Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Баҡса йоҡоға тала
Ҡышҡа инергә лә күп ҡалманы. Баҡсала миҙгелдең һуңғы эштәре бара. Ағастар, емеш ҡыуаҡтары япраҡтарын ҡойҙо — йоҡоға талырға әҙерләнә.

Еләк-емеш үҫентеләре алдында ҙур һынау тора. Ҡайһы бер йылда ямғырҙар яуып, ҡар иртә көҙҙән ҡалын ятһа, үҫентеләрҙең тамыры тын ала, киләһе йыл уңышына көс туплай. Ҡайһы йылда иһә, киреһенсә, көҙ ҡоро килә, ҡар яумай, һалҡын көндәр башлана. Артынса уҡ туңдырып ебәрә, ер ярыла, тамырҙарға туңыу ҡурҡынысы янай. Шуға ла ағас олондары тирәләй, еләк-емеш ҡыуаҡлыҡтарын тиреҫ, серетмә менән ҡапларға кәрәк. Улай иткәндә, емеш ботаҡтары 40–50 градус һалҡындарҙы ғына ауыр үткәрә.
Ҡар туплау, емеш-еләк плантацияларын ҡар аҫтында ҡалдырыу өсөн барыһын эшләргә кәрәк: ҡар тотҡостар — щиттар ҡуйыу, елгә ҡаршы кәртә, сыбыҡтар ташлау һәм башҡалар. Ҡалын ҡар ҡатламы, беренсенән, тамырҙары өҫтә булған еләк-емеште һаҡлаһа, икенсенән, ерҙәге дымды тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай. Белгестәр әйтеүенсә, 10 см ҡар ҡатламы ятһа, һәр гектарҙа 300 тоннаға тиклем дым туплана. Беҙҙең шарттарҙа үҫентеләрҙе дым менән тәьмин итеү өсөн ер өҫтөндә 40–50 см ҡар булыуы мотлаҡ. Яҙ ҡоро килһә, ошо дым запасы еләк-емештең уңышын хәл итә.
Ағастарҙы сысҡандарҙан һаҡлау сараһы көҙҙән күрелә. Әгәр емеш-еләк тирәләй креолин һеңдерелгән бысҡы вағы йәки торф һибелмәһә, олондар ылыҫлы ағас ботаҡтары менән уратып бәйләнә. Һуңғы ысул ябай ғына һымаҡ булһа ла, һәр ағасты бәйләү өсөн әллә күпме ылыҫ кәрәк буласаҡ. Шуға иң ябай ысул тәҡдим итәбеҙ: ҡарҙы яуған һайын тапап, кәрәкһә, ағас олоно тирәләй һыу һибеп торорға кәрәк. Ҡаты ҡарҙы сысҡандар урап уҙа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә