Ҡаҙ ҡанаты ҡаурый-ҡаурый...01.03.2012
Кемгә нисектер, әммә беҙгә эре һоро тоҡомло ҡаҙ аҫрау оҡшай. Улар аҙыҡ төрләмәй, әрһеҙ, сыҙамлы, һирәк ауырый.
Төҫкә-башҡа ла һоҡланғыс: ата ҡаҙҙың ауырлығы 8 килограмғаса, инәләре 7-гә етә. Муйыны ҡалын, көслө, суҡышы матур — һары, ҡорһағында май “тоҡсайы” бар. Февраль аҙағы, март башында тәүге йомортҡаларын һала башлайҙар. Бер инә ҡаҙ 40-тан ашыу йомортҡа һала ала. Аталаныуы, йәғни йомортҡала бәпкә булыуы ла ярайһы уҡ юғары. Йомортҡаның ҡасан һалынғанын яҙып, 6–12 градус температуралы, ҡоро, ҡараңғы урынға ҡуябыҙ. Ҡаҙ ултыра башлағас, аҫтына һалабыҙ. Ҡарап тороп, бәпкәлеләрен ҡалдырабыҙ.
Ояны йәшник рәүешендә яһайбыҙ. Ҙурлығы — 55 х 55 х 15 см, кәрзин һымаҡ үрһәк, диаметры — 40–50 сантиметр. Ҡаҙ еңел генә сыға алһын өсөн ояның ал яғын тәпәшерәк яһарға кәрәк. Аҫтына кеше төрлө нәмә йәйә, ләкин һаламдан яҡшыһы юҡ. Ул тиҙ генә еүешләнеп бармай, ағас онтағы тиҙ дымлана, зәңгәрһыу төҫкә инә, боҙола.
Бәпкәләре сыҡҡас, һаҡ ҡына йомортҡа ҡалдыҡтарын алабыҙ. Элек ҡаҙҙар өйҙә — йылыла оя баҫа ине. Хәҙер иһә улар өсөн буранан йылы “өй” һалдыҡ. Шуға ла һалҡындарҙа бер аҙ яғып йылытып та алабыҙ. Бәпкәләр сыҡҡандан һуң тәүге өс аҙна йылы кәрәк. Юғиһә, тәпәйҙәренән һалҡын тейеүе, үлеүҙәре ихтимал. Һалҡын тейһә, артабан үҫешенә лә ҡамасаулай. Ҡояшлы, йылы көндәрҙә әсәһе менән бер аҙ тышҡа ла сығарып алабыҙ. Йүгергән бәпкәләр ныҡлы, сыҙамлы була.
Тәүге көндәрендә ете тапҡыр тауыҡ йомортҡаһы ашатабыҙ. Шулай уҡ, аралаштырып, махсус ҡатнаш аҙыҡ бирәбеҙ. Ҡатнаш аҙыҡһыҙ хәҙер булмай: берҙән, уны белгестәр етештергән, икенсенән, витаминдарға байытылған. Ҡатнаш аҙыҡ булмаһа, тауыҡ йомортҡаһын туралған кесерткән, клевер, эре итеп тарттырылған бойҙай менән аралаштырабыҙ. Бер аҙнанан һуң кишер турап бирәбеҙ, балыҡ майы тамыҙабыҙ. Үҫкәсерәк аҙ ғына әсетке (дрожжи), картуф, аш сөгөлдөрө, башҡа төрлө йәшелсәләрҙе бешереп бирәбеҙ. Аҡбур, ваҡ таш (гравий) һәр саҡ алдарында булырға тейеш. Әйткәндәй, аҙыҡты аҙ-аҙлап һалабыҙ. Күп итеп биргәндә ул әсей, боҙола. Ә бәпкәләр тәүге мәлдәрендә ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Һыуҙы ла гелән таҙа тотабыҙ. Өс аҙналыҡ булғас инде, уларҙы йәшел сирәмдә йөрөтһәң дә була.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ауыл эргәһендә генә һыу ятҡылыҡтары юҡ, шуға ла үҙебеҙ яһалма күл эшләнек. Уның ҙурлығы 3 х 2 метр булһа, тәрәнлеге — 80 сантиметр. Күл яһауҙың үҙ сере бар. Ҡаҙылған соҡорҙо цемент ҡатыш ҡырсынташтан торған иҙмә менән “көпләнек”. Ҡалынлығы — 15–20 см. Әлбиттә, мәшәҡәте лә күп, сығымдар ҙа китә. Ләкин быларҙың барыһы ла ошо уҡ йылда ҡаплана. Беҙҙең дүрт ағзанан торған ғаиләгә йыл һайын аҫралған 15–20 ҡаҙ етеп тора. Бына шулай, тырышҡан кешегә әмәле табыла ул.
Ғәлимовтар ғаиләһе.
Өфө районы.


Вернуться назад