Апрелгә баҡсасының ай календары12.04.2014
Шәмбе
12 апрель Үҫентеләрҙе күсереп ултыртыу, һыу һибеү, ашлама индереү.

Йәкшәмбе
13 апрель Сәскә һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә, томат, фасоль, тәмләткес үләндәрҙе үҫентегә ултыртыу.

Дүшәмбе
14 апрель Парникка күсереп ултыртыу өсөн иртә өлгөрә торған ҡыяр үҫентеһен сәсеү. Теплицала эштәр

Шишәмбе
15 апрель Тулған ай (11.46) Үҫемлектәргә һәм тупраҡҡа бәйле эш башҡармаҫҡа кәңәш ителә

Шаршамбы
16 апрель Сүп үләндәрен утау, тупраҡты йомшартыу, ашлама индереү.

Кесе йома
17 апрель Ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫеү, емеш ағастарының олонон эшкәртеү, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш.

Йома
18 апрель Баҡсаны йыйыштырыу, тупраҡты әҙерләү.

Шәмбе
19 апрель Һуған, һарымһаҡ, редис, шалҡан, сельдерей ултыртыу.

Йәкшәмбе
20 апрель Парникка тәмләткес үләндәр сәсеү. Декоратив үҫемлектәр менән эшләү.

Дүшәмбе
21 апрель Парникка редис сәсеү. Тупраҡты инсектицидтар менән эшкәртеү.

Шишәмбе
22 апрель Айҙың һуңғы сиреге (11.53) Үҫемлектәр менән эшләмәү хәйерле. Тупраҡты әҙерләү: утау, йомшартыу.

Шаршамбы
23 апрель Йәшелсә культураларын парникка ултыртыу.

Кесе йома
24 апрель Көн йылы булһа, картуф ултыртырға мөмкин.

Йома
25 апрель Йәшелсәләргә, декоратив һәм бүлмә үҫемлектәренә һыу һибеү, ашлама индереү.

Шәмбе
26 апрель Күп йыллыҡ үләндәр, салат, укроп, петрушка, шпинат, кориандр сәсеү.

Йәкшәмбе
27 апрель Асыҡ һауаға сөгөлдөр, кишер, шалҡан, редис ултыртыу.

Дүшәмбе
28 апрель Асыҡ тупраҡҡа дарыу үләндәре һәм сәскәләре ултыртыу. Ерҙә эштәр.

Шишәмбе
29 апрель Яңы тыуған ай (10.15) Үҫемлектәргә һәм тупраҡҡа бәйле эш башҡармаҫҡа кәңәш ителә.

Шаршамбы
30 апрель Баҡсаны йыйыштырыу. Сәскә түтәлдәре, газондар яһау.


Вернуться назад