Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Үҫтергәнде һаҡлай бел
Үҫтергәнде һаҡлай бел Балконда һаҡларға ҡуйырға урын етмәгәс, ун ете биҙрә алманы баҡсала соланда ҡалдырҙыҡ. Былтыр уңыш мул булды шул. Дүрт төп алмағастан, ергә ҡойолғандарын иҫәпкә алмағанда, утыҙ биҙрәнән ашыу емеш йыйғанбыҙҙыр. Шағирә Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина хатта беҙҙең хаҡта: “Мәһәҙиевтәрҙең улдары Азамат машина тултырып Өфө буйлап алма таратып йөрөнө”, — тип көлөп һөйләгән, имеш.


Һәйбәт һаҡланды соланда алмалар. Биҙрәләрҙә, йәшниктәрҙә ятты. Һаҡларға тигәнен ағастан өҙөп кенә, бер-береһенә бәрмәй-һуҡмай ғына, ипләп теҙеп һалғанға шулай булғандыр, тибеҙ. Аҙаҡ белеүебеҙсә, бөтә төр сорттар ҙа өс-биш градус йылылыҡта һәйбәт һаҡлана икән. Шулай итеп, ноябрь аҙағынаса алмалар баҡсала ятты. Дөрөҫ, әҙерәк һыуыта башлағас, өҫтөн йылы әйберҙәр менән ҡапланыҡ. Барған һайын ҡарап, әҙ генә боҙола башлағандарын алып торҙоҡ. Балконда ла шулай Яңы йылға тиклем һаҡланды алмалар.
Быларҙы нимә өсөн яҙабыҙ һуң? Бер ниндәй махсус урындар, баҙ, мөгәрәп кеүек нәмәләр булмаһа ла, ҡала шарттарында ла уңышты оҙаҡ һаҡларға мөмкин, тимәксебеҙ.
Дөрөҫ, быйыл алмағастар һөйөндөрмәне, ял итте. Улар уңышты йыл аша бирә. Тәбиғәт ҡануны шулай.
Үҫтергән уңышты һаҡлау буйынса баҡсасыларҙың йылдар дауамында тупланған тәжрибәһенән сығып, түбәндәге ете кәңәште тәҡдим итәбеҙ.
Беренсенән, алмағастарҙың өлгөргәне шунан билдәле була: зыян килмәгән, ҡорт төшмәгән емештәр ергә ҡойола башлай. Һабаҡтары ботағынан еңел өҙөлә. Иғтибар итһәгеҙ, өлгөргән емеш айырым бер пленка менән ҡапланған була. Йыйған мәлдә шуға зыян килтермәҫкә тырышырға кәрәк, сөнки ул емеште һаҡлай. Алмаларҙы йыйғанда туҡыма бирсәткәләр кейеү хәйерле. Бейектә үҫкән емеште өҙөп алыу өсөн яһалған махсус ҡулланманы файҙаланмау яҡшыраҡ. Алмаларҙы йыйғанда һаҡ булыу — уңыштың оҙаҡ һаҡланыуының төп ҡағиҙәләренең береһе.
Тағы шуға иғтибар итергә кәрәк: әгәр алмаларҙы ваҡытынан алдараҡ йыйһағыҙ, тәме татланып өлгөрмәгән була, ә һуңғараҡ ҡалһағыҙ — оҙаҡ һаҡланмаясаҡ. Йыйғанда шунда уҡ сорттарға айырып һалыу мөһим. Ҡайнатма, ҡаҡ, һут яһай торғандарын — бер урынға, эреләрен ҡатырға һауыттарға тултырығыҙ. Ҙурҙары ашау өсөн өҫтәлдән урын алыр. Ә инде уртасалары тап һаҡлауға ҡулай. Унан һуң бер сорт менән икенсеһен бергә ҡушып һалыу ҙа һәйбәт түгел, сөнки ҡышҡы сорттар булһа ла, улар һәр ҡайһыһы төрлөсә һаҡлана. Шуға һәр береһен айырым һауыттарға теҙеү мөһим.
Һаҡлау өсөн бер ниндәй ҙә зарар күрмәгән, ҡортһоҙ, бәрелеп-һуғылмаған емештәрҙе һайларға кәрәк. Әҙ генә һыҙырылған ере булһа ла, боҙолоп, эргәһендә ятҡан емештәргә лә зыян килтереүе мөмкин.
Икенсенән, алмалар таҙа булһын, ялтырап торһон тип, бер ваҡытта ла һөртмәгеҙ. Бая әйткән аҡһыл пленка — уны боҙолоуҙан һаҡлаған тәбиғи сара. Ҡайһы берәүҙәр хатта йыуып ҡуя, быны эшләү һис тә ярамай. Ундай емештәр оҙаҡ һаҡланмай.
Өсөнсөнән, алмаларҙы “тишекле” йәшниктәрҙә һаҡларға кәрәк. Ағас, фанера, магазиндарҙа емештәр һатылған пластик һауыттар ҙа ярай. Алмаларҙы бер ваҡыт та өймәләм итеп һалмағыҙ. Бер урынға ла өймәгеҙ. Иң яҡшыһы — йәшниктәрҙә ике, уҙа барһа, өс ҡат булһын. Төбөндәге һабаҡ-ботаҡтары эргәһендә ятҡандарына тейеп, тишеп тормаһын. Һабаҡтары өҫкә йәки ян-яҡҡа ҡараһын.
Дүртенсенән, һәр алманы йоҡа ғына ҡағыҙға урап һалырға мөмкин. Шулай иткәндә улар бәрелеүҙән һаҡлана, ә ҡағыҙ артыҡ дымды үҙенә тарта. Ләкин был ысулдың үҙенә күрә бер кәмселеге бар. Боҙола башлаған алмаларҙы күреп булмай. Иң яҡшыһы — уларҙы йомшаҡ тишекле “күлдәк”тәргә, йәғни сеткаларға кейҙерергә кәрәк. Ике яҡтан да асыҡ булалар.
Ситтән килтерелгән алмаларҙы беҙгә шулай төрөп ебәрәләр. Ә магазиндарҙа барыбер ташлайҙар. Һорап алырға йәки үҙеңә лә бәйләргә мөмкин. Ҡышҡы оҙон төндәрҙә баҡсасылар көндәлек мәшәҡәттәрҙән бер аҙ ял итә, ә ҡалған-боҫҡан ептәр һәр өйҙә табыла.
Ауыл ерҙәрендә алмаларҙы һаҡлау өсөн бысҡы вағын да, бесән менән һаламды ла файҙаланалар. Ҡомға ла күмәләр. Һәр оҫта баҡсасының был йәһәттән һаҡлау серҙәре лә, тәжрибәһе лә етерлек.
Бишенсенән, алмаларҙы тотоу урынын дөрөҫ һайлау мөһим. Бөтә сорттар ҙа өс-биш градус йылылыҡта һәйбәт ята. Тап ошо температурала емештәр үҙҙәренең һутлылығын оҙаҡ һаҡлай. Еүеш урында улар тиҙ серей. Һауа ҡоро ла булырға тейеш түгел. Әгәр алмаларығыҙҙы баҙға һалаһығыҙ икән, нисек һаҡланғанын ҡарар өсөн өҫкә күтәрмәгеҙ, боҙолғандарын алып ташларға кәрәк булһа, бөтә эште шул урында башҡарырға кәрәк. Юғиһә, һауа температураһы үҙгәреү сәбәпле, емештәрҙең боҙолоуы тиҙләйәсәк.
Алтынсынан, алмалар күршеләрен яратмай. Уларҙы картуф, кишер, сөгөлдөр менән бергә һалырға ярамай, сөнки алма айырым бер газ бүлеп сығара. Шул сәбәпле йәшелсәләр үҙен яҙ миҙгелендәге кеүек хис итеп өлгөрөп үҫә башлай. Ә алмалар уларҙың тәмһеҙ еҫен үҙенә һеңдерә.
Һәм, ниһайәт, етенсе кәңәш: һаҡларға һалғанда ни тиклем генә ентекле һайлаһағыҙ ҙа, емештәрҙәге бәләкәс кенә һыҙырылған урынды күрмәүегеҙ ихтимал. Ә был — боҙолоуға килтергән сәбәп. Шуға күрә ҡышҡыһын һис тә йыбанмай айына бер тапҡыр алмаларығыҙҙы ҡарап, серей башлағандарын алып тороғоҙ.
Бына шулай. Үҫтереү — бер, ә уңышты һаҡлай белеү үҙе айырым тәжрибә талап итә. Юҡҡа ғына, баҡсасының эше йыл әйләнәһенә дауам итә, тип әйтмәйҙәр шул. Уның ҡарауы байрам табындарығыҙҙа, көн дә өҫтәлегеҙҙә үҙегеҙ үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә менән һыйланаһығыҙ. Ситтән килтерелгәндәр ары торһон!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......

Тотош уҡырға 4

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай 04.11.2026 // Баҡса

Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк?...

Тотош уҡырға 3

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ...

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса

Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......

Тотош уҡырға 6

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 8

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 6

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 5

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 6

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 5

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә