Көл — шәп ашлама10.04.2015
Көл — шәп ашлама Көлдә бик күп калий, фосфор, кальций барлығы һәр кемгә мәғлүм. Ләкин уның составы бер төрлө генә түгел. Мәҫәлән, калий үлән, картуф һабағына ҡарағанда ағас көлөндә күберәк була, бигерәк тә ҡайындыҡында. Торф көлөндә калий әҙ, ләкин унда кальций күберәк.
Көлдөң иң яҡшы үҙенсәлеге шунда: хлор юҡ. Хлорҙы ҡурай һәм баҡса еләге, картуф яратмай.
Телгә алған өс элементтан тыш, цинк, бор, тимер, марганец, молибден бар. Үҫемлек, улар етмәһә, насар үҫешә. Бигерәк тә һаҙлыҡ­лыраҡ урында. Нәҡ ана шунда көл — алыш­тырғыһыҙ ашлама.
Сама тигән нәмәне оноторға ярамай. Ҡурай һәм ер еләге, йәшелсә өсөн квадрат метрына 100-150, картуфҡа 60-100 г һалалар. Был эште, мәҫәлән, картуф ултыртыр алдынан башҡарһаң, колорадо ҡуңыҙының ер аҫтынан сығыуын тотҡар­лай. Көлгә бутап сәселгән орлоҡ та уңыш менән ҡыуандыра.
Көлдө торф, ныҡлы өлгөргән тиреҫ менән ҡушып бутау ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Ә бына яңы тиреҫ, ҡош тиҙәге менән ҡатнаштырырға ярамай — азотын юғалтасаҡ.
Электән көлдө төрлө ҡоротҡосҡа, бигерәк тә йәшелсәне серетеүселәргә ҡаршы ҡулланғандар. Мәҫәлән, ер еләге сәскә атҡандан һуң иретелгән, һөҙөлгән көлдө төп һайын 15-20 г нисбәтенән һиптерергә кәңәш ителә. Икенсегә инде 10 г кәрәк. Көл һыуы менән ҡыяр, помидор, борсаҡ, слива, сейәне лә эшкәртергә була.


Вернуться назад