Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » “Күк еләк” (ирга) инфарктты иҫкәртә
“Күк еләк” (ирга) инфарктты иҫкәртә Был ҡыуаҡ йәки әллә ни ҙур үҫмәгән ағас хәҙер махсус баҡсаларҙа ғына түгел, ауыл ерендә лә күренә башланы. Өҫкө яҡлап ҡараһыу йәшел, түбәнгә табан аҡһыл-йәшел япраҡлы, ҡараһыу-зәңгәр һәм ҡыҙғылт-зәңгәрһыу емешле ағас әллә ҡайҙан күренеп тора. Бер нисә йылдан олондоң эргә-тирәһенә бик күп сыбыҡса сыға ла яйлап тарала башлай. Шуға ла уны кәртә буйына декоратив үҫенте булараҡ та ултырталар.

Емештәренең файҙаһына килгәндә, иҫ киткес витамин­дарға бай. Ундағы әүҙем матдәләр ҡан тамырҙарының һығылмалылы­ғына булышлыҡ итә. Атеросклероз, авитаминоз, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан ҡулланалар.
Миокард инфарктын һәм веналарҙың варикоз киңәйеүен иҫкәртеү өсөн ошо емеш тәҡдим ителә. Сәскәләренән яһалған төнәтмәне артериаль ҡан баҫымын төшөрөү өсөн эсәләр. Шулай уҡ ҡандағы зарарлы холестерин кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә.
Ирганың файҙаһы ифрат ҙур, тинек. Бөйөр, бауыр, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан уның һуты тәҡдим ителә. Һутты кеше бер генә көн эсһә лә хәле яҡшырғанын тоя, сөнки организмына шифаһы тиҙ тарала, уны нығытыуға булышлыҡ итә.
Емеште туңдырырға ла, ҡайнатма әҙерләргә лә мөмкин. Сәскәләренән, япраҡтарынан махсус йәшел сәй яһайҙар. Әйтәйек, миокард инфарктын иҫкәртеү өсөн көнөнә өс аш ҡалағы емеш ашау ҙа етә. Улай иткәндә, бер аш ҡалағы ирганы ике стакан һыуҙа ҡайнатып, һөҙөлгән бер стаканын ашар алдынан өс өлөшкә бүлеп эсәләр.
Сәскә, япраҡтан төнәтмәне түбәндәгесә яһайҙар: бер аш ҡалағы кипкән сәскәне (майҙа йыялар) стаканға һалып, ҡайнар һыу ҡоялар. Ике сәғәт төнәткәндән һуң көнөнә өс өлөшкә бүлеп эсәләр. Япраҡтарына килгәндә, яҡшылап күләгәлә киптерәләр. Һуңынан ике аш ҡалағы япраҡты ике стакан ҡайнар һыуға һалып, ярты сәғәткә тонорға ҡуялар.
Ирга – әрһеҙ ағас. Уны яҙын да, көҙөн дә ултыртырға мөмкин. Алда телгә алғанса, декоратив ҡыуаҡ булараҡ та матур. Көҙөн ултыртып ҡалһағыҙ, ике-өс йылдан баҡсағыҙға йәм бирер, емештәре өҫтәлегеҙҙе тәмле ҡайнатма менән йәмләр. Иң мөһиме – һаулығығыҙҙы нығытыр.


Автор: Т. Мусин.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә