Эш бөтмәй01.03.2012
Баҡса әлегә йоҡлай, ләкин баҡсасы түгел. Хужа кешегә эш етерлек: йәйгелеккә көрәк-тырмаһын, тәпкеһен, ботаҡ киҫеү өсөн ҡайсыһын — бөтәһен ҡарап ҡуйырға кәрәк.
Шулай уҡ минераль ашламалар әҙерләү өсөн дә ҡулай ваҡыт. Был саҡта магазиндарҙа сират әллә ни булмай, хаҡтар ҙа миҙгел ваҡытындағыса “тешләшмәй”. Тик ашламаларҙы балаларҙан алыҫыраҡ алып ҡуйыу, ҡоро, дым тартмаған урында һаҡлау мөһим.
Ашлама тигәндән, нәҡ ҡышҡы миҙгел ағас көлө йыйырға ҡулай. Юғиһә мейес, мунса мейесе аҫтын таҙартҡан һайын уны ҡайҙа ҡуйырға белмәгән саҡтар бар. Биҙрәләп төрлө ергә, бигерәк тә бер урынға, һибеүҙән бер файҙаһы ла юҡ. Һәр ҡайҙа сама тигән нәмә булырға тейеш. Әйткәндәй, ағас көлө ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкәндә лә ҡулланыла.
Баҡсала һис эш бөтмәй. Әле булһа — кимереүселәр менән көрәшеү. Урманға яҡын урындарҙа алмағас, груша һымаҡ йомшаҡ ҡайырылы ағастарҙы ҡуяндар зарарлай. Һаҡлау өсөн баҡсасылар ағас тирәләй төрлө ҡурҡытҡыс нәмәләр элеп бөтә, тауыш сығарған буш консерва банкалары ҡуя. Нисек кенә булмаһын, ҡуяндарҙы ҡурҡытыу ысулдары күп. Ә бына икенсе кимереүселәр — сысҡандарға ҡаршы көрәшеүе ауыр. Улар ҡар аҫтынан йөрөй. Бигерәк тә аҙыҡ етмәй башлаһа. Күп һәүәҫкәрҙәр олон тирәләй ылыҫлы ағас ботаҡтары түшәй. Ләкин, былай иткәндә, күпме шыршы, ҡарағай тунарға кәрәк. Шуға ла башҡа ысул тәҡдим итәбеҙ. Иң ябайы — ҡарҙы тығыҙлау. Йәғни ағас тирәһен гелән тапап тороу, кәрәкһә, һыу һибеп туңдырыу. Ҡаты ҡарҙы сысҡан урап уҙа. Шунан һуң креолин һөртөлгән сепрәк элеү ҙә һөҙөмтәһен бирә. Ләкин ҡыш буйына креолин һөртөп тороу — үтә мәшәҡәтле, кеҫә яғына ла һуға. Шуға ла тәүге ысул отошлораҡ.
Март башында ҡар тығыҙлана. Был иһә икенсе мәшәҡәтте арттыра — ҡар менән бергә аҫтында ҡалған ботаҡтар ҙа бөгөлә, һына. Ҡарҙы йомшартыу, кәрәк урында алып ырғытыу ҙа мөһим. Шунан һуң ҡар баҫымы аҫтында йәш ағастар ҙа һына, бөгөлә. Һөҙөмтәлә ағас олоно кәкре, йәмһеҙ булып үҫә.
Ҡыҫҡаһы, баҡса эшендә “ваҡ-төйәк” юҡ, һәр нәмә иғтибар, тырышлыҡ талап итә.