Теге йәки был культуранан яҡшы уңыш үҫтереп алыу өсөн күрше түтәлдәрҙә нимә сәселеүе әһәмиәтле.
Мәҫәлән, ҡыяр күршеһендә картуф һәм хуш еҫле үләндәр булыуын яратмай. Киреһенсә, борсаҡ, фасоль, кәбеҫтә, помидор, әсе торма, укроп менән дуҫ.
Аҡ кәбеҫтә һуған, укроп, салат, сельдерей, картуф менән йәнәшә яҡшы үҫә. Ә бына еләк, помидор, фасолде өнәмәй.
Кишерҙең “холҡо” бик йомшаҡ: ул барлыҡ йәшелсәләрҙе лә күрше итә ала. Бигерәк тә һуған, помидор, шалфей, салат, майоран, борсаҡ менән һәйбәт үҫә.
Әсе торманың да “дуҫтары” күп: сөгөлдөр, кишер, пастернак, ҡыяр, помидор. Һуған һәм һарымһаҡтан борсаҡ менән фасолде алыҫҡараҡ сәсеү хәйерле.
Түтәлдәрҙәге үҙ-ара һыйышыусанлыҡ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, сөнки ҡайһы бер культураларҙың ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡыуыу һәләте бар. Мәҫәлән, һуған талпанды һәм кишер себенен ҡурҡыта, тимәк, уны ошо ҡоротҡостарға бирешеүсән үҫемлектәргә яҡын ултыртырға кәрәк. Һарымһаҡты япон ҡондоҙо, әүернә, төрлө бөрсә һәм кәрәүеҙле талпан менән зарарланыусы помидор, редис, кольраби менән күршеләш итергә кәрәк.
Сельдерей еҫе кәбеҫтә күбәләген һәм кәбеҫтә ҡортон ҡурҡыта. Шулай уҡ шалфейҙы кәбеҫтә менән йәнәш сәсергә мөмкин.
Ҡыяр һәм помидор янына әсе торма ултыртырға тәҡдим ителә.
Помидор — әҫпе үләне ҡоротҡосонан, үлән бетенән һәм көйә күбәләгенән ышаныслы һаҡсы. Көйә күбәләгенән зарарланған крыжовник эргәһенә бер нисә төп помидор ултыртыу килешер.
Картуфҡа тыныслыҡ бирмәгән колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәштә фасоль ярҙамсы булыр. Үҙ сиратында картуф фасолде башҡа ҡоротҡостарҙан ҡотҡара.
Кәбеҫтәнең аҡ күсәнлеһен дә, төҫлөһөн дә еләккә яҡын ултыртырға ярамағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.