Башҡортостанда йәшәүселәр яраланған яугирҙәргә бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын алырға мөмкин13.03.2026

Рәсәйҙең Оборона министрлығы ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков | Башинформ

Рәсәйҙең Оборона министрлығы ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән МХО яугирҙәренең туғандарына һәм яҡындарына бушлай юл йөрөү хоҡуғын биреү башланғысы менән сығыш яһаны. Закон проекты тураһында фекер алышыу бара.

«Башинформ» асыҡлауынса, илдең оборона ведомствоһы тимер юл, һауа, һыу һәм автомобиль транспорты менән яраланған хәрби хеҙмәткәрҙең йәшәгән урынынан дауаланған урынына тиклем бушлай барып ҡайтыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итте.  Туғандары әлеге ярҙам сараһы менән бер тапҡыр файҙалана ала.

Бынан алдараҡ агентлыҡҡа ил президентының ирекле формированиеларҙа хәрби бурысын үтәгән граждандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһында указына үҙгәрештәр индереүҙәре мөмкин икәнлеге билдәле булды. Һүҙ бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең суммаһын арттырыу хаҡында бара. Ошо хаҡта тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-03-13/zhiteli-bashkirii-mogut-poluchit-pravo-besplatnogo-proezda-do-ranennyh-boytsov-4613208



Вернуться назад