Яҙ көнө баҙарҙа Силәбе өлкәһенән килтерелгән алмағас үҫентеләрен алғайныҡ. Ҡайтҡас, яҙыуын ҡараһаҡ, “Польшала етештерелгән” тип яҙылған. Бындай үҫентеләр беҙҙең һыуыҡ ҡышҡа бирешмәйме? Әллә тик районлаштырылған үҫенте алырға кәңәш итәһегеҙме?
Һорауға Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Кушнаренко селекция үҙәге етәксеһе Ринат ШАФИҠОВ яуап бирә:
– Һуңғы ваҡытта эшҡыуарҙар төрлө төбәктән күпләп үҫенте килтерә. Улар районлаштырылмаған, беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына сыҙамлы түгел. Шуға күрә ышаныслы булһын өсөн шәхси баҡсаларға питомниктан килеп алыу дөрөҫ булыр ине. Беҙҙең селекция үҙәге июль башында бер йыллыҡ алма үҫентеләрен пакетта һатыуға сығара. Ундай үҫентеләр яңы ергә ултыртҡас, ауырымай, тиҙ тамыр йәйә. Бынан тыш, виноград, ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағат, муйыл, балан, миләш һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар ҙа алырға була.