Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Хеҙмәттәре әсе, емештәре татлы
Хеҙмәттәре әсе, емештәре татлыҠасандыр бында баяр усадьбаһы булған. 1926 йылда күсеп килгән Стреляевтар юҡҡа ғына ошо урынды питомник өсөн һайламағандыр. Ул саҡта әле урындағы совет яҡлылар имениены емереп, алаһын алып, яндыраһын яндырып бөтмәгән. Баҡсаһы ҙур булған, беҙҙең яҡтарға ситен алма, башҡа еләк-емеш үҫкән, өс фонтан урғылған. Оло йәштәгеләр хәтерләүенсә, был фонтандарҙы бик оҙаҡ емерә алмағандар. Иҙмәгә йомортҡа һарыһы ҡушҡандар, имеш. Бөгөн баяр усадьбаһын ошонда үҫкән өс йөҙйәшәр имән хәтерләтеп тора.


Эйе, БАССР Совнархозы Топорнин (Кушнаренко) емеш-еләк хужалығы питомник ойошторған саҡта барыһын күҙ уңында тотҡан. Селекция эшен алып барыу, ойоштороу өсөн йәш ғалим-биологтар, ирле-ҡа­тынлы Лидия менән Василий Стреляев­тарҙы ебәрәләр. Бында уларҙың емеш-еләк ағастары, ҡыуаҡтары ғына түгел, үҙҙәре лә ерегеп китә, матур итеп донъя көтә башлай. Бер уйлаһаң, шунан да ҡу­лайлыһы юҡ бит: йәшәгән, яратып эшләгән урының да ошонда, фән менән шөғөлләнеү өсөн дә бөтә шарттар тыуҙырылған.
Һуңыраҡ ҡаҙаныштары өсөн Лидия Стреляева СССР дәүләт премияһына лайыҡ була. Ни генә тимә, ул заманда фән үҫеше­нә ныҡ иғтибар иткәндәр, дәртләндерә лә алғандар.
Хеҙмәттәре әсе, емештәре татлыБөгөн Кушнаренко питомнигын Башҡорт­ос­танда ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә лә бик яҡшы беләләр. Бында районлаш­ты­рылған, ҡырыҫ, көйһөҙ климат шарттарына яраҡлаштырылған егермегә яҡын еләк-емештең өс йөҙгә яҡын сорты үҫтерелә.
— Беҙҙең төп маҡсат — яңы сорттар сы­ға­рыу, үрсетеү, таратыу. Биш төп йүнә­леш һанала: алма, груша, ҡарағат, крыжовник, виноград сорттары. Мәҫәлән, алманың “башкирский красавец” сортын баҡсасылар яратып ҡабул итте. Грушаның “шатлыҡ”, “первушин” сорттары бик яҡшы. Виноградтың һуңғы сорттарынан “находка Стреляева” ҡыуандыра. Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡарағаттың “золотистая” сортының яңы төрөн сығарҙыҡ. Хәҙер башҡа яҡтарҙа үҫтерә башланылар. Беҙҙә иһә биш-алты сорты бар, — тип башҡарған эштәре, ҡаҙаныштары тураһында ғорурланып һөйләй хужалыҡ етәксеһе Ринат Шафиҡов.
Быларҙан тыш, питомникта үҙҙәре сығармаһа ла, башҡа төбәктәрҙән йыйып, емеш-еләк сорттарын районлаштырыу, һынап ҡарау өҫтөндә эшләйҙәр. Үҫентеләр беҙҙең климат шарттарына яраҡлашып китә алһа, үрсетеп, халыҡҡа һаталар. Шундайҙарға һырғанаҡ, ҡара миләш, балан, ҡурай еләге, баҡса еләге һәм башҡа бик күп төр емеш-еләк инә. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: быларҙан тыш, питомниктың 500 гектар һөрөнтө ерендә элиталы иген орлоҡтары үҫтерелә. Емеш-еләк баҡсаһы менән питомник 36 гектар майҙанды биләй.
Емеш-еләк һәм виноград буйынса Кушнаренко селекция үҙәгендә ысын мәғәнә­һендә үҙ эшенә фанатиктарса бирелгән, мөкиббән ғашиҡ белгестәр эшләй. Һәр йүнәлеште тәжрибәле белгестәр алып бара. Мәҫәлән, Радмил Ниғмәтйәнов ҡарағат буйынса эшләй, алған белемен ерҙә нығыта, үҙе аспирантурала уҡый.
Өс гектарҙа үҫтерелгән виноградты Наталья Старцева күҙәтә. Венера Зарипова иһә коллективта 1997 йылдан бирле эшләй. Ул ер еләге, ҡурай еләге сорттары менән мәшғүл. Агроном Рәзилә Иҙрисова, кем әйтмешләй, үҙен иҫләгәндән бирле питомникта. Алма, грушалар менән Әлмира Басирова, Харис Фазлиәхмәтов шөғөлләнә. Людмила Головинаның тырыш хеҙмәтен дә билдәләге килә.
Коллективты тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән Ринат Әнүәр улы Шафиҡов етәкләй. Һөнәре буйынса агроном, Башҡортостан ауыл хужалығы институтынан тыш, Мәскәүҙә Мичурин исемендәге институт тамамлаған.
Хеҙмәттәре әсе, емештәре татлыӘлбиттә, ҙур хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барғанда ауырлыҡтарһыҙ ҙа булмай. Иң төп проблема — эшсе ҡулдар етмәүе. Эйе, колледж уҡыусыларға ярҙамға килә, уларға ысын күңелдән рәхмәт әйтәләр. Баҡса, селекция эшендә оҙаҡ йылдар эшләп, тәжрибә туплау ҙа кәрәк бит. Бигерәк тә ғилми эш менән шөғөлләнеп, яңынан-яңы сорттар сығарғанда. Әгәр ағас үҫентеһе бер нисә йылдан емеше менән ҡыуандырһа, яңы сорттар сығарыуы, ай-һай, тиҫтә йылдар талап итә. Шуға селекционерҙар араһында үҙҙәренсә көләмәс тә йөрөй.
— Баҡсасылар ниңә оҙаҡ йәшәй?
— Хеҙмәттәренең емешен күрергә кәрәк тә инде...
Амин, шулай булһын: иҫән-һау оҙаҡ йәшәп, емешегеҙҙе тирергә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә