Күп кеше һуғанды ҡыш һаҡлап булмауына, уның бик тиҙ сереүенә зарлана. Был йәшелсә йыйып алынған сағында таҙа, төрлө ауырыу менән зарарланмаған икән, тимәк, уны оҙаҡ тоторға була. Өлгөрөп етмәгән йә пероноспороз менән ауырыған йәшелсә иһә һаҡлауға бармай.
Йыл ямғырлы килгәндә һуғанды һаҡлауға ныҡлап әҙерләргә кәрәк. Тәү сиратта уны дөрөҫ киптереү мөһим. Йыйып алынған уңышты ҡыяҡ ҡалдыҡтарынан шунда уҡ арындырмайҙар. Ике аҙна самаһы ҡыйыҡ аҫтында киптерергә кәрәк. Әгәр ҙә ҡыяҡтары үреп ҡуйырлыҡ ныҡ икән, йәшелсә ҡышҡа әҙер тигән һүҙ. Ә инде өҙөлөп, башы тирәһенән йолҡоноп торһа, шул урыны дымлы булһа, был һуған оҙаҡҡа бармаясаҡ.
Ҡыяҡһыҙ һаҡлау өсөн уны башынан ике-өс сантиметр ҡалдырып киҫәләр ҙә рәшәткәле йәшниккә һалалар. Был көйөнсә тышта, күләгәлә һалҡындар башланғансы тора. Шул уҡ ваҡытта һуғандарҙы әйләндергеләп, ауырыу баштарынан аралап торорға кәрәк. Һалҡындар ныҡлап башланыр алдынан ғына соланға, унан һуң ҡоро баҙға урынлаштыралар.
Әгәр һуған йылдың-йылы серек ауырыуы, пероноспороз менән сирләһә, баҡсаға уның вағыраҡ орлоғон (диаметры бер сантиметрҙан бәләкәйерәк) көҙҙән үк сәсеп ҡарағыҙ. Шулай иткәндә, яҙ иртә шытып сығасаҡ, ваҡ булғас, орлоҡланыу өсөн ҡалын ҡыяҡ та ебәрмәйәсәк. Бының өсөн ҡар ҡатламы ҡалын ятҡан урын һайлана һәм көҙҙән ағас онтағы, торф менән ябып ҡуйыла. Ҡышты яҡшы үткәргән һуған түтәлендә йәшелсәләр ауырыуҙан һаҡлана, ҡар һыуына туйынып ҡала, оҙаҡ үҫкәс, баштары ла эре була.