Майҙа өлгөрөп ҡал25.04.2014
Майҙа өлгөрөп ҡал
Гүзәл ай — май — яҡынлаша. Әммә күҙҙе иркәләр матурлығы менән генә ләззәтләндермәй шул ул күңелде... Баҡсасылар быны яҡшы белә: ең һыҙғанып эшкә тотонор мәл етте! Ялҡауланып ултырһаң, йыллыҡ уңыштан ҡолаҡ ҡағыуың да бар. Шулай ҙа майҙың уртаһына ҡәҙәр һыуыҡ көндәр булырын күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.

Айҙың тәүге көндәрендә апрелдә тамамлай алмаған үрсетмә сәсеү, ағас һәм ҡыуаҡтарҙы ашлау кеүек эш аҙағына еткерелә. Йәш үрсетмәне ултыртҡанда, уның аҫтына — ашлама, башҡа үҫентегә тиреҫ һалалар.
Ҡурай еләге ҡыуағының ике яғынан 30-ар сантиметр алыҫлыҡта бураҙналар ҡаҙып, эсенә ашлама һалып, тупраҡ менән күмеп ҡуйырға кәңәш ителә. Барлыҡ үҫентенең зыян күргән өлөшөн киҫеп алырға һәм яғырға кәрәк — ауырыу артабан таралмаҫ.
Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, май — ҡоротҡос бөжәктәрҙең ҡоторған мәле. Уларға ҡаршы көрәштә ағыулы химикаттарҙы ҡулланып, тәбиғәттәге барлыҡ тере йәнгә, шул иҫәптән үҙебеҙҙең организмға ла зарар килтерәбеҙ. Халыҡта һыналған ысулдарҙы ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, "хәйләкәр билбау" тигән алым бар: 30 — 50 сантиметр киңлектәге тоҡ ярпыһын йәки күрек кеүек бөрөлгән ҡағыҙҙы үҙенсәлекле "итәк" кеүек итеп олонға "кейҙерәбеҙ". "Ҡапҡан"ға эләккән ҡоротҡостар кире сыға алмаҫ. Ҡарышлауыҡтарға ҡаршы көрәшкәндә, билбауға кесерткән майына дегет ҡушып яһалған елем һөртәләр. "Итәк"те йәй аҙағына ҡәҙәр тоторға, алмаштырып торорға кәрәк.
Алмағас, сейә һәм ҡурай еләге ҡорттарын, ергә йәйелгән түшәккә һелкетеп төшөрөп, юҡ итергә мөмкин. Иртәнге һалҡыныраҡ һауала был ҡоротҡостарҙың реакцияһы аҡрын була, шунлыҡтан улар осоп китеп өлгөрә алмай. Зарарлы күбәләктәрҙе иһә хуш еҫ бөркөп торған өс литрлыҡ банка менән алдаштырырға була. Был "ҡапҡан"ды кискеһен ағасҡа элеп ҡуялар. Иртәнсәк банканы алырға кәрәк, сөнки уның эсенә файҙалы бөжәктәрҙең дә инеп китеүе ихтимал.
Ай башында, сейә сәскә атҡанда, алмағас менән армытты ашлайҙар. Ҡырағай үҫенте сыҡмаһын өсөн алдан ашланған ағас, ҡыуаҡты тикшереп торорға кәңәш ителә. Сатыр барлыҡҡа килтерер йәшел шытымды һындырып торорға кәрәк. Виноградтың асылған бөрөләре араһында күп йыллыҡ үренделәрен алып ташларға, икәү ҡушылғандарҙың берәүһен генә ҡалдырырға, шытымдағы артыҡ үрендене мотлаҡ йолҡоп алырға кәңәш ителә.
Үҫентенең тупрағын һәр саҡ дымландырып торорға кәрәк. Ер еләге түтәлен, ҡурай еләге, ҡарағат, крыжовник аҫтын даими йомшартып тороу һәйбәт булыр.
Майҙа һауа температураһына ныҡлы иғтибар итегеҙ. Һыуыҡтан һаҡланыу сараһына әҙер булырға кәрәк.

Алмағас таҙ йоҡтороп ауырыһа, ни эшләргә?

Уны "Вектра" йәки "Скор" препараттары менән дауалайҙар. Дарыуҙы тәүҙә йәш япраҡтарға һибергә кәрәк. Унан, сәскә атып, яҡынса ике аҙна ваҡыт уҙғас, емшәнде (емешкә тумала башлаған ерҙәрҙе) эшкәртәләр. Көҙгөһөн, уңышты йыйып алғас, алмағасты ошо уҡ препараттар менән дауаларға кәрәк булыр.

Ҡыҙыл ҡарағатты ҡырмыҫҡанан нисек һаҡларға?

Ҡыҙыл ҡарағат сәскә атҡан ваҡытта ҡырмыҫҡаларҙың тумалған орлоҡтарҙы ашап бөтөүе ихтимал. Тимәк, емеш булмай тигән һүҙ. Ҡырмыҫҡаларҙы яҡын ебәрмәү өсөн ҡыуаҡтарҙың аҫтына кәрәсингә мансылған сепрәк һалып ҡуйырға мөмкин (тура ергә һибергә ярамай). Ҡырмыҫҡалар ғына түгел, башҡа төрлө бөжәктәр ҙә был еҫте яратмай. Шулай уҡ ҡыуаҡтарҙың олонона "Абсолют" препаратынан бер тамсы тамыҙырға йәки "Таҙа йорт" ("Чистый дом") тигән гель һөртөргә мөмкин. "Великий воин" тигәне тағы ла яҡшыраҡ. Ул тәмле булыуы менән отошло: алданған ҡырмыҫҡалар бер-береһен һыйлап, аҙаҡ ҡырылып бөтөр. Препарат шулай уҡ һағыҙаҡтарға ҡаршы ҡулланыла.


Вернуться назад