Башҡортостанда йәйге сорттарҙан “терентьевка”, “солнцедар”, “китайка”, “кремовая”, көҙгөнән — “уральское наливное”, “боҙаяҙ”, “Таулы Алтай”, ҡышҡынан — “башкирская красавица”, “сеянец титовки”, “шаропай, “антоновка обыкновенная”, “любимец” сорттары киң таралған. Шулай уҡ Себер, Көнбайыш Урал селекционерҙары сығарған “янтарь”, “уралец”, “малютка” ла тарала бара.“Башкирская красавица” һалҡынға сыҙамлылығы уртаса, юғары уңыш бирә. Август аҙаҡтарында, сентябрь баштарында өлгөрә. Алмаһын мартҡа тиклем һаҡлап була. Уртаса 80-90 грамм тарта.
“Сеянец титовки” юғары уңыш бирә, сыҙамлы. Һуңғараҡ өлгөрә, емешен майға тиклем һаҡлап була. Уртаса ҙурлығы 80-90 грамм, цилиндр формаһында.
“Шаропай” — сыҙамлы, мул уңыш бирә. Алмаһы апрель айынаса һаҡлана.
“Любимец” алмаһы ваҡ — 40-45 грамм тарта, ғинуарғаса һаҡлана.
“Антоновка обыкновенная” — алмаһы эре, тик уңышы түбән, бик үк сыҙамлы түгел.
“Боҙаяҙ” юғары уңыш бирә, һалҡынға сыҙамлылығы түбән, алмаһы эре — 100-150 грамм, мартҡа тиклем һаҡлана.
Йәйге сорттарҙан “терентьевка”ның уңышы юғары, ҡышҡа сыҙамлы, һәр йыл уңыш бирә.
“Солнцедар” — уңдырышлы сорт, алмаһы 80-90 грамм тарта.
“Китайка кремовая” уңышы һәм ҡышҡа сыҙамлылығы юғары; алмаһы вағыраҡ, августа өлгөрә.
Ҡар ҡалын ятҡан, һөрөнтө ҡатламы тәрән булған, уңдырышлы структуралы, дымды еңел үткәргән ҡара тупраҡлы ерҙә алмағас яҡшы үҫә.
Уға урын әҙерләгәндә һәр квадрат метрға эзбизды 500-600 грамм, органик ашламаны — 5-6 кг, комплекслы ашламаны 50-60 грамм индерергә һәм ерҙе һөрөп, ҡаҙып сығырға кәрәк.
Үҙеңә оҡшаған сорттарҙы (дәүләт питомнигынан) алып, 40-50 йыл уңыш бирерлек ерҙе һайларға кәрәк. Ултыртыу өсөн 100 х 80 х 50 сантиметр ҙурлыҡта соҡор ҡаҙыла. Уны ҡаҙығанда тупраҡтың уңдырышлы өҫкө ҡатламы бер яҡҡа, уңдырышһыҙ балсыҡ ҡатламын икенсе яҡҡа өйәләр. Өҫкө ҡатламынан алынған тупраҡҡа 30 - 40 килограмм серегән тиреҫ, 0,8-1 килограмм суперфосфат йәки 1,5-2 килограмм фосфор оно, 0,15-0,2 килограмм хлорлы калий, әсе тупраҡлы ерҙә 0,6-1 килограмм эзбиз ҡушып бутала.
Алмағасты ултыртҡанда таҡта файҙаланыла. Оҙонлоғо — 160-260 сантиметр, киңлеге 15 сантиметр була. Ҡап уртаһында уйып алынған урын ултыртыу нөктәһен билдәләй. Ҡаҙып бөткәс, компостланған тупраҡ соҡорға конус формаһында өйөлә. Соҡор өҫтөнә ултыртыу таҡтаһы һалына, ике яҡ башы сөй менән беркетелә. Унан урталағы таҡта уйымына үҫенте ҡуйыла. Тамырҙары конустың тирә-яғына тигеҙ итеп таратыла. Үҫентенең ялғанған (прививка) урынын ер өҫтөндә ҡалдырыу мотлаҡ. Ул һәр ваҡыт өҫтә булырға тейеш. Ҡайһы бер баҡсасылар бының менән иҫәпләшмәй һәм йылдан-йыл ағас төбөнә тиреҫ өйә бирә. Һөҙөмтәлә ялғанған урын ер аҫтында ҡала, дымлы тупраҡта уның ҡайырыһы серей — алмағас әкренләп ҡорой. Ултыртыу соҡоро байытылған тупраҡ менән тултырыла, тығыҙлана, һыу һибелә.