Сейә17.04.2015
Сейә Сейә, ҡыр сейәһе — ағас йә ҡыуаҡ, бейеклеге
7 метрға етә. Май айында аҡ сәскә ата, емеше июндә, июлдә өлгөрә. Ҡыр сейәһе республикабыҙҙа ла үҫә, әммә һуңғы йылдарҙа ныҡ кәмегән. Дауаланыу өсөн үҫемлектең емеше, япрағы ҡулланыла.


Емеше составында шәкәр (17,5 процент), пектин, каротин, В, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Сейәнең япрағы төрлө шифалы матдәләргә бай: витаминдар, ферменттар, минераль тоҙҙар… Сейәнең япрағын сәскә атҡан мәлендә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы.
Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла.
Дауаны әҙерләү: киптереп ваҡланған 1 ҡалаҡ сейә япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны аш алдынан көнөнә өс тапҡыр 1-2 ҡалаҡ эсергә.
Сейә емеше һабаҡтарынан әҙерләнгән ҡайнатма бөйөр ауыртҡанда, эс киткәндә файҙалы.
Дауаны әҙерләү: 2 балғалаҡ киптерелгән емеш һабаҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
Баҡсала үҫтерелгән сейә лә файҙалы. Дауаланыу ҡыр сейәһен ҡулланғандағы кеүек.
Сейә емешенең һөйәгендә амигдалин исемле көслө ағыу бар. Быны оноторға ярамай.

Ҡара миләш


СейәҠара миләш Алтай крайында, Балтик буйы республикаларында киң таралған. Уның емештәре бик файҙалы. Алма менән сағыштырғанда, аҡһым — 3,9, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Кеше организмына кәрәкле В1, В2, Рp, С витаминдары бар.

Үҫемлек тупраҡ­ҡа талапсан түгел. Ҡояш яҡтыһы төш­кән урында яҡшы үҫә һәм юғары уңыш бирә. Вегетация осоро иртә башла­на. Апрель аҙаҡтарына бөрө ебәрә башлай, май аҙаҡтарында сәскә ата. Сәскә атыуы 16-18 көн дауам итә. Тамыр системаһы тәрәнгә китмәй, һөрөү ҡатламында тарала. Ҡышҡы һалҡынға түҙемле, шулай ҙа 35-40 градуста сәскә бөрөләре, бер йыллыҡ сыбыҡтары өшөй. Һалҡындан зарарланған ҡыуаҡтар тиҙ төҙәлә һәм үҫеп китә.
Аҡһыл әсе ауыр тупраҡлы ергә ҡара миләш үҫентеһен ултыртҡанда һәр соҡорға өс күнәк серетмә, 200 г суперфосфат, 100 г хлорлы калий, 300 г эзбиз ҡатнашмаһы һалһаң, ҡыуаҡ тиҙ үҫеп китә. Уны орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсетәләр. Ҡара миләш юғары уңыш биреүсән, экологик яҡтан файҙалы. Халыҡ медицинаһында ла ҡулланыла.



Вернуться назад