Ниндәй байрам сәскәһеҙ булһын инде! Һәр кемгә сикһеҙ шатлыҡ бүләк итә бит ул тәбиғәттең күркәм үҫемлеге! Әммә улар бик ҡыҫҡа ғүмерле шул... Бигерәк тә раузалар тиҙ һулыусан.
Шулай ҙа күңелһеҙләнеп ҡалмайыҡ, әхирәттәр: һәр сәскәнең ғүмерен оҙайтырға мөмкин. Бының өсөн, әйтәйек, шул уҡ раузаның һабағын мөмкин тиклем оҙонораҡ ҡыялатып ҡырҡырға, һыу аҫтында ҡаласаҡ япраҡтарын өҙөп ташларға кәрәк. Вазалағы һыуҙы көн һайын алмаштырыу, ботағын әҙләп ҡырҡа барыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Гөлләмәне төнгөлөккә еүеш гәзиткә төрөп, ҙур биҙрәгә күсереп ҡуйығыҙ. Сәскәнең ни тиклем күберәк өлөшө һыуҙа булһа, үҫемлек шул ҡәҙәр дымға туйынасаҡ.
Ошондай ысул менән хатта һулый башлаған раузаны ла ҡотҡарып алып ҡалырға мөмкин. Сәскә һатыусылар әйткәнсә, төнгөлөккә "реанимацияға" ғына ҡуйырға кәрәк. Күрерһегеҙ, гөлләмәгеҙ иртәгәһенә яңы өҙөлгән кеүек балҡып ултырасаҡ!
Ә бына хризантеманың һабаҡтарын бысаҡ менән ҡырҡырға түгел, ә ҡул менән иҙеп йомшартырға кәрәк. Лилиәне иһә вазаға ҡуйыр алдынан һабағын бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға (60 градус тирәһе) тығып алыу яҡшы булыр. Уртаһындағы һеркә япрағын алып ташлаһаң, тағы ла оҙағыраҡ торор.
Вазаның эсе лайлаланмаһын өсөн уның төбөнә баҡыр аҡса һалып ҡалдырырға була. Шулай уҡ бер төймә аспирин йәки бер литр һыу иҫәбенә бер аш ҡалағы һеркә һалып ҡалдырһаң, гөлләмәгә оҙон ғүмер насип булыр. Тик бындай һыуҙы ике-өс көнгә бер тапҡыр алмаштырырға кәрәк. Вазаны бушатҡан һайын ныҡлап йыуырға ла онотмағыҙ.