Һәр эштең рәте бар10.10.2014
Һәр эштең рәте бар
Октябрь айында баҡсаны ҡышҡа әҙерләү эше башлана. Иң мөһиме — үҫенте ҡалдыҡтарынан арыныу, органик ашлама индереү.
Ҡойолған япраҡтарҙа, үҫенте ҡалдыҡтарында ҡоротҡостар, төрлө бөжәк, бәшмәктәр ҡыш сығыусан. Ҡойолған япраҡтарҙы, помидор, ҡыяр һабаҡтарын һ.б. һис кенә лә өйөп ҡалдырырға ярамай. Унда сысҡандар эйәләшә һәм ҡыш ағас олонон кимерә. Тағы бер яғы бар: ауырыу сысҡандарҙың яҙ биҙгәк таратыуы ихтимал. Шуға ла ҡалдыҡтарҙы йә түгергә, йә компостларға, тиреҫкә ҡатыштырып өйөргә кәрәк. Киләһе йылды ҡыяр ултыртаһы урында бер-ике көрәк тәрәнлеге ер ҡаҙып, шунда тыңҡыслап тултырһаң да була. Ҡалдыҡтар серегәндә түтәл йылына, көҙгө саҡлы ул ашламаға әйләнә.


Ағас туңмаһын тиһәң...

Мул уңыш биргән алмағастар хәл­һеҙләнә, азот, фосфор, калий ашламала­рына һәм башҡа микроэлементтарға мохтажлыҡ кисерә. Хәлһеҙләнгән ағастар ҡышын һалҡындарға бирешә, хатта туңыуы ихтимал. Беҙҙең тупраҡ шартта­рында йәш алмағас һәм груша төптәренә 8-10 килограмм серетмә йәки торф, 100- 150 грамм суперфосфат, 30-50 грамм хлорлы калий индерелә. Биш-алты йыллыҡ ал­мағас төбөнә 200-300 грамм суперфос­фат, 80-100 грамм калий тоҙо кәрәк булһа, 10-12 йыллыҡтарға был күләм икеләтә арттырыла. Унан һуң алмағас төбө йомшартыла.
Дымлы тупраҡ, ғәҙәттә, тәрән туңмай, шуға күрә еләк-емеш ағастары һалҡын ҡышты еңел үткәрә. Шуның өсөн һалҡын­дар башланыр алдынан ағас төбөнә күп итеп һыу һибергә кәрәк.

Ҡарағат ҡыуаҡтарына

Ҡайһы бер баҡсасылар, ҡарағат сы­быҡтарын күтәреп, бергә бәйләп ҡуя. Һис тә улай итергә ярамай. Күтәреп бәйләнгән ҡыуаҡтар ҡар менән күмелмәй ҡала, һәм ҡышҡы һалҡында сәскә бөрөләре туңып юҡҡа сыға. Шуға күрә бөтә төр емеш ҡыуаҡтарын да ҡар аҫтында ҡалдырыу хәстәрен күрергә кәрәк.
Көҙ ҡарағат, крыжовник ҡы­уаҡлыҡ­тарындағы ҡартайған, һынған, ауырыу бо­таҡтар ҡырҡып алына һәм яндырыла. Ҡарағат төбөнә органик һәм минераль ашлама индерелә, унан йомшартыла. Ти­реҫ, бысҡы вағы менән ҡаплау фарыз.

Ҡурай еләгенә

Ҡарағат һәм ҡурай еләге бер урында һигеҙ-туғыҙ йыл үҫтерелә. Шуға күрә оҙаҡ ул­тырған ҡурай еләген тамырынан йолҡоп ташларға, яңы еләк плантацияһы эшләргә кәрәк.
Ҡурай еләге — ике йыллыҡ үҫемлек: беренсеһендә буйға үҫә, икенсеһендә уңыш бирә лә ҡорой. Республиканың төньяғында үҫкән ҡурай еләге ашлама­ларҙы айырыуса ярата. Йыл һайын көҙҙән бер квадрат метрға 6-8 кило­грамм серетмә, 40-50 грамм суперфос­фат, 20-30 грамм калий ашламалары, ә яҙ 30-40 грамм азот ашламаһы (мочеви­на) индерелә. Киләһе йылға уңыш бирә торған үҫентеләрҙе ҡар күмерлек итеп, бер-береһенә ҡапма-ҡаршы ҡуйып, ергә эйеп бәйләргә кәрәк.
Бөтә төр емеш ағастарын сысҡан ки­мереүҙән һаҡлау есөн торф йәки бысҡы вағына 10 процентлы креолин һеңдереп һипһәң, сысҡандар урап үтер.




Вернуться назад