Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Малайҙар үҫә, ағас ултыртылған, өй һалынған...
Малайҙар үҫә, ағас ултыртылған, өй һалынған...Теге йәки был йортта кем йәшәгәнлеген уның ҡапҡаһынан да белеп була. Булдыҡлы кешенең өй-ҡаралтыһы әллә ҡайҙан әйҙәп, саҡырып тора. “Партия заманы”нда фәлән райондың беренсе секретары һайланасаҡ, ҡуйыласаҡ колхоз-совхоз рәйесенең ҡапҡаһын, кәртә-ҡураһын ғына ҡарап киткән, имеш. Үҙ йортон тәрбиәле тотмаған кеше дөйөм хужалыҡты ла алып бара алмай, йәнәһе. Ысындырмы-буштырмы был, әммә етәксе хаҡ булған. Ауылдар буйлап йөрөгәндә быға ҡат-ҡат инанаһың.

Бөрйән районының тәбиғәте ожмахҡа тиң, тибеҙ. Кешеләренең ябайлығы, алсаҡлығы уның гүзәллегенә тағы ла күркәмлек өҫтәй. Әгәр тәбиғәт матурлығы ожмах менән тиңләнә икән, тимәк, районға ингәс тә тәүге ауыл — Мәһәҙей — уның ҡапҡаһы. Кешеләре йөҙөндә тотош район халҡы сағыла. Был яҡлап һынатмай мәһәҙейҙәр. Тырыш, сәмле халыҡ йәшәй ауылда. Шундай ғаиләләрҙең береһе — Насировтар.
Гөлгөнә менән Ринат Насировтарҙың өйө әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итә, иғтибарҙы тарта. Төҙөк урамға йәм өҫтәп, хужаның оҫталығын, хужабикәнең тырышлығын тотош Малайҙар үҫә, ағас ултыртылған, өй һалынған...ауылға сағылдыра, еткерә төҫлө. Зауыҡлы биҙәлеше, төҙөлөшө яғынан да үҙенсәлекле. Йәшермәйем, хан һарайылай ҙур, бай йорттарҙа булған, ҡараштар туҙан бөртөгө лә ҡунмаған йыһаздар буйлап йүгергәне бар. Ләкин балалар тауышы сыҡмаһа, улар ҡоро, алтындай ялтыраған төҫтәре тоноҡ һымаҡ. Насировтарҙың өй эсе гөр килеп тора — шат балалар тауышы оло йортҡа йәм өҫтәй. Уңған килен ул таба тигәндәй, Гөлгөнә һөйгәненә Данис, Рәмис, Рәхим исемле малайҙар “тупылдатҡан”. Атай кешенең ғорурлығының сиге юҡ — ярҙамсылар, алмаш үҫә. Ир кеше Малайҙар үҫә, ағас ултыртылған, өй һалынған...ғүмерендә өй һалырға, ағас ултыртырға, ул тәрбиәләргә тейеш. Малайҙар, Аллаға шөкөр, уңған, тырышып, ҡул араһына инеп үҫеп килә. Ағасы ла ултыртылған. Өй тигәндән, күптән түгел ике ҡатлыһын һалып сыҡҡандар.
— Атай-әсәй, туғандар ныҡ ярҙам итте. Хөкүмәт тә ситкә ташламаны, ваҡытында алаһын алдыҡ. Бына бит ниндәй итеп төҙөнөк, — ти Ринат, икенсе ҡатҡа — балаларҙың ҙур, яҡты уйын бүлмәһенә күтәрелгәс.
Мәһәҙей ауылында тырыш халыҡ йәшәй, тинек. Был һәр ихатала тиерлек техника тороуынан да күренә. Төп шөғөлдәре урманға бәйле булһа, ауылда күпләп бал ҡорто тоталар. Насировтар төрлө яҡлап өлгөр. Тамырҙары ныҡ уларҙың. Урам эсендә МТЗ тракторы хужаһының ҡабыҙғанын ғына көтөп торғандай. Оҫтаханаһындағы эш ҡоралдары ла беҙ барып, Ринатты эштән айырғанға ғына тынып ҡалған. Баҡсалағы төрлө төҫлө сәскәләр иһә ысын мәғәнәһендә күҙҙең яуын ала, Гөлгөнәнең ҡул йылыһын һоҡланып баҡҡандарға өләшә. Кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт ябай ауыл тормошон тулыландыра.
Халыҡ-халыҡ, тип күкрәк һуҡҡан ағайҙарҙы күргән бар. Әммә халҡыбыҙҙың булмышы ла, киләсәге лә, лаф ороусыларға түгел, Насировтар һымаҡ тырыш, уңған, ул һәм ҡыҙҙар үҫтергән ғаиләләргә бәйле.
Рәлис Ураҙғолов
Бөрйән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә