Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ
Көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙХалҡыбыҙҙың иң боронғо һөнәрҙәренең береһе — бал ҡорто үрсетеү, бал алыу бик аҙ кешеләр генә эйә булған һөнәргә әйләнде. Умарта тоторға теләүселәр бар, әлбиттә. Тик был эштең нескәлектәрен белеп еткермәгәнгәме, ә, бәлки, түҙемлек етмәүҙәндер, ҡорт аҫрай башлаған һәр кем уңышҡа өлгәшә алмай. Йә уның ҡорттары үлеп бөтә, йә туҡтауһыҙ күс айыра, һөҙөмтәлә умартанан мул уңыш алып булмай. Бөгөнгө ҡытлыҡ бәкәлгә һуҡҡан, баш ауырыуына әйләнгән бер мәлдә башҡорт халҡының боронғо һөнәрен һәммәбеҙ булмаһа ла, күбебеҙ үҙләштереү ҡамасауламаҫ ине.
Бөтә кеше лә ҡайҙалыр уҡырға инеп, умарта нескәлектәрен өйрәнә алмай. Шуға күрә мөхәрририәт, гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарын үтәп, умартасылар өсөн махсус рубрика асырға булды. Унда ҡортсолоҡ һөнәренең мөһим тип иҫәпләгән яҡтарын асыҡларға тырышырбыҙ, тәҡдимдәр еткерербеҙ.
Сығарылышты солоҡ ҡортон һаҡлау һәм үрсетеү буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған тынғыһыҙ умартасы Рафиҡ Ноғоманов алып барасаҡ. Ауыл хужалығы фәндәре кандидатының “Умартасылыҡ серҙәре” китабы 1999 йылда Башҡортостан Мәғариф министрлығына тәҡдим ителгән ике йыллыҡ айырым программаға индерелде. Бөгөн ул — Х–ХI класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Бынан тыш, 2008 йылда “Ғилем” нәшриәте “Умартасы кәңәштәре”н айырым китап итеп баҫтырҙы. Әйткәндәй, “Башҡортостан” гәзите алып барасаҡ рубрикалағы материалдарҙың нигеҙендә лә ошо китапта тупланған кәңәштәр ятасаҡ. Быларҙан тыш, хөрмәтле уҡыусылар, башҡа умартасыларҙың да эш тәжрибәһе, һеҙҙең һорауҙарға яуаптар баҫыласаҡ. Уҡығыҙ, һорағыҙ, хаттар яҙығыҙ! Бергә-бергә бал ҡорто серҙәрен өйрәнеп, халҡыбыҙҙың боронғо һөнәрен тергеҙәйек, йәш быуынға еткерәйек.

Нисек умартасы булырға?

Бал ҡортоноң бөтә нескәлектәрен яҡшы белгән һәм үҙ зиһенен эшкә ҡуша алған кеше генә ысын умартасы була ала.
А.М. БУТЛЕРОВ.


Һуңғы йылдарҙа күп кешелә умартасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Байтағын нисек итеп умарта тоторға, бал ҡорттарын ҡарарға, күс ябырға, ә дөйөм әйткәндә, умартасылыҡ менән ҡайһылайыраҡ шөғөлләнергә тигән һорау борсой. Быға бер-ике һүҙ менән генә яуап биреп тә булмай.
Иң мөһиме — тәүҙә кешенең умартасы эшенә һәм бал ҡорттарына ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш. Әгәр ғаиләгеҙҙә һәм нәҫелегеҙҙә ата-бабаларығыҙ бал ҡорто тотҡан, үрсеткән икән, бигерәк тә һәйбәт. Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо тармаҡты өйрәнеү теләге ҙур булырға тейеш. Ә кем инде тәү башлап умарта аҫрап ҡарарға уйлай, уға алдан бал ҡорттары тураһында ауылдағы өлкән кешеләрҙән, ҡорт тотоусыларҙан һорашырға кәрәк.
Бынан тыш, бер-ике китап табып, бал ҡорттары ғаиләһе тураһында, уларҙы нисек үрсетергә һәм ҡарарға икәнлеге хаҡында уҡып танышыу мотлаҡ. Был йәһәттән бик уңайлы, аңлайышлы, һәйбәт итеп яҙылған башҡортса китап бар. Ул — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ивний Шафиҡовтың “Бал ҡортоноң наҙы бар” (Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2006) исемле китабы. Шулай уҡ Д. Шакировтың “Пчеловодство Башкирии” ҡулланмаһы (Башкнигоиздат, 1992), “Словарь-справочник пчеловода” (Өфө, 1998), “Пчеловодство. Учебник для X—XI классов общеобразовательных учреждений Республики Башкортостан” (Өфө: Китап, 2003) һәм В. Власовтың 1983 йылда сыҡҡан “Башҡорт балы” тигән китабынан күп мәғлүмәт алып була.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнәм тигән кешегә тәүҙә теория, бал ҡорто ғаиләһенең тормошо менән ныҡлап танышырға кәрәк.
Ватан умартасылығы эшмәкәре профессор В. Логинов былай тип яҙған: “Оҙаҡ йылдар буйы умартасылыҡ менән шөғөлләнеүсе танылған умартасылар араһында бик йыш ҡына “Йәшәү — умартасылыҡ менән шөғөлләнеү ул, бал ҡорттары аҫрамау — ул, тимәк, йәшәмәү” кеүек һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә”. Петербургтағы Мариинский театрының опера артисы Г. Кандратьев (ХIХ быуат аҙағы) умартасылыҡта эшләүҙе үҙенең икенсе һөнәре, бал ҡортһоҙ тормошто “маҡсатһыҙ һәм ҡыҙыҡһыныуһыҙ тормош” тип һанай.
Бал ҡорттары менән аралашыу — бик ҡыҙыҡлы шөғөл, ул кешегә ҡәнәғәтлек бирә. Ҡорттар менән танылған яҙыусылар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, мәҫәлән, Аристотель, Дарвин, Мичурин, Лев Толстой, Бутлеров ҡыҙыҡһынған, шөғөлләнгән.
Умартасылыҡ — “ауыл хужалығының поэзияһы”, ә умартасылыҡтағы эш “умартасылыҡтың үҙенең поэзияһы” булып һанала — бына шулай тип раҫлай умартасылар.
Башлаусы умартасыларға кәңәшебеҙ шул: үҙегеҙҙе был өлкәлә һынап ҡарарға булғанһығыҙ икән, көсөгөҙҙө һәм аҡсағыҙҙы йәлләмәгеҙ. Икенсенән, әгәр араҡы-шарап менән дуҫ икәнһегеҙ — булышмағыҙ ҙа. Үҙегеҙ ҙә йонсомағыҙ, бал ҡорттарын да туҙҙырмағыҙ. Улар эскән кешене яратмай.
Күренекле драматург Азат Абдуллин “Умартасы” очеркында Әхмәҙи ағай Ҡусмаев тураһында былай тип яҙа: “... Умартасы эше ҡатмарлы, үҙеңде күс менән бергә йәшәгәндәй хис итмәһәң, лутсы маташма. Бөгөн нимә булғанын, иртәгә ни булырын алдан уҡ белеп торорға кәрәк...”
Бал ҡорттарын тоторға һәм үрсетергә ниәтләнһәгеҙ, иң тәүҙә умарта табыуҙы хәстәрләгеҙ. Уны үҙегеҙ яһап йәки һатып алырға була. Эште башлап ебәреү өсөн шулай уҡ башҡа махсус ҡорамалдар ҙа кәрәк.
Профессиональ белем алып, умартасы булып эшләргә теләһәгеҙ, ауыл һөнәрселек училищеһында уҡып сығыу мөһим. Умартасыларҙы Михайловкалағы (Өфө районы) 83-сө училище әҙерләй.
Бал ҡорттары менән шөғөлләнеү өсөн уларҙы тотоу, үрсетеү алымдары һәм ысулдарына эйә булырға кәрәк. Шулай уҡ бал ҡорттары күсенең йәшәйешен, ауырыуҙарын, ҡоротҡостарын, уларға ҡаршы көрәш сараларын белеү мотлаҡ. Бынан тыш, һеркәле үҫемлектәр тураһында мәғлүмәтегеҙ булыуы мөһим, сөнки уларҙан ҡорттар сәскә һуты һәм һеркә йыя. Рубрикалағы материалдарҙа ошо һорауҙарҙың барыһына ла яуап табырһығыҙ.

Бал ҡорто тарихынан

Донъяла миллионға яҡын төр бөжәк, шул иҫәптән сәскәнән сәскәгә һеркә күсереп, һут менән туҡланып яңғыҙ йәшәгән 20 меңләп төр ҡорт иҫәпләнә. Улар араһында бал ҡорто тәбиғәткә һәм кешегә килтергән файҙаһы менән беренсе урында тора.
Бал ҡорттары тарихы бик боронғо замандарға барып тоташа. Палеонтология (файҙалы ҡаҙылдыҡтар тураһындағы фән) мәғлүмәттәренә ярашлы, бал ҡорттары әле нисек булһалар, бынан 40 миллион йыл элек тә шул килеш йәшәгән. Францияла өсөнсө ҡатламдан сығарылған таштай ҡатҡан бал ҡорто ошо дәүергә тура килә. Эшсе бал ҡорттары миоцен ҡатламында ла табылған, уларҙың йәше сама менән 20–25 миллион йыл иҫәпләнә. Ғалимдар тәүге бал ҡорттары 50 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән тип фараз итә.
Бал ҡортоноң иң боронғо һүрәтен Испанияла Валенсия эргәһендәге тауҙарҙа, Аран мәмерйәһе ҡаяһында тапҡандар. Арҡан буйлап ҡаялағы ҙур булмаған тишеккә күтәрелгән ике кеше һүрәтләнгән унда. Уларҙың береһе ошо тишектән бал ҡорто кәрәҙе тартып сығара. Кешеләрҙең өҫтөндә ҡорттар осоп йөрөй. Һүрәткә 15 мең йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ул палеолит дәүерендә, йәғни боронғо таш быуатта (мадлен дәүере) төшөрөлгән, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ Төркиәлә Анкара ҡалаһы эргәһендәге мәмерйәлә табылған, бынан туғыҙ мең йыл элек төшөрөлгән рәсемдә һунарсының бал ҡорто ояһынан кәрәҙле бал алыуы күрһәтелгән. Тимәк, кеше балды борон-борондан файҙаланған.
Бал ҡорттары, уларға аҙыҡ биреүсе сәскәле үҫемлектәр кеүек үк, Ерҙә бик борон барлыҡҡа килгән. Ҡырағай бал ҡорттарын кешеләр биш-алты мең йыл элек йортҡа “эйәләштергән”. Тарихи ҡомартҡыларға ҡарағанда, Әрмәнстан, Грузия һәм Кавказдың башҡа райондары халҡы умартасылыҡ менән беҙҙең эраға тиклем үк шөғөлләнгән. Шул билдәле: боронғо грек тарихсыһы Геродоттың раҫлауынса, беҙҙең эраға тиклем V быуаттар тирәһендә Көнсығыш Европа далаларында йәшәүсе скифтар бал һәм балауыҙ менән сауҙа алып барған.
Өс мең йыл элек боронғо Египетта умартасылыҡ үҫешкән була. Ябай умартасылыҡ түгел, ә күсереп йөрөтөлөүсе. Был илдең көньяғында бал йыйыу иртәрәк башлана, шуның өсөн һәр яҙ һайын бал ҡорттарын Нил йылғаһының башынараҡ алып киләләр. Унда күстәр һалда тора, ҡорттар бал йыйыу өсөн шунан оса. Һалдар Египеттың төньяҡтараҡ урынлашҡан провинцияларында бер-бер артлы, баллы үҫемлектәр сәскә атыуға ҡарап, аҡрынлап Нил буйлап түбәнгә табан аға.
Бал ҡорто был илдә изге һанала. Картуштарҙа (эмблемалы һәм яҙыулы таҡталарҙа) фирғәүен исеме алдынан ҡортто һүрәтләйҙәр. Батшаларҙың саркофагына ла ҡорт рәсеме төшөрөлгән.
Бер мең йылға һуңыраҡ Ассирияла үлгән кешеләрҙең мәйетен балауыҙ менән ҡаплап балға батыра торған булғандар. Был ғөрөф-ғәҙәт оҙаҡ, Александр Македонскийға тиклем, дауам итә. Уны ла үлгән ере Персиянан Египетҡа алып барыу һәм ерләү өсөн тәүҙә үк өҫтөнә сыҡҡанса бал ҡойолған табутҡа һалалар.
Беҙҙең көндәрҙә Ер шарында Apis (ҡорт тигәнде аңлата) тоҡомонан дүрт төрлө бал ҡорто осрай. Шуларҙың өс төрө — гигант һинд, кәрлә йәки бәләкәй һинд бал ҡорттары һәм уртаса ҡорттар. Ә дүртенсе төрө — Европа бал ҡорттары. Һуңғы төр кеше тарафынан ысын-ысындан күпләп бал йыйыу өсөн бөгөн дә киң файҙаланыла.
Рафиҡ НОҒОМАНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Гөлдәрегеҙгә “тере һыу” һибегеҙ

Гөлдәрегеҙгә “тере һыу” һибегеҙ 13.12.2024 // Баҡса

Был ысул үҫентеләргә көс бирә, тик "тере һыу"ҙы ҡайҙан алырға икәнен белегеҙ....

Тотош уҡырға 16

Орхидеяғыҙ сәскә атмаһа...

Орхидеяғыҙ сәскә атмаһа... 08.12.2024 // Баҡса

Уны һарымһаҡлы һыу менән туҡландырырға була....

Тотош уҡырға 22

Мандариндары йылына ике тапҡыр уңыш бирә!

Мандариндары йылына ике тапҡыр уңыш бирә! 07.12.2024 // Баҡса

Һеҙ Яңы йыл алдынан магазиндан хуш еҫле ошо емеште эҙләп йөрөһәгеҙ, улар табынына мотлаҡ үҙҙәре...

Тотош уҡырға 28

Ботаҡтар киҫеп алып ҡалығыҙ

Ботаҡтар киҫеп алып ҡалығыҙ 06.12.2024 // Баҡса

Ҡар ҡатламының йоҡа булыуы үҫентеләргә зыян килтереүе ихтимал....

Тотош уҡырға 29

Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң...

Ҡыш буйына йәшел һуған ашайым тиһәң... 21.11.2024 // Баҡса

Йәшел һуғанды йәй буйына баҡсанан өҙөп ашанығыҙ. Ә хәҙер тәҙрә төбөнән генә алып файҙаланырға...

Тотош уҡырға 48

Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты

Гөлгөнә Байегетованан ҡабаҡ һуты 31.10.2024 // Баҡса

Ҡабаҡ һуты тәмле генә түгел, файҙалы ла....

Тотош уҡырға 79

Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ?

Һарымһаҡты нисек һаҡлау яҡшыраҡ? 27.10.2024 // Баҡса

Ул ҡыш уртаһында уҡ кипмәһен, серемәһен тиһәгеҙ, ошо ябай кәңәштәр тик файҙаға булыр....

Тотош уҡырға 98

142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән!

142 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтергән! 26.10.2024 // Баҡса

Виктория биш йыл элек ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ баҡсасылыҡ эшенә тотонған....

Тотош уҡырға 82

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә

Картуфты тишкән ҡорттан ҡайын дегете һәм һуған ҡабығы ярҙам итә 24.10.2024 // Баҡса

Беҙ тәҡдим иткән яҙманы уҡып, төркөмөбөҙҙәге дуҫтарыбыҙ һыналған кәңәштәре менән уртаҡлашты....

Тотош уҡырға 75

Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек

Орлоҡто үҙебеҙ әҙерләйек 21.10.2024 // Баҡса

[thumb][/thumb]Кушнаренко районынан Зилә Иҙрисова үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша....

Тотош уҡырға 78

Картуфты тишкән ҡорттан нисек ҡотолорға?
Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ!

Ҡабаҡтан соус эшләп ҡарайыҡ! 16.10.2024 // Баҡса

Соусты помидорҙан ғына эшләйҙәр икән тиһегеҙме, баҡтиһәң ҡабаҡтан да эшләйҙәр икән....

Тотош уҡырға 85