Тынғыһыҙ осор13.06.2014
Тынғыһыҙ осор
Көндәр ҡыҙҙыра. 22 июнь – йылдың иң оҙон көнө. Ҡурай еләге, балан ағасы сәскә тажын аса, ҡыҙыл клевер сәскә ата. Арыш баш ҡоҫа. Емеш ағастары сәскә ҡоя, крыжовник, ҡарағат күҙгә күренеп ҙурая. Айҙың өсөнсө ун көнлөгөндә ер еләге өлгөрә башлай.
Йәйге ҡояштың йылы нурҙарында емеш ағастары япраҡтарын киң йәйеп, тамырҙарын тәрән ебәреп, иркенләп үҫә. Ошо осорҙа улар дымға, ашламаға ныҡ мохтаж. Өҫтәмә туҡландырыу, сүп үләндәренә, ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы көрәш йәйелдереү, тупраҡты дымлы тотоу кеүек эштәрҙе башҡарыу – мотлаҡ агротехник саралар.


Өҫтәмә туҡландырыу. Еләк-емеш культураларын өҫтәмә туҡландырыу өсөн ике аш ҡалағы ҡатмарлы ашлама (азот, фосфор, калий ҡатнашмаһы – аммофоска) бер биҙрә һыуҙа иретелә. Алмағастар туҡландырыла. Был эште емеш йомроланып үҫә башлағас тағы ла ҡабатларға кәрәк. Комплекслы ашлама булмағанда, 10 л һыуға бер ҡалаҡ мочевина йәки ике ҡалаҡ аммиак селитраһына бер ҡалаҡ калий, ике ҡалаҡ суперфосфат ҡатнашмаларын иретеп туҡландырырға мөмкин. Был ваҡытта еләк-емеш ағастарының төбөнә һыу һибергә кәрәк. Минераль ашламалар булмағанда, емеш бирә торған 5-10 йыллыҡ алмағастарға, бер өлөшкә 10 өлөш һыу ҡушып, тиреҫ шыйыҡсаһы (ҡош тиҙәге ыңғай һөҙөмтә бирә) һибелә. Һәр төпкә 15-18 биҙрә һыу талап ителә.
Ҡарағат йәки крыжовник ҡыуағына бер биҙрә һыуға берәр ҡалаҡ мочевина, суперфосфат, ярты ҡалаҡ хлорлы калий һалып һибелә.
Ҡурай еләге бер биҙрә һыуға бер ҡалаҡ аммиак селитраһы, ике ҡалаҡ суперфосфат, бер ҡалаҡ хлорлы калий һалып туҡландырыла. Шыйыҡса үҫемлектәр тирәһендә ҡаҙылған бураҙналарға һибелә. Бураҙналар 8-10 см тәрәнлектә эшләнә, шыйыҡса һибелгәндән һуң күмелә. Минераль ашлама булмағанда 1:10 күләмендә ҡош тиҙәге менән ашлана.
Баҡса еләге мочевина менән өҫтәмә туҡландырыла, бер метр рәткә 10 г ҡоро ашлама йәки бер биҙрә һыуға бер ҡалаҡ иретеп һибелә. (Бер биҙрә иретмә – 2 метрға).
Үҫемлектәрҙе ашлама иретмәләре менән туҡландырып булмай икән, бер квадрат метрға 3-4 биҙрә иҫәбенән (тупраҡтың дымлылығына ҡарап) һыу һибеп, ер йомшартыла.
Сүп үләндәренә ҡаршы көрәш. Сүп үләне – емеш-еләк биреүсе үҫемлектәрҙең төп дошманы. Йәшәүгә һәләтле ҡырағай сүп үләне үҫемлектәргә ҡарағанда ерҙәге дымды, туҡлыҡлы матдәләрҙе ике-өс тапҡырға күберәк һура, тупраҡты хәлһеҙләндерә, кәрәкле үҫемлектәрҙе баҫып үҫә, уларҙы ҡыҫырыҡлай.
Сүп үләне араһында ҡоротҡос бөжәктәр, ҡарышлауыҡ, кеблә, талпандар йәшерен үрсей. Улар баҡса емештәренә баһалап бөтөргөһөҙ зыян килтерә. Шуға уларҙы баҡсала күренеү менән тамырынан һурып алып тороу мотлаҡ. Йәйҙең йылы көндәре баҡса ҡоротҡостарына ла үрсеү өсөн ыңғай шарттар тыуҙырҙы. Алмағас, ҡарағат, балан ағастарының үҫеү нөктәләрендәге йәш бәбәктәрен һут һурыусы кеблә уратып алды, һуты һурылған япраҡтар бөгәрләнде. Еләк-емештең үҫеүенә ҙур зыян килә башланы. Кимереүсе ҡарышлауыҡтар аҡ, ҡыҙыл ҡарағат япраҡтарын ашай. Һут һурыусы һәм япраҡ ашаусы ҡоротҡостарҙы юҡ итеү өсөн карбофос ҡушылған иретмәләр һиптереү ыңғай һөҙөмтә бирә.
Был айҙа алмағастар сәскәһен ҡойоп, әле генә йомролана башлаған емешлеген ташлай. Емешлек ҡойолоу – тәбиғи биологик процесс. Ауырыуҙың иң беренсе билдәһе – зарарланған емешсәләр ҡойолоу. Ерҙәге зарарланған емешсәне йыйып алыу мотлаҡ.

С. ХАЖИЕВТЫҢ "Уңһын
емеш-еләгең" китабынан.


Вернуться назад