АММОФОСК17.04.2015
АММОФОСК 44 — 52 процент үҙләштергән фосфор кислотаһынан һәм 18 процент азоттан ғибәрәт, 1 кв. метрға 20 — 30 грамм аммофоск файҙа­ланыу ҡаралған.
ДИАММОФОСК
46 процент үҙләштергән фосфор кислотаһынан һәм 18 процент азоттан тора. Яҙ көнө йәшелсә үҫте­рәсәк уртаса тупраҡты ашлау өсөн тәҡдим ителә. 1 кв. м ергә 20 — 30 г ашлама етә.
НИТРОАММОФОСК
Был ашлама үҙ эсенә 13—17 процент азотты, 17—19 процент фосфор кислотаһын һәм 17—19 процент калий окисын ала. 1 кв. м ергә 50 — 60 г нитроаммофоск индереү ҡаралған.
КАЛИЙ МАГНЕЗИЯҺЫ
Ашлама 29 — 40 процент калий окисы менән 2 – 9 процент магний окисынан ғибә­рәт. Яҙ көнө төп ашлама итеп тамыраҙыҡтар менән картуф үҫәсәк тупраҡҡа индерәләр, өҫтәмә ашлама урынына сәс­кә һәм еләк түтәленә һибәләр. Шулай уҡ йәшелсә үҫентелә­рен күсереп ултыртҡанда файҙаланалар.
НИТРОФОСК
Ашламаны 11 процент азот, 10 процент фосфор кислотаһы, 17 процент калий окисы барлыҡҡа килтерә. 1 кв. м ергә 70 — 80 г файҙаланыла.
Ашлама ҡатнашмалары тупраҡты ашлау өсөн туҡлыҡлы төп матдәләрҙең составынан һәм микроэлементтар өҫтәлмәһенән әҙерләнә. Эсендәге азот, фосфор, калий миҡдарына ҡарап, комплекс­лы ашламаларҙың төрлө маркаһы бар: йәшелсәләрҙеке — 1 : 1,6 : 1,25, сәскәләрҙеке — 1 : 1,5 : 1, еләк-емештеке — 1 : 1,6 : 1,25.



ҠУЛЛАНЫУ ТӘРТИБЕ
Үлсәнгән ашлама до­за­һын ергә тигеҙ итеп һибеп сығалар. Ашламаны аҙ ҡулланған ос­раҡта ҡом менән бергә ҡушып эш итәләр. Бер төр ашламаны файҙа­лан­ғанда, уларҙың бер-береһенә тап ки­леү-килмәүенә иғтибар итергә кәрәк. Шыйыҡ ашламаны һыу һиптергес ярҙа­мын­да индерәләр. Ашлама­лар­ҙы һаҡларға ярамай, шун­лыҡтан ҡулла­ныр алдынан ғына әҙерләйҙәр. Минераль һәм органик ашламаны тупраҡты эш­кәртер алдынан индерергә кәрәк, сөнки ул, тупраҡ өҫтөндә тороп ҡалһа, туҡлыҡлы матдәләрен юғалта һәм үҫемлек өсөн файҙаһы аҙ була.

ҺАҠЛАУ
Минераль ашламаны түбәһенән һыу үтмәгән, ҡалын стеналы махсус бүлмәлә һаҡлайҙар. Төрлө ашламаларҙы ҡушырға, еүешләргә, оҙаҡ ятҡырырға ярамай. Һаҡлау шарттарына бигерәк тә аммиак селитраһы талапсан. Уны ябыҡ тартмала, ҡоро урында тотоғоҙ.
Калий ашламалары дым яратыусан, шуға күрә уларҙы еүештән һаҡларға кәрәк.


Вернуться назад