан магазиндарҙа башҡа төр өҫтәлмәләр ҙә күп, бары тик уларҙы ҡулланғанда төргәктәрендәге яҙмаларға ярашлы рәүештә эш итегеҙ.
Картуфты нисек үҫтерергә бөтәбеҙ ҙә белә кеүек. Ләкин түбәндә килтерелгән кәңәштәр уны дөрөҫ ултыртырға, тәрбиәләргә һәм мул уңыш алырға ярҙам итер.
1. Орлоҡҡа вағырағын сәсһәң, көҙгөһөн ҙурырағын йыйырһың, тиҙәр. Шулай ҙа иң һәйбәте – уртаса ҙурлыҡтағыһын ултыртыу. Кемдәрҙер эреләрен урталай ҡырҡып сәсә, әммә белгестәр был осраҡта йәрәхәт­ләнгән урындан инфекция эләгеп, зыян килеүе ихтимал тип раҫлай.
2. Артыҡ тәрәнгә ултыртһағыҙ, картуф ваҡ, ә һабағы күп була.
3. Был йәшелсә ултыртылған ерҙе биогомус (ятып янған һәм тупраҡҡа әйләнгән тиреҫ) менән туҡландырыу иң файҙалыһы – тиҙәк картуфтың тәмен насарайта, ә участканы ҡый үләндәре менән тултыра.
4. Эре һәм тәмле картуф уңышы алыр өсөн үҫентенең һабаҡтарын еңелсә һындырғылайҙар. Артабан туҡлыҡлы матдәләр тик картуфтың үҙен ҙурайтып үҫтереүгә китәсәк. Был сараны сәскә атҡандан һуң бер-ике аҙна үткәс эшләргә кәрәк.
5. Картуфтың төп ауырыуҙарының береһе – фитофтороз баҡырға бай тупраҡта бер ҡасан да таралмай. Шунлыҡтан ултыртыр алдынан орлоҡто баҡыр купоросы иретмәһе (бордоск шыйыҡсаһы) менән эшкәртеп алығыҙ. Шул уҡ матдә менән үҫеп ултырған саҡта һабаҡтарҙы ла эшкәртергә кәрәк. Был иң баштағы осорҙа айырыуса мөһим.
6. Япраҡтар фитофтороздан ҡарая башлаһа, шунда уҡ һабаҡтары менән ҡырҡып алып, уларҙы яндырырға кәрәк.
7. Картуф баҫыуы биләмәһе тирәләй уратып керән, пәйғәмбәр тырнағы һәм хуш еҫле үләндәр ултыртырға кәрәк – улар барыһы ла һауыҡтырыу йоғонтоһона эйә.
8. Колорадо ҡуңыҙын ошо үҫентеләр ҡурҡыта: ҡуҙаҡлылар, кориандр, гөлбаҙран, бәрхәт үләне. Уларҙы картуф түтәлдәре сите буйлап ултырталар. Шулай уҡ баҫыу тирәләп гәрсис сәсергә була. Был культура ҡый үләндәренә үҫергә ирек бирмәй. Етмәһә, уны колорадо ҡуңыҙы ла яратмай, ә үҙе матур сәскә ата.
9. Ә бына көнбағыш картуфтың үҫешен баҫып, уға кире йоғонто яһай.
Ауыл ерендә күптәр картуф баҡсаһына ҡабаҡ та сәсә. Әммә ҡайһы бер тәжрибәле кешеләр әйтеүенсә, уларҙың йәнәшәлеге мул уңышҡа юлдаш түгел. Шуға күрә ҡабаҡты картуфтан артып ҡалған ергә йәки кәртә буйлап ситкәрәк ултыртыу яҡшыраҡ. Борсаҡты картуф менән бергә ояға уҡ сәсеп ҡалдырырға йәки рәт араларына төртөп сығырға кәрәк. Бындай осраҡта ике йәшелсәнән дә мул уңыш алырға мөмкин, ти тәжрибәле баҡсасылар.
Бер аш өҫтәлебеҙҙе лә картуфһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Унан әллә нисә төрлө ризыҡ әҙерләнә. “Икенсе икмәгебеҙ” менән табыныбыҙ һыйлы.




Вернуться назад