Серетмә соҡоро11.07.2014
Ауыл ерендә, ғәҙәттә, ҡый үләнен сығарып ташлайҙар йә тиреҫ өҫтөнә өйәләр. Ашлы һыуҙы ла шунда түгәләр. Былай иткәндә тиреҫтә сүп ҡалдыҡтары янмай, өйөмдөң ситтәре елләп ултыра. Тиреҫ тиреҫ урынында ҡалһын, ә беҙ үлән ҡалдыҡтарын унан айырайыҡ. Йәғни компост соҡоро яһайыҡ. Һөҙөмтәлә яҡшы сифатлы серетмә аласаҡбыҙ, баҡсалағы сүп тә органик ашламаға әйләнәсәк.

Соҡор ике өлөштән торһа яҡшыраҡ. Уларҙың һәр береһе 1 кв.м. булырға тейеш. Тәү­геһендә серетмә яна, икен­сеһенә яңы үлән ҡалдыҡтары һалына. Компостың тиҙерәк өлгөрөүен теләһәгеҙ, 15 сан­тиметрлыҡ ҡатлам һайын азот ашламаһы өҫтәргә кәңәш ителә. Япраҡ, үлән ҡалдығы өҫтөнә ашлы һыу һибелә, ләкин унда ит ҡалдығы булырға тейеш түгел, сөнки паразит селәүсендәр үрсей.
Ҡайһы бер баҡсасылар серетмәне тиҙерәк өлгөртөү маҡсатында соҡорҙоң өҫтөн полиэтилен менән яба. Былай иткәндә һауа инмәй, компост тәбиғи янмай, ә томаланып, һаҫый. Соҡорға һауа инергә тейеш.
Бына шулай ике ҡуянды бер юлы атаһығыҙ: осһоҙ органик ашламалы ла булаһығыҙ, сүп-сарҙан да арынаһығыҙ. Әйткән­дәй, серетмә 2-3 айҙа әҙер була.


Вернуться назад