Уңайлы ла, матур ҙа29.08.2014
Уңайлы ла, матур ҙа
Уңышты үҫтереп алыу ғына түгел, уны һаҡлау ҙа бик мөһим. Әле уйла­нырға, төрлө план ҡорорға ваҡыт барлығын иҫәпкә алып, тәжрибәм менән уртаҡлашырға булдым. Һүҙем — мөгәрәп хаҡында.

Тәҡдим ителгән өлгө ҡайһы яғы менән отошло һуң? Бер­ҙән, ул ҡыҙыл кир­бестән генә яһала. Тимәк, ағас ҡул­ланыл­май. Икен­сенән, сыс­ҡан үтеп инмәй. Шулай уҡ, ағас ҡулла­нылмағас, төрлө се­рет­кес ауы­рыуҙар ҙа булмай.
Мөгәрәптең ҙу­рлы­ғы­на кил­гәндә, оҙон­лоғо — 3,2, киңлеге — 2,4, тәрәнле­ге — 2,2 метр. Ике яҡ стена ике рәт кир­бестән 1 метр бе­йеклектә һалына. Унан түбә­нең ар­ка­һын теҙә баш­лай­һың. Фор­маһын 180 гра­дуслы транспортир һымаҡ яһарға кәрәк. Уны ике торбанан бөгөп, араһын 60 сан­ти­метрлыҡ ҡалай менән тоташтыралар. Был бер юлы ике рәт кирбес теҙергә мөмкин­лек бирәсәк. Кирбестәрҙе теҙгәс, опалуб­каны (арка формаһын) биш-алты сә­ғәттән һуң ғына күсе­рә­ләр. Стена менән ер араһына балсыҡ тул­ты­ра­лар, ныҡлап төйә­ләр. Елләтеү өсөн арканың ике яғында ла ти­шектәр ҡалдырҙым. Сысҡандар үтеп инмәһен тип сте­наның аҫ яғын иҙәндән 120 мм-ға тәрәнерәк ит­тем. Диуарҙы күтәреү өсөн цемент, ҡом һәм балсыҡтан (1:2:1 иҫәбе­нән) иҙмә эшләнем. Ә ар­каға ул бармай — 2:1:1 иҫәбенән яһала.
Барлыҡ эште тамамлап, мөгәрәптең ситенән ишеккә урын ҡалдырғас, уны бер аҙна киптерҙем. Һуңынан өҫтөнә бер метр ҡалын­лыҡта еңел тупраҡ (әҙер тиреҫ) өйҙөм. Мө­гәрәп уңайлы ла, матур ҙа килеп сыҡты. Уны биш йыл ҡуллана­быҙ, дым тартманы, стеналары күгәрмәне.



Вернуться назад