Һорау-яуап11.07.2014
Һорау-яуап Ҡарағаттың ботаҡтары ҡорой, бөрөләре, япраҡтары кибә. Был нилектән икән?
В. Хәлитова.
Борай районы.

– Ҡарағат күбәләге (смородиновая стеклянница) ҡарышлауығы ботаҡтар эсенә инә, шунда туйына, ҡышлай. Уның менән зарарланған ботаҡтар ҡорой, бөрөләре зарарлана. Һут һурыусылар төркөмөнә бөрсә, талпан, бетсә инә. Ә бына ҡуңыҙ, ҡарышлауыҡтар – бөрө һәм япраҡ кимереүселәр. Һут һурыусылар япраҡты ашамай, уның һутын ғына һура. Уларға ҡаршы тире аша үтеүсе ағыулы химикат ҡулланалар. Мәҫәлән, карбофос ыңғай һөҙөмтә бирә. Ә бына кимереүсе ҡоротҡостар япраҡтарҙы ашай, уларға хлорофос һибелә.

Шәхси хужалыҡтарҙа химик препараттарҙың барыһын да ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Рөхсәт ителгәндәрен яҙып сыҡһағыҙ ине.
И. Сәйфуллина.
Ҡалтасы районы.

– Нитрафен – ҡара-көрән төҫтәге паста, һыуҙа тиҙ ирей. Уны иртә яҙ, ҡар иреп бөткәс тә, ағастар бөрө ебәргәнсе файҙаланалар. Ул ҡышлап сыҡҡан талпан, бөрсәләрҙең йомортҡаларын юҡ итә, алма ҡутыры, онло ысыҡ кеүек бүтән ауырыуҙарға ла ҡаршы тора. Нитрафенды елһеҙ көндө кис һиптерәләр. Иртә япраҡ ярыусы ағастарҙы пленка менән ҡаплап торалар, сөнки ул йәшел япраҡтарҙы көйҙөрә.
Алмағас, ҡарағат һәм крыжовникка – 3 процентлы (10 литр һыуға – 300 г), ер еләгенә һәм ҡурай еләгенә 2 процентлы (10 л һыуға – 200 г) нитрафен иретмәһе ҡулланыла.
Тимер купоросы – йәшел төҫ­тәге кристалл матдә. Ағас олонондағы мүк бәшмәге ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланыла. Ағастарҙы иртә яҙ, япраҡ ярғансы, дауалау мөһим: 10 литр хыуға 500-600г нисбәтенән ирет­­­мә әҙерләнә.
Карбофос ҡарышлауыҡтар­ҙы, бетсәләрҙе юҡ итә. Талпан һәм ҡарышлауыҡтарға ҡаршы 10 л һыуға – 30 г, бетсәләргә ҡаршы 20 г карбофос һалына.


Вернуться назад