Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Баҡса тәрбиә ярата
Йәшелсәне эшкәртеү һәм һаҡлау фарыз

Һауаның йылылығы, дымлылығы, газлылығы, һаҡлау өсөн кәрәкле сорттарҙы һайлап ала белеү — йәшелсәне оҙаҡ һаҡлауҙың төп шарты.

1. Һуң өлгөрөшлө кәбеҫтә, кишер, аш сөгөлдөрө, торма, сельдерей, петрушка 0-1 градус йылылыҡта, 90-95 процент һауа дымлылығында 180—300 көнгә тиклем һаҡлана.
2. Уртаса өлгөрөшлө кәбеҫтә 0,5-0,8 градус йылылыҡта, 85-90 процент дымлылыҡта 60—120 көн һаҡлана.
3. Башлы һуған, һарымһаҡ 60-70 процент дымлылыҡта, 0-3 градус йылылыҡта 180—300 көн һаҡлана.
4. Ҡабаҡ — 2-3 градус йылылыҡта, 65-70 процент дымлылыҡта 250—270 көн һаҡлана.
5. Помидор 8-10 градус йылылыҡта, 85-95 процент һауа дымлылығында ун көн һаҡлана.
6. Салат, укроп 0 градус, 90-95 процент дымлылыҡта 10—15 көн һаҡлана.
Өй шарттарында йәшелсәне баҙҙа һәм мөгәрәптәрҙә уңышлы һаҡлап була. Бындай шарттарҙа оҙаҡ һаҡлауға өлгөрөп еткән, зарарланмаған йәшелсә һалына. Йәшелсәне йыйып алыр алдынан һаҡлағыстар хлорлы эзбиз менән йыуҙырыла. 400 грамм хлорлы эзбизды 10 литр һыуға һалып, бер-ике сәғәт төнәткәндән һуң, йәшелсәне һаҡлауға һалырҙан 40 көн алда һаҡлағыстар ошо иретмә менән эшкәртелә. Унан елләтелә.




Тамыраҙыҡтарҙы һаҡлай беләһеңме?

Кишер, шалҡан, торма, пастернак, сөгөлдөр, петрушка кеүек тамыраҙыҡтар тиҙ һулыусан. Әгәр был культуралар 7 процент дымлылығын юғалта икән, һаҡлауға яраҡһыҙлана, шуға күрә тамыраҙыҡтарҙың кибеүенә юл ҡуйырға ярамай. Һаҡлағыста һауа температураһы һәм дымлылыҡ режимын булдырыу мотлаҡ.

Тамыраҙыҡтарҙы ҙур булмаған өйөмдәрҙә йәки йәшниктәрҙә һаҡлайҙар. Кишер менән петрушка һауа дымлылығына айырыуса талапсан, шуға күрә уларҙы һаҡлауға дымлы ҡом менән аралаштырып һалалар. Тәүҙә ике-өс сантиметр ҡалынлыҡта ҡом йәйелә, унан бер рәт кишер йәки петрушка һалына. Унан йәнә ҡом йәйелә.
Кишерҙең шантана-2461, московская-515, несравненная, аш сөгөлдөрөнөң бордо-237, пушкинская плоская К-18, торманың зимняя круглая черная, зимняя круглая белая сорттары яҡшы һаҡлана.
Ҡыяр һаҡлау. Ҡыяр һигеҙ-ун градус йылылыҡта 90-95 процент дымлылыҡта ун көн һаҡлана. Полиэтилен тоҡтарҙа һаҡлау отошло.
Ҡабаҡты һаҡлау. Ҡабаҡты алты-ун градус йылылыҡта, 70-75 процент дымлылыҡта йыл әйләнәһенә һаҡларға мөмкин.





Һуған һәм һарымһаҡты
үреп ҡуйһаң...


Һуған менән һарымһаҡты оҙаҡ һаҡлау өсөн вегетатив осорҙоң тамамланыуын, өлгөрөп етеүен күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Һуғанды өлгөргәс тә йолҡоп алып йәйеп ҡуймаһаң, түтәлендә икенсе тамыр ебәрә башлай. Бындай башлы һуған тиҙ серей, һаҡларға ярамай.

Ҡыяҡтар йығыла башлағас, һуған ерҙән еңел йолҡоноп алынһа, шунда уҡ йолҡоп, өлгөрөп етеү өсөн ҡыяҡтары менән түтәл өҫтөнә йәйеп ҡуйырға кәрәк. Ҡыяҡтары ҡороғансы ямғыр теймәҫлек ерҙә киптерелә. Һаҡларға һалыр алдынан 30 градус йылылыҡта аҙна-ун көн киптерелә. Һуғанда муйынсаҡ сереге ауырыуы бар икән, 10-12 сәғәт 45-47 градус йылылыҡта тоталар.
Орлоҡлоҡ ваҡ һуғанды кәштәләрҙә 15-20 сантиметр ҡалынлыҡта йәйеп 18-20 градус йылылыҡта, ә орлоҡҡа тигән башлы һуғанды 40-45 сантиметр ҡалынлыҡта йәйеп, бер-биш градус йылылыҡта һаҡлайҙар. Ашай торған һуғанды һабағы менән үреп, баулап элеп ҡуйһаң, оҙаҡ һаҡлана.
Һауа йылылығын һәм дымлылыҡты теүәл бул­дыр­ғанда баҙ, мөгәрәптә лә һаҡлап була. Һарымһаҡ бер-ике градус йылылыҡта, 70-75 процент дымлылыҡта һәйбәт һаҡлана.




Йәшелсәне белеп эшкәрт

Зыянлы бактериялар, микробтар, бәшмәктәр йәшелсәне серетеп юҡҡа сығара. Ул ғына ла түгел, шарттар булғанда, аш-һыуҙы зарарлап, ағыуға әйләндереп, кеше ғүмерен өҙөргә һәләтле улар.

Миҫал өсөн иң ҡурҡыныс бактерия — ботулизмды алайыҡ. Ошо ҡурҡыныс бактерия продукцияның төҫөн дә, тәмен дә юғалтмай. Кеше организмына үлемесле тәьҫир итә торған ағыу эшләп сығарырға һәләтле. Ул 120 градус эҫелектә лә йәшәү һәләтлеген юғалтмай. Йәшәү һәләте көслө булыуға ҡарамаҫтан, әсеткеле шарттарға эләкһә, был ҡурҡыныс бактерия үлә. Шуға күрә ашамлыҡты консервалағанда уксус йәки лимон кислоталарын ҡулланыу тәҡдим ителә.
Эйе, әсеткеле шарттарҙа микробтар, бактериялар насар үрсей. Әсеткән продукцияға һалынған тоҙ зарарлы бактерияларҙың, микробтарҙың эшмәкәрлеген туҡтата, юҡҡа сығара. Ә инде бөтә компоненттарҙы һалып, ашамлыҡты ҡайнатып, һауа инмәҫлек итеп консервалап йәки тоҙлап ҡуйһаң, йәшелсә оҙаҡ һаҡлана.
Йәшелсәне тоҙлап һаҡлау — киң таралған ысул. Тоҙлап әсеткән осорҙа һөт кислотаһы хасил була. Ошо кислота бактерияларға үрсеүгә юл ҡуймай.

С. ХАЖИЕВТЫҢ “Баҡсасы
белешмәһе” китабынан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә? 13.06.2026 // Баҡса

Ҡыяр яҡшы үҫһен өсөн ҡатмарлы препараттар ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп файҙалы саралар һәр ваҡыт ҡул ......

Тотош уҡырға 0

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ!

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ! 11.06.2026 // Баҡса

Бик файҙалы ашлама рецепты менән уртаҡлашабыҙ....

Тотош уҡырға 2

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы 11.06.2026 // Баҡса

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!...

Тотош уҡырға 1

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ 07.06.2026 // Баҡса

Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана....

Тотош уҡырға 2

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн 05.06.2026 // Баҡса

Лимон ярҙамға килә. ‎Был ябай кәңәш тураһында сайтта уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 2

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар? 05.06.2026 // Баҡса

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә ......

Тотош уҡырға 5

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле 04.06.2026 // Баҡса

Биҙрәләп уңыш йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәште белергә һәм үтәргә генә кәрәк....

Тотош уҡырға 2

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән 02.06.2026 // Баҡса

Уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы. Абруйығыҙ күтәрелер, сабыйығыҙ тыуыр, йәшәреп ......

Тотош уҡырға 2

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә?

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә? 02.06.2026 // Баҡса

Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның кәңәштәрен уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 3

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе 02.06.2026 // Баҡса

Был сәскә, ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора! Тик һыуҙы ҡыуағы төбөнә ......

Тотош уҡырға 2

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ? 30.05.2026 // Баҡса

Уны ваҡытында өҙөргә кәрәк, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмләткестәр әҙерләйбеҙ. Түбәндә унан паста ......

Тотош уҡырға 1

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға? 27.05.2026 // Баҡса

Көндәр һыуытып, оҙайлы ямғырҙар килә тиҙәр. Яуа ла башланы инде... Сәскән йәшелсәләрҙе нисек ......

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә