Япон айваһы15.03.2014
Япон айваһы Ул – Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа ғына ерләштерелгән үҫемлек. Тәпәш буйлы, сәнскеле, яҙын бик матур сәскә атҡан, йыл һайын уңыш биргән ҡыуаҡ. Тупраҡҡа ла әллә ни талапсан түгел, тик ҡышҡылыҡҡа ҡар аҫтында ҡалдырырға кәрәк. Яҡшы тәрбиәләнгән ҡыуаҡ 5–7 килограмм емеш бирә. Кәмендә өс-дүрт төп ултыртырға кәрәк, сөнки бер генә ҡыуаҡ үҙен-үҙе һеркәләндермәй. Емештәре һары, ҡатыраҡ, хуш еҫле. Биологик актив матдәләргә бай булғанға күрә, юғары баһалана. Органик кислоталар, С витамины, глюкоза, фруктоза күп. Емешен склерозды, гипертонияны, орлоғонан яһалған төнәтмәне күҙ ауырыуҙарын дауалағанда файҙаланалар. Хужабикәләр ҡайнатма, желе, мармелад та әҙерләй ала. Хәҙер үҫентеләрҙе баҙарҙа ла һаталар.


Вернуться назад