Саралар тәбиғи булһын19.06.2015
Саралар тәбиғи булһын Тулыһынса йәйге селлә осорона ҡараған июнь айында баҡсасыларҙың үҙ хәстәре. Емеш-еләк уңышын йыйыу кеүек күңелле мәшәҡәттәрҙән тыш, баҡса үҫентеләрен һәм йәшелсәләрҙе эҫенән, ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙы ла ҡайғыртырға кәрәк.
Эҫе көндәрҙә үҫентеләрҙе мул һуғарыу мөһим. Бөтә ергә етер-етмәҫ һыу һибәләгәнсе, баҡсаны бер нисә өлөшкә бүлеп, бер көндә береһен тупраҡтың 25 сантиметрына үтерлек итеп һуғарып, унан икенселәренә күсергә була.
Эҫелә ҙур емеш ағастары аҙнаһына — 60, эре ҡыуаҡтар 25—30 литр һыу “эсә”, вағыраҡтарына 10 литр ҙа етә.
Июндә баҡса кескәй зоопаркка әйләнгәндәй була: төрлө үлән беттәре, ҡоротҡос бөжәктәр, ҡарышлауыҡтар мыжғып тора. Әммә был ваҡытта ҡарағат, крыжовник, сейәләрҙә уңыш өлгөрә, еләк бешә. Шуға ла ағыулы химикаттар ҡулланырға ярамай.
Иң ҡулайы, әлбиттә, халыҡ саралары. Еҙтөймә, меңъяпраҡ, әремде йыйып, кәстрүлгә һалып, өҫтөнә һыу ҡоялар ҙа 5 – 10 минут ҡайна­талар. Шунан шыйыҡсаға һыу өҫтәп, үҫемлектәргә һи­бәләр. Шундай уҡ ҡай­натманы пәйғәмбәр тырнағынан эшләү ҙә һәйбәт һөҙөмтә бирә.
Уңыш өлгөрөүен тиҙ­ләтеү өсөн өҙөп ташлаған помидор һа­баҡтарын да ҡул­ла­нырға була. Улар­ҙы мискәгә һалып, һыу ҡойоп, ике – өс көн әсетәләр. Шы­йыҡ­саға һыу өҫтәп, үҫем­лек­тәргә һибәләр. Ҡо­ротҡостар бик ишә­йеп өлгөрмәгән булһа, улар тиҙ арала юҡҡа сыға. Иң ылыҡтырғысы — был сараларҙың тәбиғилеге.


Вернуться назад