Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән27.03.2026

Башҡортостан яугире Замир Аҡсурин бер юлы 4 дронды атып төшөргән

Фото: «Башҡорт батальоны» | МАХ

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Замир Аҡсурин хәрби задание ваҡытында бер юлы дүрт дронды атып төшөргән.

Ефрейтор Аҡсурин «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы расчеты составында хеҙмәт итә. Уның бурысы – ут позицияларында торған хәрби машинаны һаҡлау. Алыштарҙың береһендә Замир Аҡсурин бер юлы дүрт дошман дронын атып төшөргән.

Батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Замир Аҡсурин II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-27/zamir-akchurin-iz-bashkirii-sbil-v-boyu-4-drona-vsu-4629092



Вернуться назад