Салаттар11.07.2014
Помидор менән дөгө

3/4 стакан дөгө, 2-3 йо­мортҡа, 2-3 помидор, 1 ҡы­яр, 2 аш ҡалағы һеркә, 3 аш ҡа­лағы көнбағыш майы, тоҙ, борос алына.
Дөгөнө беше­рә­ләр, һөҙгөс аша яҡшылап йы­уалар. Поми­дор­ҙы, ҡыярҙы, ҡаты итеп бешерелгән йо­морт­ҡаны шаҡ­маҡ­лап, ваҡ итеп ту­рай­ҙар. Бөтәһен бергә ҡу­шып, салат һауытына тултыралар ҙа һеркә йәки ли­мон кис­лота­һының көнбағыш майы менән ҡат­нашмаһын һалып бутайҙар. Тоҙҙо, боросто тәме­нә ҡарап һалалар. Салатты майонез менән тәмләтһәң дә була.

Редис

Баҡсала иң иртә өлгөрә торған йәшелсәләрҙең береһе. Уны табынға бөтөн килеш тә, салат яһап та ултырталар.
Йыуып таҙартылған редисты йоҡа ғына итеп турағас, тоҙ, борос, ҡай­маҡ һалып болғаталар, 5-6 минут һалҡында тоталар. Унан, салат һыуынғас, ваҡ ҡына итеп туралған петрушка һибәләр.
Был салат­ты йоҡа ғына итеп туралған йомортҡа йәки ҡыяр менән дә әҙерләргә мөм­кин. Салат өсөн үҫемлек майы ла яҡшы. 100 грамм редис, 40-50 грамм ҡаймаҡ йәки үҫемлек майы һалына.


Вернуться назад