Июлдә баҡсала төп эштәрҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йәки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙҙырмағанда, үҫемлектәрҙең япраҡтарына тейҙермәҫкә тырышып, төптәренә һибәләр. Унан һуң тупраҡты йомшарталар. Ҡыяр, помидор, һуған йылы һыуҙы ғына ярата. Ә кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, һарымһаҡҡа һалҡын һыу ҙа ярай.
Һәр үҫемлектең үҙ ихтыяжы була. Мәҫәлән, картуфҡа сәскә атҡанда һыу күп кәрәк. Ҡыяр, япраҡтары үҫеп еткәндә һәм йәшелсәне иң күп биргән саҡта, һыуға мохтаж. Кәбеҫтәгә иһә ултыртҡан саҡта, күсән формалашҡанда нығыраҡ һибелә. Ә һуған, һарымһаҡ баш төшкәндә, киреһенсә, ҡоро тупраҡ ярата. Редискаға ике-өс көн һайын һибәләр. Помидор емеш биргәндә күп эсә.
Вегетация ваҡытында үҫемлектәрҙе өс тапҡыр туҡландыралар:
- шытып сығып, 10-12 көн үткәс;
- көслө үҫеш осоронда;
- емеше ҡойолғандан һуң.
Туҡландырыу өсөн ҡош тиҙәге, тиреҫ һыуы, калий тоҙо, суперфосфат, ағас көлө ҡулланыла.