Иркенләп үҫһен01.03.2012
Теплица, парниктарҙы хәстәрләү ваҡыты ла килеп етте. Был осорҙа иҫкеләре йүнәтелә, яңылары эшләнә. Теплицаларға байытылған тупраҡ һалына, йылытыу өсөн тыңҡыслап тиреҫ тултырыла, пленка ҡаплар өсөн каркастар эшләнә.
Теплица быяла йәки пленка менән ябыла, батареялар аша быу, ҡайнар һыу ебәреп йылытыла. Бындай теплицаларҙа йыл әйләнәһенә помидор, ҡыяр, йәшел һуған, башҡа йәшелсә үҫтерелә. Ә инде яҙға аяҡ баҫҡас, йәшелсә үҫентеләре үҫтереү өсөн файҙаланыла.
Парник төҙөлөшө буйынса бер йәки ике яҡлы була. Ике яҡлы парник, ике быяла рамдарының башы бер-береһенә терәтелеп, күтәренке итеп эшләнә. Ә бер яҡлыһы көньяҡҡа иңкеү итеп һалынған бер генә рамдан тора. Сей тиреҫ (биотопливо) менән йылытылған парник яҙ, асыҡ һауаға сығарып ултыртыуға йәшелсә үҫентеләре үрсетеү өсөн файҙаланыла.
Пленка аҫты — ябай ғына ҡоролма. Каркастар эшләнә, уның өҫтөнә пленка ябыла. Ҡояш йылыһы менән йылытыла, йәшелсә үҫентеләрен иртә яҙҙа һалҡындарҙан, ҡырауҙан һаҡлау өсөн файҙаланыла.
Иркенләп үҫһен1. Пленка менән ябылған ағас теплицаның арҡыры киҫелеше
2. Пленка менән ябылған аркалы теплица
3. Пленка менән ябылған теплица





Иркенләп үҫһен1. Бер яҡлы тәрәнәйтелгән парник:
1 – тиреҫ; 2 – тупраҡ;
3 – парник ситендәге бүрәнәләр
2. Ике яҡлы тәрәнәйтелгән парник:
1 – тиреҫ (биологик яғыулыҡ); 2 – тупраҡ;
3 – парник ситендәге бүрәнәләр;
4 – парник рамы (сантиметрҙарҙа)





Иркенләп үҫһена – өс мөйөшлө;
б – ике яҡлы;
в – дуға формаһында йыуан тимер сыбыҡтан бөгөп эшләнә.


Вернуться назад