“Алтын көҙ” көҙҙө алтынландырыр29.08.2014
Тәбиғи фитобактериялар нигеҙендә эшләнгән “Алтын көҙ” яңы биологик препараты йәшелсәнең, емеш-еләктең һаҡланыу үҙенсәлектәрен ике-ете тапҡырға яҡшырта. Күп кенә баҡсасылар август аҙағында үҫемлектәргә һыу һибеүҙең кәрәге юҡ тигән фекерҙә. Әммә улар хаталана. Был осорҙа йылы һыуҙы самалап һибергә кәрәк. Уға әлеге биопрепаратты ҡушыу зарур.


“Алтын көҙ”ҙө бер биҙрә һыуға бер балғалаҡ һалалар: 2 х 2 метр ҙурлыҡтағы түтәл зарарлы микро­организмдарҙан, бактерия­лар­ҙан, үңәҙ­ҙән таҙартыласаҡ. Препарат менән шулай уҡ уңыш һаҡ­ланасаҡ урын­дар­ҙы, һауыт­тарҙы эшкәртергә мөмкин.
Йәшелсә, емеш-еләк тотолған келәт­тәр­ҙең стеналарында, түбә­һендә, хатта кәштәләрҙә һәм һа­уыт­тарҙа төрлө сир ҡуҙғытҡыстар йәшәй. Яңы уңыш алыныу менән улар көсөргәнешле үрсей башлай. Йәшелсәнең, емеш-еләктең әрәм булыуын теләмәһәгеҙ, улар һаҡ­ланған урын­дарҙы “Алтын көҙ” фитоспорины менән эшкәртегеҙ. Әйт­кәндәй, кешеләр, хайуандар өсөн препараттың зыяны юҡ. “Ал­тын көҙ” йәшелсә, картуф, емеш-еләк, сәскә­нең, уларҙың та­мыр­ҙа­рының һәм бүлбеләренең һаҡланыу үҙенсәлектәрен яҡшыр­та.
­Махсус фитобактерия уңышты се­реүҙән, һулыуҙан, сирҙәрҙән ара­лай.



Вернуться назад