Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡар аҫтында ҡала тимәгеҙ…
Ҡар аҫтында ҡала тимәгеҙ… Көҙгө ел ағастарҙан һуңғы япраҡтарҙы өҙә. Көндәр ҙә һыҡтап-һыҡтап ҡуйғандай, күҙ йәше ямғыр булып быҫҡаҡлай, ҡар күҙе күренә. Баҡсалар бушап, һороға мансылып ҡалған, аҡ юрған ябынырға әҙерләнә.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында эш тә, көндәлек мәшәҡәт тә етерлек. Ҡышҡы йоҡоға тал­ғансы, сүп-сарҙан, ҡороған ботаҡ­тарҙан арынырға кәрәк. Бынан тыш, ағас, ҡыуаҡ төптәренә органик ашлама – тиреҫ, көл, самалап ҡош-ҡорт тиҙәге индерелә.
Ҡайһы бер баҡсасылар алма, груша һымаҡ ағастарҙың олондарын эзбиз менән ағарта. Был сара бәшмәк ауырыуҙарынан күпмелер һаҡлаһа, иң мөһиме – ҡояшлы көндәрҙә олон йылынып һалҡындарҙа туңған саҡта ҡабыҡҡа ярылырға ирек бирмәй.
Ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге сыбыҡ­саларын бергә тарттырып бәй­ләүселәр бар. Был да белгестәрҙә ике төрлө ҡараш тыуҙыра. Ҡайһыһылыр әйтеүен­сә, уларҙы бәйләһәң, ҡар өҫтөндә ҡалған өлөшө туңа. Икенселәре, киреһенсә, бөтә сыбыҡсалар ҙа ҡар аҫтында ҡалһа, баҫылып һы­ныу ихтималлығын әйтә. Ҡарағат, крыжовник менән шулай булһа ла, ҡар ҡалын ятҡан ерҙә ултыр­тылған ҡурай еләге сыбыҡса­ларын уйҙым-уйҙым бергә йыйыу кәрәктер. Уларҙы ергә ятҡырып, эргәләренә сөй ҡағып та бәйләп ҡуялар.
Ашлама индереүгә килгәндә, баҡсала туп­раҡты дөрөҫ эшкәр­теү ҙур әһәмиәткә эйә. Ағас олоно тирәһендәге бер квадрат метр ергә биш-ете килограмм органик ашлама һалына. Тиреҫ­тән тыш, ҡатнаш ашлама, сереп тупраҡҡа әйләнгән үлән, тарҡалған торф файҙаланыла. Минераль ашламалар (фосфор һәм калий) ағасты уратып, 30-40 сантиметр тәрәнлектә соҡор ҡаҙып та ке­ретелә. Ун йыллыҡ ағастарҙың һәр береһенә 300-400 грамм суперфосфат, 150-200 грамм хлорлы калий индерергә кәрәк. Ныҡ әскелтем тупраҡҡа бер квадрат метрға 300-400 грамм иҫәбенән эзбиз һибергә тәҡдим ителә.
Тәүге ҡар күҙҙәре күренгәс, ҡырҡ көндән һуң ята, тиҙәр. Ҡасан ятыуына ҡарамаҫтан, еләк плантацияларында ҡар тотоу хәстәрен күрергә кәрәк. Ҡайһы бер йылда көҙ ҡоро килә. Һал­ҡындар иһә үҙен көттөрмәй. Дымы булмаған ер туңа, ярыла. Еләктәрҙең, емеш ҡыуаҡтар­ы­ның тамыры өҫтә була, шуға зарарланып, туңып бара. Һынған, нәҙек епсәлек ботаҡтарҙан арыныу ҙа – ҙур эштәрҙең береһе.
Ҡыш етеп килә, барыбер бөтә нәмә ҡар аҫтында ҡала, тип тынысланырға ярамай. Баҡ­сала эш, миҙгеленә ҡарап, йыл буйы дауам итә.


Автор: Т.Мусин.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә