Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Рәхмәт, йәйем!
Рәхмәт, йәйем!Быйыл эҫе йәй килеүен оҙаҡ һағынып көттөк. Май башынан яуа башлаған һыуыҡ ямғыр һөтайында туҡтар тип өмөтләндек, улай ҙа булмағас, ҡояш нурҙарын эҙләп, июль күгенән күҙҙе алманыҡ. Ниһайәт, ай уртаһынан инәлтеп кенә көндәр йылыға тартҡайны, урағай аҙағы беҙҙе тағы шатландырманы. Шуға “ҡыярым үҫмәне”, “помидорҙы туйғансы ашап булманы”, “картуф серене” тигән һүҙ көҙ байында ла халыҡ теленән төшмәне.


Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында картуф, ысынлап та, ныҡ уңды. Айырыуса “Кәшифә апай баҡсаһында ул самаһыҙ эре булған”, тигәстәре, ҡолағым ҡарпайҙы. Бәй, Кәшифә апайҙы беләм бит. Беләм генә түгел, йәш саҡтарҙа яҡшы ғына аралаша ла инек. Ул – минең иң яҡын Хариса әхирәтемдең еңгәһе. Һирәк-һаяҡ осрашырға тура килгәндә, мин дә уға “Кәшифә еңгәй” тип өндәшәм. 46 йыл элек ошо ауыл егете менән сәстәрҙе сәскә бәйләгәс, ул, бик матур теләктәр әйтеп, ҡулыбыҙға Никах тураһында таныҡлыҡ тотторғайны. Кәшифә Сәлих ҡыҙы Ғәйнетдинова 1962—1987 йылдарҙа — Алға ауыл советы рәйесе (Ҡоръятмаҫ ошо биләмәгә ҡарай), аҙаҡ шунда уҡ секретарь вазифаларын алып барҙы, йәғни хеҙмәт юлының утыҙ йылын халыҡ менән эшләүгә арнаны. Ямалетдин ағай иртәрәк вафат булды, тик эшкә сымыры Кәшифә еңгәй бөгөлөп төшмәне, 80 йәшенә тиклем һыйыр малы аҫраны, әле лә уның йорт-ҡураһынан ҡош-ҡорт өҙөлмәй.
Һүҙҙе картуфтан башлағайным бит әле. Кәшифә еңгәй миңә тәғәйенләгән күстәнәстәре араһына берәүһен ҡыҫтырып ебәргән. Уны шунда уҡ үлсәгескә һалдым. Туғыҙынсы тиҫтәгә баҫҡан Кәшифә Сәлих ҡыҙы үҫтергән картуф 914 грамм (!) тарта. Был әле иң эреһе түгел, ти ауылдаштары.
Рәхмәт, йәйем!Яйы сыҡҡас, үҙем тураһында ла һөйләп алайым әле. Быйыл мине иң ғәжәпләндергәне һарғылт-ҡыҙыл тауығым булды. Ул яҙ башынан аҙнаһына бер тапҡыр ауырлығы 95 – 103 грамм самаһы йомортҡалар һалып шатландырҙы. Валлаһи-билләһи, алдамайым, минең инә ҡаҙым да, инә өйрәгем дә юҡлығына күршеләрем шаһит. Туҡмас ҡырҡырға булһам, ике йомортҡа урынына бер ҙурҙы ғына һытып, ҡамыр баҫа инем. Йәшелсә, еләк-емешемдең төрлөһө төрлөсә һөйөндөрҙө. Мәҫәлән, баҡса еләгенең уңышы әллә ни мул булмаһа ла, эрелеге менән хайран ҡалдырҙы. Ҡайһы берҙәре, өс ҡыҙымдан һәм атаһы-әсәһенән торған ғаиләмде һынландырған шикелле, бишәр бүлкәтле булып, ҡушарлап үҫкәйне. Һәр береһе яртышар килонан күберәк тартҡан кишерҙәр, ауырлығы 700-800-әр грамм булып, буйы бер метрға етә яҙған оҙон-оҙон ҡыярҙар тиһеңме, 140 грамдан да кәм булмаған редистар, ботаҡтарҙы һындыра-һындыра емешкә тулышҡан ҡыҙыл ҡарағат тәлгәштәре – һәммәһе лә күңелгә ифрат ҙур ҡыуаныс өҫтәне. Хатта һуғандың йәшел ҡыяҡтары, самаһыҙ бейегәйеп, 103 сантиметрға етте.
Ололарҙың тәбиғәткә һуҡранырға ярамай тигәндәре дөп-дөрөҫ. Ул барлыҡ тереклекте, йәшәйеште иң ауыр тип һаналған йылдарҙа ла үҙе белеп, һутландырып тора. Ана бит, өс айға яҡын туҡтамай яуған ямғырлы йыл да бәрәкәтле булды. Бәләкәй генә ырҙыным күпме ҡыуаныс бүләк итте. Шуға “Рәхмәт, рәхмәт, йәйем!” тип бөтә донъяға һөйләгем килә.

Фәүзиә ЛАТИПОВА.

Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт!

Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт! 02.10.2026 // Баҡса

Өй сәскәләрендәге ваҡ бөжәктәрҙән һәм сереүҙән нисек ҡотолорға? Шәп ысул тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә ......

Тотош уҡырға 3

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай 01.10.2026 // Баҡса

Бөтә нәмәне лә туңдырғысҡа ташлап, ҡышын ашағы килә лә бит. Тик, булмай!...

Тотош уҡырға 3

Ҡышын өйҙә һуғанды нисек һаҡларға?

Ҡышын өйҙә һуғанды нисек һаҡларға? 30.09.2026 // Баҡса

Бүлмә шарттарында һаҡлау өсөн ҡоро, сереү һәм йәрәхәт билдәләре булмаған, яҡшы өлгөргән һуғандарҙы ......

Тотош уҡырға 5

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә 28.09.2026 // Баҡса

Стресс ваҡытында улар хатта үҙҙәренсә сигнал ебәрә икән......

Тотош уҡырға 5

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө? 27.09.2026 // Баҡса

Улар кешегә ниндәй йоғонто яһай икән?...

Тотош уҡырға 2

Ҡабаҡ тосо тәмле генә түгел, файҙалы ла

Ҡабаҡ тосо тәмле генә түгел, файҙалы ла 27.09.2026 // Баҡса

Уның файҙаһы тураһында нимәләр беләһегеҙ?...

Тотош уҡырға 6

Балан бауланығыҙмы әле, дуҫтар?

Балан бауланығыҙмы әле, дуҫтар? 25.09.2026 // Баҡса

Ә һеҙ баланды ҡышҡылыҡҡа нисек һаҡларға икәнен беләһегеҙме? Бына Ишембай районынан 91 йәшлек инәй ......

Тотош уҡырға 4

12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

12 йәшлек малай 190 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән! 21.09.2026 // Баҡса

Яңыраҡ Нуғай ауылында 100 килолыҡ ҡабаҡ үҫтергәндәр тигәйнек. Был малай бөтәһенең дә танауына ......

Тотош уҡырға 3

Бындай нәмәгә ышанмай инем бит...

Бындай нәмәгә ышанмай инем бит... 17.09.2026 // Баҡса

Ошо гөлдәр мөхәббәт һәм байлыҡ килтерә. Ә байырға теләһәң?...

Тотош уҡырға 7

Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр

Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр 15.09.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып эре ҡырғыстан сығарабыҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 5

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 6

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә