Өйҙә дүрт бала булған...07.03.2019
Бөгөн Шаран районының Супай ауылындағы йорттарҙың береһендә янғын сыҡҡан. Өйҙә дүрт бала булған.

Бәхеткә күрә, йортҡа янғын хаҡында белдерә торған ҡорамал ҡуйылған. Уның көслө сигналын ишетеү менән 16 йәшлек ҡыҙ, хәлдең айышына йәһәт төшөнөп, бәләкәй өс ҡустыһын тәҙрә аша тышҡа алып сыҡҡан. Был ваҡытта өйҙөң коридорын ут ялмап өлгөргән булған.

Янғын Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм техникалары ярҙамында уңышлы туҡтатылған. Ут сығыу сәбәптәре асыҡлана.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика