МХО-ла ҡатнашыусы республикала автомобилгә газ тултырыу станцияһын асҡан

Махсус операция ветераны Винер Туҡтаров 2025 йылдың майында Федоровка районы хакимиәтенә дәүләт ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә яҡташыбыҙ Федоровка ауылында транспортты пропан менән заправкалау өсөн АГЗС төҙөү проекты менән таныштырған.
Муниципалитет район үҙәгенә ингән урында ер участкаһын биргән, сентябрҙә яңы заправка тәүге клиенттарын ҡабул итә башлаған. Хәҙер Федоровка һәм тирә-яҡ ауылдарҙа бензинға һәм дизель яғыулығына альтернатива барлыҡҡа килде.
Туҡтаров газ заправкалары селтәрен киңәйтергә һәм республиканың башҡа райондарында объекттар төҙөргә ниәтләй, тип белдерҙеләр Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» бизнес менән аралашыу төркөмөндә.